Бөтә яңылыҡтар
13 Апрель 2012, 15:09

Йәшәүҙәренән үрнәк алырлыҡ

йәки Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы башҡорттарының көнкүрешенә ситтән бер ҡараш КҮптєн тҮгел Ейєнсура райо­ны башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты рәйесе Р. Иҙрисов, Үҫәргән ырыуы ҡорбашы М. Аҫылбаев, әүҙем ағзаһы М. Байназаров, Абзан ауылы мәсете муллаһы М. Мә­һәҙиев, Абзан мәктәбенең (директоры Г. Тимербулатова етәкселегендә) һәм ауылының сәнғәт оҫталары, мәҫәлән, С. Сөләй­мәнов, Ф. Ғәй­нуллина, Баш­ҡорт гимназияһынан та­лантлы йырсы Ф. Тоҡомбәтов Ырымбур өлкә­һенең Һунарсы ауылында милләттәштәребеҙ менән осрашып ҡайтты.

Йәшәүҙәренән үрнәк алырлыҡ
Йәшәүҙәренән үрнәк алырлыҡ


Һунарсы ауылында бик матур донъя көтөп йәшәгән ғаиләләр бар. Шуларҙың береһе – Сәйҙә һәм Айҙар Альбиндар. Ғаилә башлығы Афғанстанда хеҙмәт иткән, “Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн”, “Мәрхәмәтле афған халҡынан” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Айҙар Маркс улы сығышы менән беҙҙең райондың Иҙелбәк ауылынан. Тормош иптәше Сәйҙә урындағы район ҡулланыусылар йәмғиәте магазинында һатыу итә. Бер ҡыҙ тәрбиәләгәндәр. Уларҙың шәхси хужалығында 30 эре мал (ҡаҙағстандан һатып алған, ауырлығы ете центнерға етә яҙған тоҡомло үгеҙе лә бар, киләсәктә шул тоҡомдо ишәйтмәкселәр) аҫрала. һарыҡтар ҙа тота йүнсел хужа. Уларҙы һимертеү өсөн көҙ 13 тонна арпа хәстәрләгән. Шул хәтлем малды ҡарау өсөн, әлбиттә, техникаһыҙ ҙа булмай. Был яҡтан ул мине һоҡландырҙы. Хужалығында өр-яңы МТЗ − 82М һәм МТЗ − 50, ике Т − 16 маркалы тракторы бар, бөтәһе лә төҙөк. 2009 йылғы “Нива”, унан тыш, үҙбушатҡыс ГАЗ − 53 машинаһы бар Айҙар Маркс улының. Шәхси йүнсел булараҡ иҫәптә тора, ләкин хөкүмәттән бер ниндәй ҙә ярҙам алмаған (әйтеүенсә, унда ла документтар юллауҙың мәшәҡәттәре күп), ә бөтә техникаһын да шәхси хужалығында аҫрал­ған малдарҙы һимертеп һатыуҙан килгән аҡсаға һатып алған.
Бесән осоро етһә, Айҙарға ауылдаштарына, бигерәк тә хаҡлы ялдағылар мөрәжәғәт итһә, пай ерҙәрен сабып, йыйып, алып барып өйөп биреп кәсеп итә. Был күрһәткән хеҙмәттәре өсөн клиенттарынан бер килтерелгән рейсҡа 1,5 мең һум аҡса ала. Аңлатыуынса, был эштәрендә уға ике ауылдашы ярҙам итә, хужа улар­ға ҡулаҡса түләй.
Бесән әҙерләү осоронда ул шулай уҡ Желтый, Черкасс, Васильевка, Каировка, Кондуровка, Зианчура ауылдарына бесән һата йәки әҙерләп бирә. Шуныһын да иғтибарға алырға кәрәк, ул МТЗ − 82М тракторына бер юлы ике арба тағып бесән ташый, ә хужалығында дүрт йөк арбаһы һәм башҡа тағылма инвентары етерлек. Йорт хужаларының 15-әр гектар ер пайы бар, уны шәхси хужалыҡ ҡуртымға алған.
Ошо уҡ ауылда тағы бер йүнсел ғаилә – Лүзә һәм Фәйез Һөйәрембәтовтар былтыр ғына теплица хужалығын үҫтерә башлаған. Улар ҡыяр һәм башҡа үрсетмәләр үҫтереп кәсеп итә. Йәштәр Сорғот ҡалаһында танышҡан, Лүзә сығышы менән Башҡортостандың Бөрө ҡалаһынан. Себерҙә 28 йыл йәшәгәндән һуң (ошо осорҙа уҡ ауылда өй төҙөй башлағандар, уның майҙаны 160 кв. метр) тормош иптәшенең тыуған ауылына ҡайтып, үҙҙәренең шәхси магазинын асҡандар, ә теплица эшенә былтыр март айында тотонғандар.
− Минең ирем бер ваҡытта ла өлгәшелгәндәрендә туҡталып ҡалмай. Әле бында ҡайтҡас, сауҙа эшенә тотонғайныҡ. ҡыҙыбыҙ Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыны. Өҫтәмә сығымдар булғас, теплица төҙөргә ҡарар иттек. Ул 12 сутый майҙанды биләй. Туғыҙ газ мейесе (шул уҡ мейестәргә утын да яғырға була) урын­лаштыр­ҙыҡ, һыу мәсьәләһе лә хәл ителгән. Әлбиттә, тәүге йылда алған уңышыбыҙ сығымдарҙы ҡаплауға китте. Мәҫәлән, 13 тонна ҡыяр һатып, 800 мең һум аҡса эшләгәйнек, ә быйылғы уңышты Һарыҡ­таштағы базаға килешеү буйынса илтәбеҙ, магазинға ла ҡуйып халыҡҡа һатабыҙ, унан 80 мең һум табыш алдыҡ, – ти уңған хужабикә. Һөйәрембәтовтар ай һайын ҡулланылған газ өсөн 32 мең һумға яҡын аҡса түләгән, 20 йөк утын һатып алған. Теплица хужалығын алып ба­рыуҙа уларға Рәнис Иҙелбәков (Үтә­ғолдан барып эшләй) менән ауылдан Вил Әбдрәшитов ярҙам итә. Рә­нистең әйтеүенсә, айлыҡ эш хаҡы 20 мең һумға барып етә. Йәш егет тәжрибә туплағас, үҙенең ауылында ла ошо кәсепте дауам итмәксе.

Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ.
Автор фотолары.
Читайте нас: