Кешеләр араһында кәбисә йылына хәүеф менән ҡараусылар бар. Имеш, был йылда төрлө кире хәл-ваҡиғалар йыш күҙәтелә. Йылыбыҙ башланды ғына түгел, ваҡыт даръяһынан киң аҙымдар менән атлап килә лә инде. Шөкөр, быға тиклем әллә ни масштаблы насар ваҡиғалар булманы, артабан да шулай дауам итһен. Шулай ҙа кешеләр 2012 йылға ниндәй фараздар ҡороп йәшәй икән? Ошо һорауға яуап табыу ниәтендә гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек. Ни тиһәң дә, әле тәбиғәттең матур сағы, кешеләр пландар ҡора башлаған мәл.
Татьяна ВЛАСОВА, Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса Башҡортостан төбәк идаралығының агрометеорология бүлеге башлығы:
– Күреүебеҙсә, йылдың беренсе айҙары бер ниндәй ҙә көтөлмәгән хәлгә килтермәне. Шулай ҙа яҙҙың иртә килеүе көтөлмәгәнерәк булды.
Йәйҙең икенсе айынан – июлдән башлап һауа эҫе һәм ҡоро булыр, тип фараз итәбеҙ. Айлап фаразлағанда шулайыраҡ: май айында йылы буласаҡ, ямғырҙар ҙа, ҡояш та кәрәгенсә генә ҡыуандырасаҡ. Был ужым культуралары өсөн бик файҙалы. Июнь бер ниндәй ҙә сюрприздар вәғәҙә итмәй. Июль менән август артыҡ ҡоро һәм эҫе буласаҡ, тап ошо ваҡытта, уңыш йыйыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, Башҡортостан ҡоролоҡтоң үҙәгенә әйләнәсәк, тип фараз итәбеҙ. Шуға ла баҡса үҫтергән кешеләргә, республиканың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренә тағы ла бер ҡоро йәй менән көҙҙө имен-аман үткәреү сараларын барларға тәҡдим итәбеҙ. Шулай ҙа ҡоролоҡ 2010 йылғы кеүек үк ҡаты булмаҫ. Сөнки быйыл тупраҡ дымлы.
Лариса МӨХӘММӘТОВА, Өфө ҡалаһындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе:
– Быйылғы йыл бик уңышлы булмаҡсы, яңы йортҡа күсенергә торабыҙ. Йыл башында уҡ сабыйым тыуҙы. Бер ниндәй ҙә туҙға яҙмаған майя календарына ла, кәбисә йылының насар буласағына ла ышанмайым. Барыһы ла кешенең ҡулында, киләсәкте тап кеше ҡора. Ялҡауҙар, инициативаһыҙ кешеләр генә уңышһыҙлыҡтарының сәбәбен күктәге йондоҙҙарҙан да эҙләп ҡаңғыра.
Вадим БАЙРАМОВ, үҙен күрәҙәсе тип танытыусы:
– 2012 – кәбисә йылы. Шуға ла быйыл төрлө һәләкәттәр күп буласаҡ. Рәсәй халҡы менән ике самолет һәләкәткә осрар тип күрәм, һыуға батҡан кәмәләр күҙ алдыма килмәй.
Кәбисә йылы һәр ваҡыт насар була. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле: “Титаник” лайнерының батыуы, Ашхабадта 110000 кешенең ғүмерен өҙгән ер тетрәү, “Курск” һыу аҫты кәмәһенең батыуы, Беслан фажиғәһе – быларҙың барыһы ла кәбисә йылында булды. Бынан тыш, бындай йылдарҙа төрлө теракттар ҙа йыш ойошторола.
Шулай ҙа кешеләр ҡурҡып йәшәмәһен, 2012 йылдың йәйе генә аҙыраҡ ауырыраҡ килеп, көҙ етеү менән барыһы ла тотороҡланасаҡ.
Наил ШАКИРОВ, Йылайыр районының Юлдыбай ауылы:
– Һорауығыҙ мине ғәжәпләндерҙе. Бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә ҡулында бит. Беҙ түгел, Мөхәммәт бәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) ҙә киләсәктә нимә буласағын фаразламаған. Иртәгә нимә буласағын Хоҙай ғына белә. Ошоно раҫлаған бер хәҙис тә бар (мәғәнәһен килтерәм). Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән (ғәләйһис-сәләм) Ахырызамандың ҡасан буласағы тураһында һорағандар. Ул был һорауға: “Яуап биреүсе һораусынан артыҡ бер нимә лә белмәй”, – тип кенә яуап биргән.
Хоҙай Тәғәлә бойормаһа, бер япраҡ та һелкенмәй, шулай булғас, туғандар, рәхәтләнеп йәшәйек. Мәғәнәһеҙ шомло уйҙар башҡа инеп тә сыҡмаһын.
Л. СОЛТАНОВА яҙып алды.