Бөтә яңылыҡтар
10 Апрель 2012, 18:23

Үҙ ырыуың, нәҫел-нәсәбең тарихын нисек барларға?

Ағас − тамырһыҙ, кеше тарихһыҙ булмай. Хатта сүплектә тәгәрәп йөрөгән ҡамғаҡ та бит тәүҙә ергә берегеп үҫә. Ә беҙҙең һәр беребеҙҙең сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы бар. Үкенескә күрә, уны тулыһынса тергеҙә алмайбыҙ. Сөнки күп мәғлүмәт билдәһеҙлек томаны артында тороп ҡалған. Ләкин ҡайһы бер ғаиләләрҙә егерме бишенсе быуынға тиклем шәжәрәләр төҙөлөп, һаҡлана. Был заманында үҙ тарихына битараф булмаған атай-олатайҙарҙың хеҙмәте – киләһе быуындар өсөн ысын хазина. Киләсәктә беҙҙең ейәндәр ошондай хазинанан мәхрүм ҡалмаһын тип, бөгөн беҙҙең һәр беребеҙгә үҙ шәжәрәһен булдырыу зарур – беҙҙең балалар кемдән кәм?!

Ошо көндәрҙә А. Инан исемендәге китапханала Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы, ҡала мәғариф бүлеге, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре менән берлектә «Шәжәрә: ырыу тарихы, кешеләр тарихы» тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференция үтте.
– Үҙ шәжәрәһен белгән кеше ата-бабаларының йолаһын, изге юлын дауам итә. Ошо ниәттән сығып, беҙ бөтәбеҙ ҙә − мәктәп уҡытыу­сыларымы, китапханасылармы ошо йүнәлештә эшләргә бурыслыбыҙ, – тине ҡала баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Нәсимә Собханғолова.
Шәжәрә төҙөүҙе нимәнән башларға, ниндәй сығанаҡтарға, архивтарға мөрәжәғәт итергә – ошо мәғлүмәтте тарих фәндәре кандидаты, СДПА-ның философия, политология, социология һәм хоҡуҡ кафедраһы уҡытыусыһы Салауат Таймасов һөйләгәндә, конференцияла ҡатнашыусылар, ҡулдарына ҡәләм алып, ишеткәндәрен ҡағыҙға теркәй барҙы. Шәжәрә төҙөү – бик ҡатмарлы һәм оҙайлы эш: олатай-өләсәйҙәрҙән, ауыл аҡһаҡалдарынан зат-ырыу тураһында һорашып-белешеп, архив материалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ ата-бабаларыңдың дөрөҫ исем-шәрифен белмәйенсә архивҡа барыуҙан фәтүә юҡ. Унда документтарҙы бөтәһенең дә ҡулына тоттормай­ҙар, эш урынынан, йә булмаһа, ҡала, район хакимиәтенән хат алып барырға кәрәклеген дә әйтеп уҙҙы сығыш яһаусы.
Шәжәрә, тарих менән төплө ҡыҙыҡһынғандарға музей генеалогияһын өйрәнеү ҙә ҡулай, тип белдерҙе тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгесе Ольга Григорьева. Ул «Адрес календарей Уфимской губернии» тигән документҡа туҡталып, унда кәрәкле документтар, хаттар, ғөмүмән, айырым кешеләр хаҡында белешмәләр, фотографиялар табып булыуы хаҡында ентекләп һөйләне.
А. Инан исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре лә үҙ шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныусыларға әллә күпме китап, белешмә тәҡдим итте. Китапхана мөдире әйтеүенсә, студенттар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙә шәжәрәгә ҡағылышлы тематик папкаларҙы, картотека­лар­ҙы, күргәҙмәләге мәғлүмәт­тәр­ҙе, китаптарҙы ҡуллана. «Шәжәрә төҙөй башлағанда иң тәүҙә Ә. Әсфәндиәров, А. Кама­лов, Р. Кузеев китаптарына мөрәжәғәт итһәгеҙ, эшегеҙ күпкә еңелерәк барыр, яңы мәғлүмәттәргә эйә булырһығыҙ», − тип кәңәш итте Нәзифә Иҫәнғужина.
28-се ҡала мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыу­сыһы − 2011» конкурсы бәйгеһе еңеүсеһе Айгөл Мөхәмәт­йәнованың да сығышы бик фәһемле, төплө булды. Ул мәктәп уҡыусылары менән шәжәрә байрамын үткәреү, ата-әсәләр менән шәжәрә төҙөүҙә тәрбиә эше алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Юрматы ырыуы шәжәрәһе беҙҙең көндәргә килеп еткән иң боронғо яҙмаларҙан һанала. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Фаяз Йомағужин быны үҙенең нәҫел шәжәрәһен төҙөгәндә документтарҙы өйрәнеп иҫбат итә. Журналист шулай уҡ шәжәрә төҙөгәндә төрлө сығанаҡтарға таянып эш итергә кәрәклеген әйтеп үтте.
Конференция һуңында үҙәк китапхананың төп белгесе Рәмзиә Хәмитова сараның резолюцияһын уҡып ишеттерҙе һәм бөтәһе лә бер тауыштан уны ҡабул итте.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: үҙ шәжәрәң менән ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнеү йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү ысулы ла булып тора. Үҙ тамырҙары, ырыуы тарихын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы итеп тойоу хоҡуғын бирә.
Н. ИҪӘНҒУЖИНА, А. Инан исемендәге китапхана мөдире.
Читайте нас: