Бөтә яңылыҡтар
10 Апрель 2012, 18:31

Өҫтән барыһы ла күренә

Рәсәй – донъя космонавтикаһының бишеге. XX быуатта башланған космосты яулау бөгөн дә дауам итә. Технологиялар камиллаштырыла, тикшеренеүҙәр һәм эксперименттар хәҙер йышыраҡ ер атмосфераһынан ситтә үткәрелә. Биш тиҫтә йыл эсендә был өлкә ер цивилизацияһы үҫешендә лә, һәр айырым кешенең тормошонда ла сағылыш тапты.

Өҫтән барыһы ла күренә
Өҫтән барыһы ла күренә

Рәсәй – донъя космонавтикаһының бишеге. XX быуатта башланған космосты яулау бөгөн дә дауам итә. Технологиялар камиллаштырыла, тикшеренеүҙәр һәм эксперименттар хәҙер йышыраҡ ер атмосфераһынан ситтә үткәрелә. Биш тиҫтә йыл эсендә был өлкә ер цивилизацияһы үҫешендә лә, һәр айырым кешенең тормошонда ла сағылыш тапты.

Йыһанға юлдаштар осорола башлағас, СССР менән АҡШ араһында стратегик ҡоралдарҙы сикләү тураһында килешеү төҙөргә мөмкинлек тыуа. Юлдаштар ярҙамында был вәғәҙәнең үтәлеше күҙәтелә. Академик Борис Раушенбах: “Хәҙер АҡШ-та беҙгә һиҙҙермәйенсә хатта эт ояһы ла төҙөй алмайҙар. Беҙҙең дә һәр төҙөлөш уларға мәғлүм”, – тигән. Эйе, космоста урынлаш­ты­рыл­ған разведка системаһы дәүләт һәм хәрби серҙәрҙе һаҡлау тураһындағы ҡарашты тулыһынса үҙгәртте.
Бөтә ракета системаларының икешәр тәғәйенләнеше булыуы бер кемгә лә сер түгел. Юлдаш төркөмдәренең камиллашыуы хәрби һәм сәнәғәт шпионажы үҫешенә юл асты. Тик шул хаҡта ла оноторға ярамай: һәр яңы космик аппаратты йыһанға ебәреү орбитала техноген ҡалдыҡтарҙың йыйылыуына килтерә. Әгәр ҙә тикшеренеү эштәренә ҡаты сик ҡуймаһаҡ, ғалимдар­ҙың ижади эгоизмы яңы-яңы ҡорал төрҙәре һәм космос­тан хәрби хәүеф барлыҡҡа килтереүе бар.
Космик аппараттарҙың икенсе мөһим функцияһы – планетабыҙҙы дистанцион зондлау, йәғни күҙәтеп тороу. Был экологик хәл-торошто (урман янғындары, һыу баҫыуы һәм башҡа тәбиғәт һәләкәттәре) контролдә тоторға ярҙам итә.
Шуның менән бер рәттән көндәлек тормошҡа глобаль навигация системалары үтеп инә. Ул ябай кешенән алып ҙур масштабтағы предприятиелар тормошонда киң ҡулланыла башланы. Ерҙә, һауала йәки диңгеҙҙә транспорт сараларының хәрәкәтен күҙәтергә мөмкинлек тыуҙы. Мәҫәлән, бер мәл Дүртөйлө тарафтарына командировкаға юлландыҡ. Беҙҙең менән икенсе баҫмала эшләүсе йәш кенә хәбәрсе лә барҙы. ҡыҙҙың һөйгәне бик көнсөл, күрәһең, уға шылтыратып, ҡайҙа барасағын, кемдәр менән осрашасағын ҡат-ҡат һорашты. Дүртөйлөлә эшебеҙҙе тамамлағас, юл ыңғайында икенсе районға һуғылдыҡ, бер нисә кеше менән осраштыҡ. Теге ҡыҙҙың егете шылтыратып, һин Дүртөйлөлә түгел бит, шул-шул ауылдың, шундай урамында, шул һанлы йорттаһың, тип тегенең теңкәһен ҡорота башламаһынмы?! Был хаҡта уның нисек белеүен ҡыҙыҡһынғас, “Отелло”: “Өҫтән барыһы ла күренә”, − тине. Баҡтиһәң, ҡыҙҙың кеҫә телефонынан килгән сигнал аша ул уның әлеге мәлдә ҡайҙа йөрөгәнен бер ауырлыҡһыҙ тапҡан. Бына һиңә цивилизация емеше!
Башҡортостанда навигация системалары автотранспорт, нефть сәнәғәтендә, төҙөлөш, ауыл хужалығында әүҙем ҡулланыла. “Башавтотранспорт” йәмғиәте автобустары шундай навигаторҙар ярҙамында контролдә тотола. Водителдең тиҙлек режимын, маршрутты һәм расписаниены нисек үтәгәне күҙәтелә. Әгәр ҙә юлда берәй хәл була ҡалһа, был хаҡта шундуҡ белергә мөмкин. Киләсәктә һәр туҡталышҡа мәғлүмәт таблоһы урынлаштырыласаҡ. Унда һеҙ көткән автобустың әлеге мәлдә ҡайҙалығын, күпме ваҡыттан килеүен белергә мөмкин буласаҡ. Ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәре машиналарына ла навигация ҡорамалдары ҡуйыла.
Ауыл хужалығында ла был ысул киң индерелә. Был баҫыуҙарҙа башҡарылған эш күләмен белеү, хеҙмәт режимы үтәлешен һәм яғыулыҡ-майлау материалдарын контролдә тоторға ярҙам итә. Хәҙер инде яландан-яланға йөрөп, механизатор-комбайнсыларҙы тикшереп йөрөүҙең кәрәге ҡалмаясаҡ. Һәр кемдең көндәлек эшен компьютер аша күҙәтергә була.
Яңы-яңы системаларҙы камиллаштырыу эше туҡтамай. Был киләсәктә производствоны кәрәкмәгән сығымдарҙан азат итәсәк.
Геометрик прогрессияла телерадио һәм телеграф мәғлүмәт тапшырыусы космик системаһын ҡулланыусылар һаны арта (бөгөн кеҫә телефоны булмаған кеше юҡ). Шул арҡала орбитала яңынан-яңы юлдаштар урынлаштырыла. Белгестәр әйте­үенсә, бөгөн унда уларҙың һаны бик күбәйгән, байтағы – үҙ функцияһын юғалтҡан блоктар һәм башҡа объекттар. Киләһе егерме йылда геостационар орбита үҙ ресурсын тулыһынса юғалтасаҡ. Шуға күрә халыҡ-ара дәғүәселек барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ғалимдар был проблеманы күп маҡсатлы платформа төҙөп хәл итергә ниәтләй. Ул тиҫтәләгән бәйләнеш юлдашын алмаштырасаҡ.
Халыҡ-ара кимәлдә эшләүсе юрис­тар һәм космик хоҡуҡтар буйынса белгестәр “Ер дәүләттәрҙе һәм милләттәрҙе айырҙы. Ә космос уларҙы берләштерергә тейеш” тигән принципҡа нигеҙләнә. Шундай ҡараш йәшәгәндә, ерҙәге тереклекте һаҡлау, планетаны тышҡы һәләкәттәрҙән аралау проекттары өҫтөндә эшләргә мөмкин буласаҡ.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас в