Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусылар үҙҙәренең яратҡан мәктәбен онотмай. Уҡыусыларға оло ағай-апайҙарының кәңәштәрен тыңлау файҙалы ла, фәһемле лә. Шуның өсөн дә ошондай осрашыуҙарҙы улар көтөп ала. Күптән түгел генә гимназия-интернатыбыҙҙың 11-се «А» һәм 11-се «Б» синыфтары уҡыусылары, тәрбиәселәре Фәнисә Каскинова, Гөлназ Ғәликәева, синыф етәкселәре Венера Кәримова, Рәйлә Юнысоваларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Мәрүә Ғилметдинова, яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков та килде.
Осрашыуҙың темаһы ла бик ҡыҙыҡлы – «Нисек етәксе булырға?» тип атала ине. Хәҙерге заман технологияларының йылдан-йыл үҙгәрә, юғалып ҡалмау, был тормошта үҙ урыныңды табыу өсөн отҡорлоҡ һәм зирәклек, тәрән белемле булыу мөһим. Шулай уҡ мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ уңышҡа ирешеү өсөн үҙ һәләтеңде дөрөҫ баһалай белергә, уны артабан үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға тырышыу кәрәк. Килгән ҡунаҡтар тап ошо мәлгә нығыраҡ туҡталды. Мәктәпте тамамлау алдында торған сығарылыш уҡыусылары өсөн был кәңәштәр бик урынлы һәм файҙалы булды.
Кисә уҡыусылар әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Килгән ҡунаҡтар үҙҙәре тамамлап сыҡҡан уҡыу йортоноң күркәмлегенә һоҡланһа, уҡыусылар улар менән ғорурланыуҙарын һис тә йәшермәне.
Гөлназ ҒӘЛИКӘЕВА,
тәрбиәсе.