Бөтә яңылыҡтар
6 Апрель 2012, 14:32

Берҙәм һунарсы билеты булдырыла

Башҡортостанда һунарсылар һаны, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса 35 – 45 мең кеше иҫәпләнә. Әле иһә федераль өлгөләге берҙәм һунарсы билетын 13700 кеше аласаҡ. Яңы билет тапшыр­ғанда һунарсы тураһындағы мәғлүмәт Дәүләт һунар хужалығы реестрына индерелә. Уның буйынса республикала йәнлектәр донъяһы менән файҙаланыусыларҙың дөйөм картинаһын күҙаллау мөмкин буласаҡ.

Республикала һунарсыларҙың теүәл иҫәбе 2012 йылдың йәйендә билдәле буласаҡ. 1 июлгә уларҙың төп өлөшө үҙҙәренең иҫке билетын яңыға алмаштырасаҡ. Сөнки көҙгө һунар мәлендә федераль өлгөләге яңы билеттары булған һунарсыларға ғына һунар итеү рөхсәт ителәсәк. Берҙәм һунарсы билетында ваҡыт һәм территория буйынса сикләүҙәр юҡ.
Читайте нас: