Рәсәйҙең Һаулыҡ һәм социаль үҫеш министрлығы белгестәре сираттағы пенсия реформаһының концепцияһын әҙерләгән арала илдең Финанс министрлығы вәкилдәре яңы тәҡдим менән сығыш яһаны. Улар граждандарға шәхси инвестиция иҫәбе ярҙамында үҙ киләсәге хаҡында хәстәрләргә кәңәш итә. Ошо көндәрҙә улар РФ Хөкүмәтенә шундай ҡарар тәҡдим итте. Был система нигеҙендә Америка тәжрибәһе ята. АҡШ-та шәхси пенсия иҫәбе менән компаниялар идара итмәй, ә бындай иҫәптәр һәр кемдең үҙ мәйелендә.
Рәсәй халҡына “икенсе пенсия” алыу өсөн банкыла, страховкалау компанияһында йәки ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында эшләүсе брокерҙар ярҙамында шәхси иҫәп асыу тәҡдим ителәсәк, аҡса фонд баҙарына китәсәк. Уның ниндәй инвестицияларға йүнәлтеләсәге иҫәп хужаһының үҙ ихтыярында. Әгәр ҙә һатып алған акциялары ҡиммәтен юғалтһа, бар яуаплылыҡ тик уның иңенә төшәсәк. Ә бына хаҡлы ялға сыҡҡас, иҫәп хужаһы йыйылған аҡсаны ҡуллана башлаясаҡ. Тик Финанс министрлығынан әйтеүҙәренсә, пенсияға сығып, егерме йыл үткәс, шәхси иҫәп автоматик рәүештә ябыласаҡ. Шуға күрә, ошо ваҡыт арауығында бар аҡсаны ҡулланырға кәрәк буласаҡ.
Йыл һайын индерергә мөмкин булған иғәнә суммаһы сикләнгән. Мәҫәлән, Америкала ул ике мең доллар күләмендә. Граждандарҙы «икенсе пенсия»ға аҡса һалыуға ылыҡтырыу өсөн Финанс министрлығы буласаҡ инвесторҙар өсөн һалым льготаһын тәҡдим итергә кәңәш итә.
Был тәҡдим РФ Иҡтисад үҫеш министрлығында яҡлау тапҡан. Дәүләт етәкселәре уны хуплармы-юҡмы, уныһын ваҡыт күрһәтер.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.