Бөтә яңылыҡтар
23 Март 2012, 14:58

Ҡыш ҡарыша...

Был көндәрҙә урыны-урыны менән буран сыҡҡанына ла шаһит булдыҡ, ямғыр тамсылары ла тупылданы, хатта йәшен йәшнәп, күк күкрәгәнен дә хайран ҡалып һөйләйҙәр. Ни генә тимә, март беҙҙе үҙенсәлеклеге менән һаман аптырата. Синоптиктар вәғәҙәләүенсә, ҡар яуыу туҡталмаясаҡ. Киләһе аҙна буйына әле ҡар, әле рашҡы булыр, тиҙәр. Һауа температураһы иһә яҙса: термометр төндә − биш, көндөҙ бер градус һыуыҡты күрһәтер, урыны менән бер, өс градусҡаса йылытыуы ла ихтимал.

Был көндәрҙә урыны-урыны менән буран сыҡҡанына ла шаһит булдыҡ, ямғыр тамсылары ла тупылданы, хатта йәшен йәшнәп, күк күкрәгәнен дә хайран ҡалып һөйләйҙәр. Ни генә тимә, март беҙҙе үҙенсәлеклеге менән һаман аптырата.
Синоптиктар вәғәҙәләүенсә, ҡар яуыу туҡталмаясаҡ. Киләһе аҙна буйына әле ҡар, әле рашҡы булыр, тиҙәр. Һауа температураһы иһә яҙса: термометр төндә − биш, көндөҙ бер градус һыуыҡты күрһәтер, урыны менән бер, өс градусҡаса йылытыуы ла ихтимал.
Читайте нас: