Бөтә яңылыҡтар
23 Март 2012, 19:08

Ерҙе нисек файҙаланаһығыҙ?

Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән пай алырға хоҡуғы булыусылар Башҡортостанда 356305 кеше тип билдәләнде. Был аҙ түгел. «Бирелгән ерҙе халыҡ нисегерәк файҙалана икән?» – тигән һорау­ға яуап табыу өсөн республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәгән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән пай алырға хоҡуғы булыусылар Башҡортостанда 356305 кеше тип билдәләнде. Был аҙ түгел. «Бирелгән ерҙе халыҡ нисегерәк файҙалана икән?» – тигән һорау­ға яуап табыу өсөн республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәгән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Морат ИШКИНИН, Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылы:
– Шөкөр, пай еренә хоҡуғыбыҙҙы рәсми теркәп өлгөрҙөк. Беҙҙә бер кешегә 5 гектар самаһы ер тейҙе. Бөгөн пай ерен һәр кем айырым ҡуллана тип әйтеп булмай – халыҡтың күпселеге пай ерен «Ленин» ауыл хужалығы кооперативына ҡуртымға бирҙе. Һуңғы тапҡыр беҙҙең ерҙе ҡуртымға алыусылар һәр пай хужаһына 500-әр һум аҡса таратҡайны.
Пай ере мәсьәләһе буйынса әленән-әле йыйылыштар ойоштороп торабыҙ.

Ғәлим БАДАЛОВ, Әбйәлил районының Ташбулат ауылы:
– Закон буйынса ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр иҫәбенән пай алырға хоҡуғым булһа ла, миңә ер өлөшө теймәне. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозда эшләнем. Хәҙер был хужалыҡ Таһир Күсимов исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы тип атала. Урындағы етәкселәргә пай һорап барһам, алдан төҙөлгән исемлектәрҙең юғалып бөтөүенә, йә булмаһа, буш ҡалған ерҙәрҙең булмауына, бөтөүенә һылтаналар.
Аптырағас, хоҡуҡтарымды даулау маҡсатында район судына мөрәжәғәт итергә булдым. Ошо көндәрҙә минең эште ҡарау өсөн бишенсе тапҡыр суд ултырышы үтәсәк. Пай еренән мәхрүм ҡалған кеше бер мин генә түгел ул беҙҙә. Беҙ, колхозда автогаражда эшләгән утыҙлаған кеше, ерһеҙ тороп ҡалдыҡ. Хәҙер хоҡуҡтарыбыҙҙы даулап, судҡа йөрөргә мәжбүрбеҙ.

Фирзәнә СӘМИҒУЛЛИНА, ҡыйғы районының Арыҫлан ауылы:
– Биш гектар самаһы ер пайына хоҡуҡ алдыҡ һәм еребеҙҙе урындағы МТС-ҡа ҡуртымға бирҙек. Әле бына яңыраҡ ҡына пайсылар йыйылышы үткәргәйнек. Унда пай ерҙәре менән идара итергә тейешле кешеләрҙе бергәләп һайланыҡ. Милкебеҙ менән идара итеүҙе бер нисә кешегә ышанып тапшырыуыбыҙҙың сәбәбе шунда – нимәнелер хәл итеү өсөн тотош ауылды тиҙ генә йыйып алыуы ауыр. Шуға ла хәҙер килеп тыуған проблемаларҙы биш-алты кеше атҡарып сығасаҡ.
Быға тиклем дә пайҙарыбыҙ шул уҡ хужалыҡта ҡуртымда ине. Тик тәүҙә МТС менән килешеү йүнләп төҙөлмәгән булған. Улар беҙҙең ерҙәрҙе файҙаланған өсөн һалым түләне һәм башҡа бер ниндәй ҙә файҙа күрмәнек. Хәҙер шундай ҡарарға килдек: һалымды һәр пай хужаһы үҙе түләй, ә инде ҡуртым өсөн һәр пайсыға йыл һайын икешәр центнер ашлыҡ бирелә. Шулай дөрөҫөрәктер, тибеҙ.

Фәһимә ҒӘЙНЕТДИНОВА, Нуриман районының Иҫке Күл ауылы, 83 йәш:
– Беҙҙең элекке колхоз еренең майҙаны әллә ни ҙур түгел ине, халыҡ та күп. Мин дә ғүмер буйы колхозда эшләп, пенсияға сыҡтым. Пай ере бирәбеҙ, тип ауыл хакимиәтенә саҡыртҡайнылар, ерҙән баш тарттым. ҡартмын инде, ул ерҙе нимә эшләтәйем? Һалым да түләргә тура киләсәк, тип аңлаттылар, етмәһә. Кәрәкмәй миңә ер.
Читайте нас: