Өфөнөң йәш уйлап табыусыларының проекттары ил кимәлендә танылыу яуланы. «ТурбинаСпецСервис» предприятиеһы вәкиле Ринат Бекишев менән Башҡорт дәүләт университетынан Илгиз Йосоповтың энергетика һәм мәғлүмәт-телекоммуникация технологияһы өлкәһендәге проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты.
Былтыр октябрҙә Инновация һәм мәғлүмәт технологияларын үҫтереү буйынса милли ассоциация тарафынан йәштәрҙең юғары технологияларға булышлыҡ итеүсе проекттарына конкурс иғлан ителгәйне. Уға февралдә йомғаҡ яһалды. Барлығы 1592 проект ҡатнашып, финалға иң уңышлы тип табылған 30-ы һайлап алынғандан һуң улар араһында яҡташтарыбыҙҙың эше булыуына нисек һөйөнмәйһең?!
Ринат Бекишев «Реновация, пар турбиналары көрәктәренең хеҙмәткә яраҡлылығын оҙайтыу» проектын тәҡдим иткән. Ул эшләгән «ТурбинаСпецСервис» предприятиеһында махсус порошоктар ярҙамында турбиналарҙа ремонт процесын яйға һалғандар. Әлеге технологияны Күмертау, Өфө, Стәрлетамаҡ ТЭЦ-тары ҡулланған.
БДУ хеҙмәткәре Илгиз Йосопов иһә «Программалар менән идара итеү» проектын тәҡдим иткән. Был проект мәғлүмәт-аналитика системаһынан ғибәрәт булып, уны 2015 йылға тиклем Көньяҡ Урал райондарын үҫтереү программаһына индереү ҡаралған.
Әйткәндәй, еңеүселәргә, проекттарының әһәмиәтенә, уны бойомға ашырыуҙың көтөлгән һөҙөмтәһенә ҡарап, миллион ярым һумғаса грант бирелгән.
А. ЗИННУРОВА.