Бөтә яңылыҡтар
16 Март 2012, 15:07

Бөйөктәрҙең бөйөк балалары

Билдәле кешенең балаһы ла шул юлдан барасаҡ, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Рәсәй тарихында был, ысынлап та, шулай һымаҡ. Артистың балаһы ла − артист, түрәнең балаһы ла түрәме һуң? Түбәндәгеләргә күҙ һалайыҡ.

Билдәле кешенең балаһы ла шул юлдан барасаҡ, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Рәсәй тарихында был, ысынлап та, шулай һымаҡ. Артистың балаһы ла − артист, түрәнең балаһы ла түрәме һуң? Түбәндәгеләргә күҙ һалайыҡ.

СССР-ҙың тәүге һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачевтың ейәнсәре Ксе­ния журналистика өлкәһендә эшләй. Гор­бачевҡа ҡарата төрлө фекерҙәр йәшәһә лә, ҡыҙ фамилияһын үҙгәртергә йыйынмай. Олатаһы нәҫеленең дауам итеүе йәһәтенән бик борсола, шуға уны яратҡан ейәнсәре ғаиләлә Михаил Сергеевич ҡына йөрөткән фамилияны үҙ итә.

Мария Шукшина − билдәле актриса Лидия Федосеева-Шукшина менән яҙыусы Василий Шукшиндың ҡыҙы. Ул әсәһенең юлынан киткән. Әлбиттә, атаһы был һөнәрҙе һайлауына бик ҡыуаныс белдермәгән, киреһенсә, ҡыҙына сит телдәрҙе өйрәнергә тәҡдим иткән. Шуныһы ла ҡыҙыҡ: бер хатында Марияға ча-ча-ча бейергә һәм туҡмас ашы бешерергә өйрәнергә лә ҡуш­ҡан. Атаһы һүҙен актриса яртылаш үтәгән − сит телдәр факультетын тамамлаған.

Лиза Боярскаяның ата­һы кем икәнен аңлаған­һығыҙҙыр. Михаил Бояр­ский­ҙың ҡыҙы театр академияһында белем ала. Әсәһе – Санкт-Петер­бургтың билдәле сәнғәт әһеле Лариса Луппиан. Лиза үҙе менән, танылған актерҙың ҡыҙы, тип таныштырһалар, бик ҡыйынһына икән.

Ә бына беренсе космонавыбыҙ Юрий Гага­риндың ҡыҙы Елена Кремль музейҙары директоры булып эшләй. Атаһы тураһында хәтирәләре менән һирәк уртаҡлаша. Бер ҡыҙыҡ факт билдәле: Елена Юрь­ев­наны әлеге вазифаһына Гагариндың йыһанға осоуына 40 йыл тулыу көнөндә тәғәйенләй­ҙәр − 2001 йылдың 12 апрелендә.
Читайте нас: