Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2012, 15:47

Волонтерҙар – ойоштороусыларҙың уң ҡулы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республикала II Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһының финал уйындары бара. Ул 27 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Ҙур спорт ярышына илленән ашыу волонтер йәлеп ителгән. Шуларҙың унауһы Мәскәү, Пятигорск һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан. Улар донъя кимәлендәге спорт ярышына әҙерләнеү, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн килгән. Волонтерҙарҙың төп өлөшө – Өфөнөң юғары уҡыу йорттары (Башҡорт физик тәрбиә институты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты) студенттары. Шулай уҡ әлеге мәлдә эшләп йөрөүселәр ҙә ҡушылған.

Волонтерҙар – ойоштороусыларҙың уң ҡулы
Волонтерҙар – ойоштороусыларҙың уң ҡулы

Волонтерҙар стартҡа тиклем саңғы трассаһын, спорт-һауыҡтырыу комплексын универсиада символдары менән биҙәй. Ә ярыш көндәрендә улар майҙандан китмәй: йә пульт менән идара итәләр, йә спортсының килгән-киткән ваҡытын билдәләйҙәр, йә атыу һөҙөмтәһе хаҡында судьяларға хәбәр итәләр һ.б. Старт мәлендә һәм спорт­сылар­ға номер биргәндә лә нәҡ волонтерҙар ярҙамға килә. Ә финишта спортсыны ҡаршылап, допинг-контроль үтеү өсөн табип кабинетына тиклем уны оҙатып ҡуялар. ҡайһы бер волонтерҙар штраф түңәрәктәрендә тора.
«Волонтерҙар өсөн иң ауыры – таныш булмаған кешеләр менән тиҙ генә эшкә керешеү», − ти Элина Ханнанова. Ул волонтер сифатында Сочиҙағы Олимпия объекттарындағы тест-ярыштарында тәүге сирҡаныс алған.

Ләйсән СӘЛИМОВА.

Читайте нас: