Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2012, 16:15

Рәми Ғарипов – беҙҙең арала

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов Баймаҡҡа йыш ҡына килеп йөрөгән, мәктәп уҡыусылары менән осраш­ҡан, шиғри кисәләрҙә ҡатнашҡан, “Октябрь байрағы” гәзитендә шиғыр­ҙарын баҫтырған. Бөйөк шағир­ҙың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан Баймаҡ үҙәк район китапханаһы февраль айын Рәми Ғарипов айлығы тип иғлан итте. Бында ғына түгел, һәр ауыл китапханаһында Рәми Ғариповҡа арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәләре, шиғырҙарын яттан һөйләү, мәктәптәрҙә “Шағирға әйтер һүҙем” тип аталған хаттар конкурстары үткәрелә.

Рәми Ғарипов – беҙҙең арала
Рәми Ғарипов – беҙҙең арала

Шулай итеп, тетрәнеүҙәр кисерә-кисерә бәйге ахыры килеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. “30 уҡыусы ятлап бөттө ләме ни?” – тип аптырап, бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ.
Урындар түбәндәгесә билдәләнде. 5 – 7-се кластар араһында беренсе урынға – Зөлфиә ҡотлогилдина (Баймаҡ лицей-интернаты), икенсегә – Арыҫлан Баязитов (3-сө мәктәп) һәм Гөлсибәр Тотманова (БЛИ), өсөнсө урынға Заһит Боҫҡонов (3-сө мәктәп), Зөбәржәт Ишморатова (4-се мәктәп), Иҙел ҡудашев (1-се мәктәп) лайыҡ булды. 9 – 11-се кластар араһында беренсе урын – Баймаҡ лицей-интернатынан Гөлсимә Рыҫҡоловаға, икенсе урын – 4-се мәктәптән Айгизә ҡарасоваға, өсөнсө урын 3-сө мәктәптән Радмир Үлйәбаевҡа бирелде.
Афарин, башҡорт шиғриәтенә һөйөү йөрөтөүсе йәш быуын вәкилдәре!
Ә Гөлсимә Рыҫҡолова тураһында айырым яҙып үткем килә. Сөнки ҡатнашыусылар араһында башҡорт халыҡ кейемендә һәм ҡулына ҡурай тотоп, шағирҙың “ҡурай” шиғырын илатҡансы һөйләүсе бары ул ғына булды. Талғын көй аҫтында был шиғыр иң моңло йырҙарыңдан да моңлораҡ, һағышлыраҡ, әсерәк булып, бәғерҙәрҙе телде. Гөлсимә үҙе Хәйбулла районының Хворостянское исемле урыҫ ауылынан булһа ла, Баймаҡ лицей-интернатында уға башҡорт теленә шул тиклем көслө һөйөү уятҡандар – ул хатта башҡортса шиғырҙар, йырҙар ижад итә башлаған. “Мин, мәктәпте бөткәс, педиатр булырға, балаларҙы дауаларға хыялланам. Шиғырҙарҙы 8-се класта уҡығанда яҙа башланым, ә йырҙы 9-ҙы бөткәс, йәйгеһен яҙҙым. Ул үҙемдең шиғырыма яҙылды һәм “Юғалма” тип аталды. 10-сы класҡа килгәс, мәктәптә үткән “Алло, таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсында шуны йырлап еңеүсе булдым. Шунан артабан да йырҙар яҙа башланым. Гитарала уйнарға яратам. ҡала буйынса “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” конкурсында беренсе урынды алдыҡ. Мәктәбебеҙҙең КВН составының әүҙем ағзаһымын. Быйыл Сибайҙа үткән “Шаяниум” төбәк фестивалендә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” тигән диплом бирҙеләр”, – тип уңайһыҙланып ҡына һөйләне ул. Уны алып килгән тәрбиәсе Фәнүзә Байғотлина: “Бөтә конкурстарҙа ла ул һәр ваҡыт ҙур теләк менән ҡатнаша һәм еңеп сыға. Гөлсимә – беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ”, – тип маҡтап алды. “Фәнүзә апай үҙе гел ярҙам итә”, – тип Гөлсимә лә апаһына яратып ҡарап ҡуйҙы. Лицей-интернат уҡыусылары, ата-әсәһенән алыҫта булғанға ла, уҡытыусы, тәрбиәсе ағай-апайҙарына шул тиклем күңелдәрен баҫҡан икәне күҙгә ташланып тора. Бындай яҡынлыҡ бөтә мәктәптәрҙә лә күҙәтелһә ине ул.
... Рәми Ғарипов ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, бай йөкмәткеле һәм оҙон ғүмерле ижад һандығын аманат итеп ҡалдырҙы. Уның тормошо ни тиклем ҡатмарлы булған – шиғырҙары шул тиклем бәхетлерәк. Бәлки, ошоноң өсөн дә бар ауырлыҡты йөрәктән үткәрергә кәрәк булғандыр...

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотолары.
Читайте нас: