1. “Иҫәр сибәркәй”. Бындай типтағы ҡатын-ҡыҙҙар һәр саҡ көслө ир затының иғтибары үҙәгендә. Ул, ысынлап та, бер аҙ иҫәрерәк, уны тик мода яңылыҡтары, кейем-һалым, уйын-көлкө генә ҡыҙыҡһындыра. Башҡа өлкә менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Ирҙәр улар алдында бик аҡыллы һәм етди булып күренә, һәр әйткән һүҙен гүзәл заттар иҫе китеп тыңлай. Тик күп ир-ат уларҙың насар хужабикә һәм ялҡау икәнлеген белмәй. Ундай заттарға өйләнгән ирҙәргә Хоҙай сабырлыҡ бирһен. Улар ҡатындары өсөн барыһын да хәл итергә, ул берәй проблемаға тарымаһын өсөн даими күҙ-ҡолаҡ булып торорға тейеш. Дөйөмләштереп әйткәндә, ир-егеттәр бындай ҡатын-ҡыҙҙарға һунар итергә түгел, ә уларҙан ҡасырға кәрәклеген аңлап еткермәй.
2. “Ныҡ ҡатын”. Сабып барған атты туҡтатырҙай көслө характерлы. Сыҙам, эшһөйәр, энергияһы ташып тора. Кейәүгә иртә сыға, тормош юлдашы итеп күндәм ирҙе һайлай. Донъя көтөргә, мал йыйырға шәп кеше. Әммә ул наҙлы, иркә була белмәй, ҡаты күңелле.
3. “Йорт усағын һаҡлаусы”. Был категорияға ҡараған ҡатын-ҡыҙ таҙалыҡ һәм тәртип ярата, бик тәмле итеп бешеренә. Балаларының тамағы һәр саҡ туҡ, өҫтө таҙа. Иренең күҙенә генә ҡарап тора, уға ярарға тырыша. Тик үҙ-үҙенә етерлек аҡса эшләй белмәй, карьера артынан ҡыумай.
4. “Һунарсы”. Бындай гүзәл заттар бик яһил, уҫал, әсе телле. Улар үҙен, тик һоҡланыу өсөн генә яратылған, барыһы ла уға буйһонорға тейеш, тип иҫәпләй. Ир-егеттәр уларҙан ҡурҡа. “Һунарсы” бик аҡыллы, шуға ла ир-ат уның алдында ниндәйерәк кеше икәнлеген бик һуң аңлай.
Бындай ҡатын-ҡыҙ менән һүҙ көрәштереү, уның холҡон үҙгәртергә тырышыу – бары тик ваҡытты бушҡа уҙғарыу. Улар иҫ киткес һылыу түгел, әммә үҙҙәрен ылыҡтырғыс итеп тота белә. Ир-егеттәрҙән уларға аҡса һәм бүләк кенә кәрәк.
5. “Баҫалҡы”. Тоғро һәм хәстәрлекле, эшләп тә, ғаиләһен ҡарап та өлгөрә. Улар – идеаль тормош иптәше. Иренең уға бүләк бирмәүен дә, эсеп ҡайтыуын да, хатта хыянатын да ғәфү итә. Уның бар теләктәрен артыҡ һүҙһеҙ ҡәнәғәтләндерә, ә үҙе бер нәмә лә талап итмәй.
6. “Бисура”. Ул бер нәмәнән дә ҡурҡмай, тәмәке тарта, спиртлы эсемлектәр эсә, тәртипһеҙ енси тормош менән йәшәй. Тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар бирмәй, һаулығы хаҡында ла уйламай. Уларҙың яҡшы дуҫ булыуы ихтимал, әммә насар ҡатын һәм әсә.
7. “Эшем эйәһе”. Бындай типтағы ҡатын-ҡыҙ белемле, үҙ аллы, һалҡын аҡыллы, аҡса эшләй белә. Әммә улар насар хужабикә, аш-һыу тирәһенә яҡын килмәйҙәр. Ир-егеттәргә иҫтәре китеп бармай, уларға бик әҙ ваҡыт һәм наҙ бүләләр. Йылдар үткәс, ғаилә бәхетен аҡсаға һатып алып булмауын аңлап, кейәүгә сығалар. Һәм, ғәҙәттә, “баҫалҡы” йәки “ғаилә усағын һаҡлаусы”ға әйләнәләр.