Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2012, 16:07

Сәскәләр хуш еҫ бөркә

...Баныу Астанова декрет ялына сыҡҡан мәлдә, Өфөнән Гүзәл еңгәһе шылтырата:– Баныу, һиңә бер нәмәне күрһәтергә теләйем. Уҡыусымдың әсәһе килтерҙе, уны һин мотлаҡ күрергә тейешһең. Сөнки шундай матур нәмәләрҙе – кәнфиттәрҙән гөлләмәләрҙе – һин дә эшләй алаһың!

Сәскәләр хуш еҫ бөркә
Сәскәләр хуш еҫ бөркә
.
Ире Айнур, юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре, ҡайһы ваҡыт өҫтәлгә ишаралап, шыр ҡалма, тип шаяртһа ла, ҡатынының шөғөлөн хуп күрә, бигерәк матур килеп сыға лаһа, тип аптырау ҡатыш һоҡланып ҡуя.
– Был шөғөлөм төп аҡса сығанағы түгел, әлбиттә, ни бары кешеләргә матурлыҡ өләшеү генә, – ти Баныу.
Әйткәндәй, Баныуҙың эштәре, бына күрегеҙ, һоҡланығыҙ – ябай нәмәләрҙән дә гүзәл әйберҙәр эшләп була, тигәнгә ишаралағандай. Ошо мөғжизәнең тыуыуын үҙ күҙҙәре менән күргән һигеҙ йәшлек Әнилә лә гөлләмәләр эшләп булаша. Кескәй Нәркизә лә гүзәллеккә битараф ҡала алмай, әсәһе эшен тамамлағанда, уның янында «матур» ҙа «матур» тип бөтөрөлә, тел шартлатып һоҡланыуын күрһәтә. Әниләнең әйтеүенсә, улар йәйен күп итеп сәскә үҫтерә: «Атайым − раузаларҙы, әсәйем − лилиәләрҙе, Нәркизә − нәркәстәр­ҙе, мин ләлә сәскәләрен яратам». Һылыу, аҡыллы ҡыҙ музыка мәктәбендә лә уҡыуын хәбәр итте.
− ҡурай класын һайлағанға бигерәк тә атайым ҡыуанды, ул үҙе лә бит оҙаҡ йылдар балаларҙы ҡурай­ҙа уйнарға өйрәтте, − тип аңлатты әсәһе. − Әниләне иң тәүҙә мин һыҙғырырға өйрәттем, аҙаҡ ҡыҙым менән Илзидә бикәсемдең ире Радмир шөғөлләнде − ул профессиональ ҡурайсы, әлеге ваҡытта армияла, Бүрәт Республикаһында хеҙмәт итә. Ә беҙҙең Әнилә элек гел йүткереп ауырый торғайны, ҡурайҙа уйнай башлағас, бронхиттың ни икәнен оноттоҡ, шөкөр.
Оҫта ҡуллы, яҡты йөҙлө Баныу Зарим ҡыҙы Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбендә башҡорт теленән һәм Башҡортостан мәҙәниәтенән уҡыта. Беҙгә башҡорт теле кәрәкмәй, тип ултырған рус телле балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу маҡсаты менән яңы технологиялар, төрлө методик алымдарҙы файҙалана, заман менән бергә атларға тырыша. Ә бының өсөн башкөлләй эшкә сумыр кәрәк. Шулай ҙа тынғыһыҙ эшенән бер мәлгә генә арынғанда ла, ҡулына төҫлө ҡағыҙ, мәрйен, кәнфиттәрҙе ала – шул ваҡытта арыу-талыуҙары күҙ асып йомғансы юҡҡа сыға, күңелен бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ-нур сорнай. Бәлки, шул яҡтылыҡ яһалма сәскәләргә йән өргәндәйҙер ҙә әле, кем белә...
Читайте нас: