Тиҙҙән Өфөлә “Салауат Юлаев” хоккей клубының сағыу фанаткаһы яуапҡа тарттырыласаҡ. Ул туристик фирмала менеджер булып эшләп, миллион ярым һумға яҡын аҡсаны үҙләштергән. Шуныһы ҡыҙыҡ – был аҡсаны ул алтын-көмөш, тун, ҡиммәтле әйберҙәр алыуға туҙҙырмай, ә яратҡан командаһының еңеүенә букмекер контораһында ставкалар ҡуя.
27 йәшлек Өфө ҡыҙы туристик агентлыҡта ни бары бер ай эшләп өлгөргән. Көн һайын ул бер нисә путевка һатҡан, ләкин кассаға аҡсаның кәм тигәндә ни бары өстән бер өлөшөн генә индергән. Ә килеп тыуған һорауҙарға йылғыр менеджер һатып алыусыларҙың аҡсаны көттөрөп түләүенә һылтанған. Ләкин түҙемлеге бөткән етәксе клиенттар менән телефон аша шылтыратып һөйләшергә була һәм трубканың икенсе осонан аптыраулы тауыш менән: “Беҙ путевка өсөн аҡсаны тулыһынса түләнек”, – тигән яуаптар ишетә.
Закон буйынса хоккей фанаткаһына ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Самат ҡОТЛОЕВ әҙерләне.