Бөтә яңылыҡтар
2 Март 2012, 18:29

Мөғжизә менән тере ҡалған

Ир-егеттәр байрамын Өфөлә йәшәүсе өс дуҫ хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп (йәғни иҫте юйғансы эсеп) билдәләмәксе була. Кафе-маҙарға артыҡ аҡса түккәнсе тип, улар, магазиндан һый алып, “Шевроле Нива” машинаһы эсендә табын ҡора. Ирлек, дуҫлыҡ өсөн рюмка артынан рюмка күтәрә торғас, быларҙың спиртлы эсемлектәре бөтә. “Тимер арғымаҡ”тың хужаһы яҡындағы магазинға йәйәүләп китә. Был арала хәмер башына апаруҡ һуҡҡан дуҫы ҡала буйлап бер елдереп йөрөп килмәксе була. Дуҫлыҡ монументы янында машина капотынан ҡап-ҡара ҡуйы төтөн күтәрелә. Әммә рулдәге егет кире боролорға уйламай ҙа. Ул Архангел районында йәшәүсе танышына барып, автомобилде йүнәттермәксе була.

Ир-егеттәр байрамын Өфөлә йәшәүсе өс дуҫ хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп (йәғни иҫте юйғансы эсеп) билдәләмәксе була. Кафе-маҙарға артыҡ аҡса түккәнсе тип, улар, магазиндан һый алып, “Шевроле Нива” машинаһы эсендә табын ҡора.
Ирлек, дуҫлыҡ өсөн рюмка артынан рюмка күтәрә торғас, быларҙың спиртлы эсемлектәре бөтә. “Тимер арғымаҡ”тың хужаһы яҡындағы магазинға йәйәүләп китә. Был арала хәмер башына апаруҡ һуҡҡан дуҫы ҡала буйлап бер елдереп йөрөп килмәксе була. Дуҫлыҡ монументы янында машина капотынан ҡап-ҡара ҡуйы төтөн күтәрелә. Әммә рулдәге егет кире боролорға уйламай ҙа. Ул Архангел районында йәшәүсе танышына барып, автомобилде йүнәттермәксе була.
Төтәгән машинала иҫерек ир йөҙ саҡрымға яҡын ер үтә. Салон эсен ут ялмағас ҡына машинанан һикереп төшөп, мөғжизә менән генә тере ҡала.
Егет Өфөгә ҡайтҡас та ҡулға алына. Уға ҡарата енәйәт эше асҡандар. Ә бына машина хужаһына хәҙер яңы “тимер ат” алырға тура килер – ул бөтөнләй эшлектән сыҡҡан.
Читайте нас: