– Сувенирҙар эшләү өсөн йүкә ағасы ҡулай, ул йомшаҡ, юнып эшләү өсөн еңел. Ә инде өҫтәл, ултырғыс, һандыҡ кеүек йыһаздарға ҡарағай ағасын алырға тырышам. Буш ваҡытым булдымы, күңелем яратҡан шөғөлөмә тартыла ла тора. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә уйым менән үҙемдең оҫтаханамдамын, теге йәки был әйберҙе эшләү өсөн ҡулай материалдар ҡарайым, – тип һөйләй үҙенең яратҡан шөғөлө хаҡында алтын ҡуллы ғаилә башлығы.
Оҫта оҫта инде, ағастан ғына түгел, боҙҙан да ҡойоп ҡуйғандай итеп эшләп ҡуя. Шуға күрә йыл һайын үҙен район үҙәгенә боҙ ҡаласыҡтары эшләргә лә саҡыралар. Таштар ҙа ҡыҙыҡһындыра уны. Киләсәктә таштан да сувенирҙар эшләргә өйрәнергә ниәте.
Атанан күргән − уҡ юнған, тигән халыҡ мәҡәлендәгеләй, 9-сы синыфта тик «бишле» билдәләренә генә уҡыусы улы Фәнис тә иҫ белә башлағандан атаһы янында, бысҡан ваҡытта ағасын тотоп торһонмо, кәрәкле инструментын алып бирһенме… Ете йәшенән иһә атаһының ярҙамы менән тәүге сувенирын эшләп ҡарай. Бына шулай бәләкәйҙән генә ағастан һырлап эшләү серҙәренә өйрәнә. Хәҙер иһә оҫталыҡта атаһынан бер ҙә ҡалышмай, мәктәп исеменән үҙенең эштәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашып йөрөй. Аталы-уллы ҡунаҡҡоловтар бергәләп тотонғанда инде ағастан күҙҙең яуын алырҙай мөғжизәле әйберҙәр тыуа.
Көйөргәҙе районы.