Бөтә яңылыҡтар
24 Февраль 2012, 21:12

Спортта күрәҙәлеккә урын юҡ, әммә студенттарыбыҙға ышанабыҙ

25 февралдән 27 мартҡа тиклем республикабыҙҙа ҡышҡы уйындар буйынса II Бөтә Рәсәй универсиадаһының финал уйындары үтәсәк. Был мәртәбәле сара урыны итеп юҡҡа ғына Башҡор­тостан һайланмаған – 2010 йылда уҙған универсиадала студенттарыбыҙ икенсе урын яулағайны. Ҙур спорт ярышы РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Спорт резервы әҙерләү федераль үҙәге, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында «Рәсәй студенттарының спорт союзы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ойоштороуында үтә. Беҙҙең төбәктә ул БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы кураторлығында уҙасаҡ. Баш судья итеп яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Глады­шева тәғәйенләнгән.

25 февралдән 27 мартҡа тиклем республикабыҙҙа ҡышҡы уйындар буйынса II Бөтә Рәсәй универсиадаһының финал уйындары үтәсәк. Был мәртәбәле сара урыны итеп юҡҡа ғына Башҡор­тостан һайланмаған – 2010 йылда уҙған универсиадала студенттарыбыҙ икенсе урын яулағайны.
Ҙур спорт ярышы РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Спорт резервы әҙерләү федераль үҙәге, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында «Рәсәй студенттарының спорт союзы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ойоштороуында үтә. Беҙҙең төбәктә ул БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы кураторлығында уҙасаҡ. Баш судья итеп яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Глады­шева тәғәйенләнгән.
Ошо сара алдынан БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, уның урынбаҫары Руслан Бикембәтов һәм Башҡорт физик культура институты директоры Павел Горулев журналистар менән осрашты.
− Сараға мең ярым спортсының килеүе көтөлә. Тау саңғыһы спортында – 130, биатлонда – 400, сноубордта – 124, спорт ориентирында – 201, саңғы ярышында – 213 кеше, хоккейҙа 16 команда буласаҡ. Универсиада рәсми рәүештә 12 мартта асыласаҡ, унда мәртәбәле ҡунаҡтар киләсәк, − тине Андрей Иванюта.
Руслан Бикембәтов ярыштар­ҙың нисек һәм ҡасан үтәсәге хаҡында ентекләп һөйләне. 25 февралдән 1 мартҡа тиклем Октябрьский ҡалаһының «Өйәҙ-тау» тау саңғыһы комплексы саңғысыларҙы, ә 1 − 5 мартта сноубордсыларҙы ҡабул итәсәк.
8 − 14 мартта Өфөнөң «Биат­лон» комплексында биатлонсылар ярышһа, 14 − 20 мартта унда саңғысылар уҙышасаҡ. 12 − 20 мартта Өфө, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында хоккей уйындары буласаҡ. 22 − 27 мартта Йоматау ҡасабаһының «Локомотив» һауыҡтырыу лагерында спорт йүнәлеше буйынса ярыштар уҙасаҡ. Конькиҙа уҙыштар, беҙҙә тейешле шарттар булмау сәбәпле, Силәбе ҡалаһында ойоштороласаҡ.
Андрей Иванюта әйтеүенсә, универсиадаға федераль ҡаҙнанан − 10 млн, республиканан 2 млн һум аҡса бүленгән. Был сумма сараны тейешле кимәлдә үткәреүгә, спортсыларҙы тулы­һынса экипировкалауға йүнәлтелгән. Һәр бер ярышты урын-еренә еткереп ойоштороу өсөн волонтерҙар талап ителә. Был мәсьәлә хәл ителгән, тип белдерҙе министр.
«Салауат Юлаев» командаһы хоккейсыһы Александр Радулов та студент бит (П. Лесгафт исемендәге милли дәүләт физик культура, спорт һәм һаулыҡ университетында уҡый). Был ярышта спорт «йондоҙҙар»ы буласаҡмы, тигән һорау тыуа. «Радуловта универсиада ҡайғыһы юҡтыр, хоккейсылар алдында КХЛ-дың хәл иткес уйындары тора бит. Икенсе ваҡыт ярыш календарын төҙөгәндә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк», − тине Павел Горулев.
«Башҡортостан студенттарының хәлен нисек баһалайһығыҙ, еңеүҙәргә ышанаһығыҙмы?» − тигән һорауға Павел Горулев: «Спортта күрәҙәлеккә урын юҡ. Дәғүәселәребеҙ көслө, улар ныҡ әҙерләнә. Беҙҙең студенттарҙың еңеү яулар өсөн күп көс һаласағын ҙур ышаныс менән әйтә алам», − тип яуапланы.
Студенттарҙың ҙур спорт ярышы мотлаҡ яңы «йондоҙҙар» ҡабыҙыр, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең йыйылма командаһы резервын тулыландырыуға булышлыҡ итер. Яҡташтарыбыҙ өсөн тик ҡыуанырға яҙһын. Универсиада – 2012 хәйерле сәғәттә башланһын!
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Читайте нас: