Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2012, 15:01

Төйәгем тарихын - ташҡа

Тыуған яҡ! Ошо һүҙҙәрҙе әйтеү менән сылтырап аҡҡан шишмәләр, шаулап торған урмандар, йәйрәп ятҡан баҫыуҙар күҙ алдына килеп баҫа. Тыуған яҡ, тыуған ауыл, тыуған өй...Ошо ҡәҙерле һүҙҙәр һәр беребеҙҙә уларға һөйөү, мөхәббәт тәрбиәләй. ҡайҙа ғына барма, ҡайҙа ғына йөрөмә, тыуған яғыңды һағынып ҡайтаһың.Беҙҙе уратып алған урман-яландар, йылға-шишмәләр, тау-үҙәндәр атамаһын киләсәк быуынға еткереү маҡсаты менән үҙем уҡытҡан уҡыусыларымды оло быуын кешеләренән һорашып-яҙып алырға өндәйем. Сөнки уларҙы бөгөн яҙып алмаһаҡ, иртәгә бик һуң булыуы ихтимал. Йыйылған яҙмаларҙан альбом төҙөйбөҙ, улар байтаҡ булып китте. Тыуған ер тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыллыҡ менән иғтибарлыҡ тәрбиәләүҙе нәҡ тәбиғәт ҡомартҡыларынан башларға кәрәк, тип уйлайым.Һеҙҙең иғтибарға бер нисәүһен тәҡдим итмәксебеҙ.

Төйәгем тарихын - ташҡа
Төйәгем тарихын - ташҡа

Тыуған яҡ! Ошо һүҙҙәрҙе әйтеү менән сылтырап аҡҡан шишмәләр, шаулап торған урмандар, йәйрәп ятҡан баҫыуҙар күҙ алдына килеп баҫа. Тыуған яҡ, тыуған ауыл, тыуған өй...
Ошо ҡәҙерле һүҙҙәр һәр беребеҙҙә уларға һөйөү, мөхәббәт тәрбиәләй. ҡайҙа ғына барма, ҡайҙа ғына йөрөмә, тыуған яғыңды һағынып ҡайтаһың.
Беҙҙе уратып алған урман-яландар, йылға-шишмәләр, тау-үҙәндәр атамаһын киләсәк быуынға еткереү маҡсаты менән үҙем уҡытҡан уҡыусыларымды оло быуын кешеләренән һорашып-яҙып алырға өндәйем. Сөнки уларҙы бөгөн яҙып алмаһаҡ, иртәгә бик һуң булыуы ихтимал. Йыйылған яҙмаларҙан альбом төҙөйбөҙ, улар байтаҡ булып китте. Тыуған ер тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыллыҡ менән иғтибарлыҡ тәрбиәләүҙе нәҡ тәбиғәт ҡомартҡыларынан башларға кәрәк, тип уйлайым.
Һеҙҙең иғтибарға бер нисәүһен тәҡдим итмәксебеҙ.
Рүзидә ҒӘЙФУЛЛИНА,
тарих уҡытыусыһы.


«Ишембәт»

Беҙҙең Рәт тауы артында Ишембәт исемле йылға бар. Элек был йылғаның исеме булмаған. Шул йылға, был йылға, тип кенә йөрөткәндәр. Бер көн ҡойоп ямғыр яуа, йылға ташып, ярҙарынан сыға, халыҡ уның аша сыға алмай аптырана. Шул саҡ Ишембәт исемле һалдат хеҙмәттән ҡайтып килгән була. Атының береһенә һыбай менеп, икенсеһенең йүгәнен биленә бәйләп, йылға аръяғына сыҡмаҡсы була. ҡарттар, һин, Ишембәт, юҡ менән булма, йылға ташҡан, ул-был булып ҡуймаһын, ти. Ә Ишембәт, диңгеҙҙә балыҡ үлмәгәнде, йылғала мин үлмәм әле, тип шаярта ла уны кисеп сығырға була. Тик йылға уны аттары менән бергә ағыҙып алып китә.
Шунан бирле йылға Ишембәт исемле булып ҡала.

Рина ШАЙМОРАТОВА
олатаһы Сәйфетдин Әүбәкировтан
яҙып алған.

«Аҡыл тауы»

Аҡыл тауына Аҡҡол исемле ҡарт килеп ултырған. Уны, ҡатай ырыуынан булған, тиҙәр. Ултырған ере – тау башы. Бар тирә-яҡ асыҡ күренә. Шишмә лә алыҫ түгел, мал өсөн дә уңайлы − өй артында ғына ҡуйы урман. Йәнә ауылда йәшәгән ҡатай ырыуы менән тамъяндар һы­йышмаған. Бәлки, шуғалыр ҙа ҡарт ҡасып, тау башында төпләнгәндер. Ғү­мер буйы дошманлашып, һуғышып йәшәп булмай, ҡасандыр быға нөктә ҡуйыр­ға, дуҫлыҡ урынлаштырырға кәрәк бит. Ауылдың ырыу башлыҡтары тау башында йыйылып, кәңәш ҡора. Шунан башлана ла инде уларҙың дуҫлығы. Бер ырыу икенсеһенә ҡыҙҙар бирә, икенселәре кәләш ала. Аҡыл тауының тарихы шулайыраҡ, ти Сәйтамал өләсәйем Хәликанова.

Юлиә КӘРИМОВА.

«Йәнбикә шишмәһе»

Шишмә тау-таш араһынан урғылып аҡмай. Ул урман эсендәге бәләкәй генә аҡландан башлана.
Ауыл халҡы унан һыу алып эсә − ҡыҙҙар көйәнтәләп һыу ташый, егеттәр ҡыҙ күҙләй бара. Ғашиҡтар урыны тиергә мөмкин.
Бер көн Йәнбикә исемле ҡыҙҙы атаһы икенсе кешегә, хәлле бер байға, кейәүгә бирмәксе була. ҡыҙҙың үҙенең яратҡан егете була. Ул бик ҡайғыра, яратҡан кешеһенә хыянат итмәҫкә ҡарар итә, ғашиҡтар осрашып йөрөгән ергә барып аҫылына. Шишмә, шулай итеп, Йәнбикә исемен ала.
Шәхси эшҡыуар Йәлил ағай Мөхәмәтдинов шишмәнең тирә-яғын кәртәләп алды. Һыу алған еренә матурлап баҫҡыс һалды.

«ҡасып килгән»

Революциянан һуң ҡасаҡтар бик күп булған. Улар араһында төркмәндәр ҙә була. Ошо ялан ситендә тәүгә туҡтағандар, ағып ятҡан шишмәһен оҡшатҡандар. Тора-бара төркмәндәр Үткәл халҡына ҡушыла. Тәүге туҡталышты ҡасып килгән тип йөрөтә башлайҙар.

«ҡаҙаҡ үлеге»

«Туҡмаҡ йылға» баҫыуының үрге яғында ҡаҙаҡ үлеге яланы бар. Уның тарихы былайыраҡ. Революциянан һуң аслыҡ башлана. Илдә аслыҡ, яланғаслыҡ, тормош наҡыҫ саҡ. ҡаҙаҡ милләтле кеше ошо яланда астан үлә. Уның кәүҙәһе табылған ерҙе тап шулай атап йөрөтә башлайҙар.

Әсмәбикә САФУАНОВА
өләсәһе Илсиә Ғәлиәкбәрованан
яҙып алған.

«Әтәс тауы»

Граждандар һуғышы ваҡытында ауылда аҡтар ҙа, ҡыҙылдар яғында ҡатнашҡан кешеләр ҙә була. Бер ҡарттың ике улы була. Береһе аҡтар яғында булһа, икенсеһе − ҡыҙылдарҙа. Әлеге тауҙа алыш барғанда ҡыҙылдарҙа йөрөгән егет аҡтар яғында булған ҡустыһын атып үлтерә. Атылған егеттең исеме Әсәт була. Тәүҙә тау «Әсәт тауы» тип йөрөтөлә, тора-бара тау Әтәс тауына күсә. Бәлки, әйтеүе еңелерәк булғандыр.

Нәзирә ЙОМАҒУЖИНА
өләсәһе Хәкимә Йомағужинанан яҙып алған.

Белорет районы,
Үткәл ауылы.
Читайте нас: