йәки Был – халыҡты аптыратыуға ҡоролған күренеш
ҡала урамдарында йөҙәр кешенең бергә йыйылып, төрлө ҡыҙыҡлы хәрәкәттәр эшләгәненә юлыҡҡанығыҙ булманымы? Улар бер-береһе менән аралашмай ҙа, таныш та түгел һымаҡ, ә бөтәһе лә бер хәрәкәтте ҡабатлай. Аптырап, ҡыҙыҡһынып ҡарап торғанһығыҙҙыр, күрһәгеҙ, эйеме? Флешмоб тип атала был күренеш.
Өфөлә флешмоб менән оло йәштәгеләр бик таныш булмаһа ла, йәштәрҙе аптыратыуы бик еңел түгел. Ә бына бүтән ҡалаларға әлегә ул яңы үтеп инә башланы. Яңы йыл алдынан, ҡала халҡын аптыратып, Бәләбәйҙә тәүге флешмоб үтте. Күмертауҙа Ғашиҡтар көнөнә флешмоб ойошторолдо. Унда ғашиҡтар йыйылып, һауаға йөрәк формаһындағы ҡытай фонарҙары осоролдо. Тик был күренеш ҡала хакимиәте менән һөйләшеп, уларҙың ярҙамында үткәрелгәнлектән, флешмоб тип атала алмай. Ә нимә һуң ул флешмоб?
Флешмоб (флэшмоб) инглиз теленән flash (ҡабыныу, тоҡаныу, мәл) mob (халыҡ төркөмө) һүҙҙәренән алынған. Был сара алдан әҙерлә. Унда бер төркөм (мобберҙар) ҡапыл ғына кешеләр күп йөрөгән урында йыйыла ла, алдан һөйләшелгән хәрәкәттәрҙе эшләй башлай. Эшләп бөтә лә, бер ни булмағандай таралыша. Флешмобҡа йыйылыусылар, ғәҙәттә, интернет аша һөйләшеп, билдәле бер ваҡытҡа бер урынға йыйыла.
Флешмоб осраҡлы тамашасыларҙы аптыратыу, уларҙа был хәлде аңламау тойғоһо уятыу һәм хатта ҡыҙыҡһынып китеп, ҡатнашып ҡарау теләге тыуҙырыу ниәтендә ойошторола.
Флешмобтың ҡағиҙәләре ҡыҙыҡлы, эйеме? Уның маҡсаты бары тик кеше аптыратыу, күңел асыу ғына. Шуға ла, төпкә төшөп, был күренештең ниндәйҙер сәйәси тамырҙарын эҙләргә кәрәкмәй. Уны йәштәрҙең шуҡлыҡтары тип атарға булалыр. Әгәр ҡыҙыҡһынып китеп, флешмоб ойошторорға йыйынһағыҙ, үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы йә башҡа документығыҙҙы ла алырға онотмағыҙ. Тәртип һаҡсыларының был шуҡлығығыҙҙы аңламауы ла бар.
Бер нисә сценарий ҙа тәҡдим итәбеҙ.
Күктә ниҙәр бар икән?
Бер төркөм кеше йыйыла ла, кеҫәләренән, сумкаларынан биноклдәр, күҙлектәр, йомролатып уралған гәзиттәр тартып сығарып, улар аша күккә ҡарай башлай. Йә берәй бинаға, Башҡорт дәүләт университетына, мәҫәлән. Биш-ун минут шулай ҡарап торғандан һуң, үтеп барыусыларҙы аптыратып, һәр кем үҙ юлы менән китә.
Ваҡыт туҡтап ҡалдымы әллә?
Йыйылыусылар өс минутҡа туҡтап, хәрәкәтһеҙ ҡала. Был ваҡыт туҡтауына оҡшаған булырға тейеш. Өс минут үткәс, саҡ ҡына ял итеп алалар ҙа, артабан дауам итәләр.
Бейейбеҙ, бейейбеҙ!
Был – иң йыш осраған флешмоб. Интернетта алдан һалынған бейеүҙең хәрәкәттәрен өйрәнеп алған йәштәр бер урынға йыйыла ла, музыка ҡуйыу менән бейей башлайҙар. Һәм шулай уҡ бер нисә минуттан таныш түгел кешеләр һымаҡ таралышалар.