Бөтә яңылыҡтар
3 Февраль 2012, 16:39

Йүнселдәргә офоҡтар киң

Илдар Бикташев, шәхси планетарий асып, балаларҙы йыһан донъяһы менән таныштыра Өфө ҡалаһының 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тамаша күрһәтергә вәғәҙә иткән бер ағайҙы сабырһыҙланып көтә. Һәм бына, ҙур-ҙур сумаҙандар йөкмәп, ике егет һәм бер ҡыҙ килеп инде. Улар балалар йортоноң икенсе ҡатындағы залға әйберҙәрен бушатты ла, һауа тултырғыс менән ҙур ҡара брезентҡа тын өрҙөрә башланы. Тиҙ арала бәләкәс кенә тирмә барлыҡҡа килде. ҡыҙҙар һәм малайҙар, тәрбиәселәрҙең тыйыуына ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар янында өйрөлә. − Иң тәүҙә бәләкәстәр өсөн тамаша күрһәтеләсәк. Кескәй­ҙәргә үтергә мөмкин, − тине мыҡты кәүҙәле бер егет. Балалар шау-гөр килеп тирмә эсенә инде лә иҙәнгә һуҙылышып ятты. Бер нисә секундтан сихри көй ишетелде, ә тирмә көмбәҙендә мең-мең йондоҙсоҡ балҡыны, көмөш ай хасил булды. ҡолаҡты наҙлаған тауыш «Айҙың ҡояшҡа ҡунаҡҡа барғаны» әкиәтен һөйләй башланы.

Йүнселдәргә   офоҡтар киң
Йүнселдәргә офоҡтар киң
Илдар Бикташев, шәхси планетарий асып, балаларҙы йыһан донъяһы менән таныштыра

Планетарийҙа әлегә дүрт программа бар. Тәүгеһе кескәйҙәргә тәғәйенләнһә, икенсеһе йыһандағы асыштар хаҡында. Урта синыф уҡыусыларына «ҡояш системаһындағы планеталар», өлкәндәргә «ҡош юлы» лекциялары күрһәтелә. Бер программаның хаҡы яҡынса утыҙ мең һум самаһы тора. Илдар яңыларын даими алып тора. Ул эш башлағанда республикала бөтөнләй дәғүәселәре булмай. Уныҡы кеүек мобиль планетарийҙар яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килә башлаған.
− Табыш артынан ҡыуып, намыҫ хаҡында онотоусы эшҡыуарҙар күп... Нисек уйлайһың, «бысраҡ» аҡса буламы? – тип һорағас, ул:
− Ундай байлыҡ бер ҡасан да ырыҫ килтермәй. Дәүләткә һалым түләйем, ярҙамсыларымды аҡса­һыҙ ҡалдырмайым, хәйриә акцияларында ҡатнашам. Балалар йорттарында, социаль приют тәрбиәләнеүселәренә бушлай тамаша күрһәтәм. Кескәйҙәргә шатлыҡ өләшеү, уларҙың ҡыуанысын күреү мине бик бәхетле итә, – тине Илдар, йылмайып. – Ошо эшкә бар күңелемде һалдым, шуға уны ниндәйҙер кире мәлдәр менән таплағы килмәй.
Киләсәк тураһында һүҙ сыҡҡас, Илдар: «Яҡын арала Өфөлә заманса планетарий асыласаҡ. Мин ошо ойошма менән етәкселек итер инем. Сөнки был юҫыҡта ярайһы уҡ тәжрибәм бар, клиенттар базаһы ла тупланған», − тине.
Үҙ эшен асырға теләүселәр ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш, тиеүгә ул һис икеләнмәй: «Тәүәккәллек, алға ынтылыш һәм һиҙгерлек. Йәғни хәл-торошто алдан күҙаллай белергә кәрәк», – тип яуапланы.
Әңгәмәләшеп бөтөүгә йондоҙҙар иленә «сәйәхәт ҡылған» балалар тирмәнән килеп сыҡты.
– Оҡшанымы? – тиеүгә барыһы ла бер тауыштан:
– Эйе! Ағай, рәхмәт һеҙгә! Тағы ла ҡарағы килә, − тиеште.
– Ә хәҙер урта синыф уҡыусылары инһен, − тип, Илдар башҡаларҙы әйҙәй башланы.
Эш юҡ, аҡса юҡ, тип зарланып, ҡул ҡаушырып тик ултырғансы, Илдар Бикташев кеүек үҙ бизнесыңды асыу, шул уҡ ваҡытта башҡаларға эш урыны булдырыу, үәт, исмаһам, егетлек.
Читайте нас: