Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһындағы фажиғә шундай һығымта яһарға мәжбүр итә
Республика Президенты Р. Хәмитов Приютовола фажиғә урынында булып, бәләгә тарығандар менән осрашып, яҡындарын юғалтҡан ғаиләләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты, яҡын көндәрҙә республика хөкүмәте тарафынан зыян күреүселәргә матди ярҙам күрһәтеләсәге, компенсация түләнәсәге тураһында белдерҙе. Кисектергеһеҙ ихтыяждары өсөн һәр ғаиләгә 15-әр мең һум аҡса бүленде лә инде. Президент шулай уҡ янған йорт урынына тиҙ арала – 100 көн эсендә яңыһы төҙөлөп, май айында уҡ бәләгә тарыусылар яңы фатирҙар менән тәьмин ителәсәге тураһында ла әйтте.
Р. Хәмитов янғында зыян күреүселәргә ваҡытлыса йәшәү урыны итеп бирелгән «Нефтcе» дөйөм ятағын да ҡарап сыҡты һәм ундағы йәшәү шарттарының шәптән булмауын билдәләне. Ул шулай уҡ йортһоҙ ҡалғандар өсөн туҡланыу ойошторолған ашхана шарттары менән дә танышты. Кешеләрҙең янған документтары урынына тейешле хеҙмәттәрҙән яңыларын тиҙерәк эшләп биреүҙәрен талап итте.