Ауырғазы районы пенсионерҙарын кәкре ҡайынға терәтеп китеүсе 40 һәм 54 йәшлек ике ир ҡулға алынған. Улар, үҙҙәрен хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы хеҙмәткәре тип таныштырып, инәй-олатайҙарҙан аҡса һыҡҡан.
Ололарға йылы һүҙ, иғтибар булһа, етмәһә, һыҙланыуҙарына дауа табырға вәғәҙә итһәң, ирей ҙә төшә инде. Мут егеттәр улар холҡоноң ошо йомшаҡ яғы менән оҫта файҙаланған. Улар билдәле суммаға пенсионерҙарға медицина ярҙамы күрһәтергә, инвалидлыҡ юлларға, тағы ла әллә күпме проблемаларын хәл итергә вәғәҙә иткән. Хатта бер ҡорбанына, операция эшләтеү өсөн күҙ хирургы табабыҙ, тигәндәр. Бындай «изгелек» өсөн ун мең һум аҡса алғандар.
Әммә ҡырын эш тиҙ асыла. Ирҙәрҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡулға алғандар ҙа рәшәткә артына бикләп тә ҡуйғандар. Үҙҙәре әйтеүенсә, улар ете кешене төп башына ултыртҡан, әммә тәртип һаҡсылары, был исемлек тағы ла оҙонораҡ булырға тейеш, ти. Асыҡланыуынса, енәйәтселәр күптән түгел генә төрмәнән сыҡҡан. Береһе рәшәткә артында − 28 йыл, икенсеһе 15 йыл ғүмерен уҙғарған. Ни эшләйһең, был ике ир, ҡанға һеңгән ғәҙәтен ҡыуып, тағы ла иректән мәхрүм булды.
Ололар изге кеше булып ҡыланған сит әҙәмдәргә ышанмаһын, уларға аҡсаһын тоттороп сығармаһын, ғөмүмән, өйөнә түгел, ҡапҡаһынан да индермәһен ине.
Гүзәл БИКМӘТОВА.