Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар 2012, 15:49

Ситтә ҡалған миллеттәштәребеҙ сит түгел

Башҡортостанды картала бер япраҡ саҡлы ғына тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән халҡыбыҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынғанғалырмы, ул миңә һәр саҡ Иҙелдән Иртышҡа тиклем йәйрәп ятҡан мөһабәт ил булып күренде.

Ситтә ҡалған миллеттәштәребеҙ сит түгел
Ситтә ҡалған миллеттәштәребеҙ сит түгел

Башҡортостан вәкилдәре Силәбе тарафтарына юлланғанда күберәк Арғаяш районында була. Шуға ла беҙ иң башта иғтибарҙан ситтә ҡалғылаған ҡоншаҡҡа барырға булдыҡ.
Район үҙәгенә ҡараңғы төшкәс кенә барып етһәк тә, беҙҙе йылы ғына ҡаршы алып, ҡуныр урын да әҙерләп ҡуйғайнылар. Бының өсөн бигерәк тә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлбаныу Ғабдулла ҡыҙы Йәнтуринаға рәхмәтлебеҙ. ҡоншаҡ ерендәге осрашыуҙарыбыҙ ҙа уның кабинетындағы әңгәмә менән башланып китте. Гөлбаныу Ғабдулла ҡыҙы ваҡытын йәлләмәй беҙҙе ҡоншаҡтарҙың тормош-көнкүреше, райондың социаль-иҡтисади хәле менән ентекләп таныштырҙы.
Райондың иҡтисади нигеҙе – ауыл хужалығы. 12 ауыл хужалығы предприятиеһы үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереүгә махсуслашҡан. Бағараҡ ауылы биләмәһендә «герефорд» тоҡомло һыйыр малы үрсетеү буйынса малсылыҡ хужалығы ойошторолған. ҡоншаҡ күлдәргә бай һәм унда балыҡ үрсетеүгә ҙур иғтибар бүленә. Был тармаҡта «Балыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әйҙәүсе булып тора.
ҡоншаҡ районының халҡы – 30119 кеше һәм уларҙың яртыһы тип әйтерлек башҡорт милләтенән. Халыҡтың өстән бер өлөшөн мишәрҙәр тәшкил итә, әммә улар үҙҙәрен татарҙар исемлегенә индергән.
Районда 74 ауыл бар һәм улар туғыҙ муниципаль берәмеккә ҡарай. ҡоншаҡтарҙың ғорурлығы – байтаҡ майҙанды биләгән күлдәре һәм шулар­ҙан Сыбаркүл менән Айҙыкүл тәбиғәт ҡомартҡылары булып һанала.
Районда милли мәҙәниәтте, телде, йолаларҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә. Был эшкә башҡорт ҡоролтайы ла лайыҡлы өлөш индерә. Уның башҡарма комитеты рәйесе Нияз Ғаттаров менән ҡоролтайҙың башҡарған эштәренә байҡау яһайбыҙ.
– ҡоролтай ойошторолғас та ун йылға ҡоншаҡ районының милли яңырыу программаһын төҙөгәйнек. Ул үҙ эсенә мәктәптәрҙә үҙ телебеҙҙе өйрәнеү, милли кадрҙар әҙерләү, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү һәм башҡаларҙы алды, – ти Нияз Ғаттар улы. – Алдыбыҙға ҡуйған маҡсатҡа тулыһынса өлгәштек тиһәк тә була. Өфөнән саҡырып килтереп, байтаҡ ҡына яҙыусы, артист, журналист менән осрашыуҙар үткәрҙек. Район гәзитенә ҡушымта итеп «Аманат» тип исемләнгән үҙ баҫмабыҙҙы сығарҙыҡ. Башҡортостандың элекке Президен­ты Мортаза Рәхимовта булып, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын беҙгә еткереүҙәрен һорағайныҡ, ул вәғәҙәһендә торҙо – бөгөн рәхәтләнеп ошо каналды ҡарайбыҙ. Әлеге көндә 2012 – 2020 йылдарға милли яңырыу программаһын төҙөү эшен алып барабыҙ.
Нияз Ғаттар улы үҙен бик борсоған мәсьәләләр хаҡында ла һөйләп алды. Мәҫәлән, ҡайһы бер вайымһыҙ милләттәштәр үҙҙәренең ер пайҙарын һатып ебәрә икән. Киләсәге хаҡында уйламай, бөгөнгөһө менән генә йәшәгән, дөрөҫөрәге, йән аҫраған был бәндәләр 5 – 6 гектар самаһы ерҙе 5 – 10 мең һумға ѓына һата. Һәммәбеҙгә билдәле булған Маяҡ фажиғәһе һәм шул фажиғәнән зыян күргән ауылдар, бигерәк тә Мөслим ауылы халҡының яҙмышы хаҡында ла ныҡ борсола аҡһаҡал. Төҙөлөп ятҡан ҡеүәтле ҡошсолоҡ комплексы бәләгә дусар булыу­сыларҙың тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға ҙур таяныс булыр, ти ул.
Фажиғә булған урындарға күҙ һалып, халҡы менән осрашып һөйләшергә беҙҙең дә теләк бар ине, ләкин ниәтебеҙ барып сыҡманы.

Мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә иғтибар ҙур

Беҙҙе район мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе лә ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Урындағы мәғариф бүлеге белгесе Нуриза Ғәлиева әйтеүенсә, һәр дөйөм белем биреү учреждениеһында милли яңырыу буйынса программа төҙөлгән. Уларҙа 14 музей һәм 6 мөйөш эшләп килә. Был музейҙарҙа класс сәғәттәре, төрлө осрашыуҙар үткәрелә, уҡыусылар өсөн экскурсиялар ойошторола. Милли мәҙәниәт төрлө уйындар, йыр, бейеү, йолалар аша өйрәнелә. Башҡорт телен бөтәһе 587 уҡыусы үҙләштерә. Туған телде 20 уҡытыусы уҡыта. 116 бала туған телебеҙҙе балалар баҡсаһында өйрәнә.
Дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт фольклор төркөмдәре лә ойошторолған. Мәҫәлән, Маяҡ мәктәбендә – «Йәйғор», Солтанда – «Һағыштыҡай», Бүрелә «Айгөл» төркөмдәре уңышлы ғына эшләп килә.
Туған тел буйынса йыл һайын декадалар, асыҡ дәрестәр, олимпиадалар үткәрелә. Күптән түгел Мөслим ҡасабаһы мәктәбендә яҡташ шағирҙары Рамазан Шәғәлиев иҫтәлегенә «Быуындар бәйләнеше» исемле төбәк-ара семинар уҙғарылып, унда Өфө, Учалы, Силәбе вәкилдәре ҡатнашҡан.
Нуриза Фәсхетдин ҡыҙы Солтан дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыу­сыһы Нәфисә Шакирова тураһында йылы итеп һөйләне. Уның уҡыусылары ҡойоп ҡуйған артистар икән. Йыш ҡына театрлаштырылған тамашалар менән сығыш яһайҙар. Мәҫәлән, «Тирмә янында» тамашаһы менән смотр-фестивалдәрҙә ҡатнашып, район буйынса ла, өлкәлә лә 1-се урынды яулағандар. Шулай уҡ «Маяҡ батырҙары» фольклор төркөмөн һәм уның етәксеһе Хайбрахман Мансуровты ла маҡтап телгә алды мәғариф бүлеге белгесе. Был төркөм районда, өлкәлә үткән барлыҡ мәҙәни сарала ҡатнаша, еңеү яулай. Программалары башҡорт телендә төҙөлөп, тулыһынса башҡортса алып барыла.
– Башҡортостан беҙгә дәреслектәр, уҡыу-методик әсбаптар менән ныҡлы ярҙам күрһәтә. Ләкин, үкенескә күрә, әҙәби китаптар, бигерәк тә балаларға тәғәйенләнгәне бик тә самалы ғына килә, – ти Нуриза Ғәлиева.

Бүреләр бай йәшәй

Мәктәп уҡыусылары менән осраштырыуҙы һорағас, Гөлбаныу Ғабдулла ҡыҙы беҙгә Бүре ауылына юл тоторға кәңәш итте.
– Был мәктәп районда бар яҡтан да өлгөлө булып тора. Үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, һөйләшеп ҡайтығыҙ әле, – тине ул һәм Нуриза Фәсхетдин ҡыҙынан беҙҙе оҙатып йөрөүен һораны.
Бүре район үҙәгенән 30 саҡрым самаһы алыҫлыҡта, дала уртаһында урынлашҡан ауыл булып сыҡты. Эргәһендә ҙур ғына ҡомкүл исемле тәбиғи һыу ятҡылығы ла бар. Ауылға 1698 йылда Бүребай тигән кеше тарафынан нигеҙ һалынған һәм өс йыл элек кенә матур итеп уның 310 йыллығын байрам иткәндәр.
Ауылға килеп инеү менән һәр йорт алдында техника, баҡса баштарында эҫкерт-эҫкерт бесән ултырыуына иғтибар иткәйнек. Беҙҙе шатланып, бик йылы ҡаршы алған мәктәп директорынан тәүҙә ауылдағы тормош хаҡында һораштыҡ.
– Бик матур йәшәйбеҙ, халыҡ дәртләнеп донъя көтә. Һәр бер йортта техника бар, хатта ҡайһы берҙәрендә икешәр-өсәр. Мул итеп мал аҙығы әҙерләйҙәр ҙә, ҡура тултырып мал аҫрайҙар. Һәр хужалыҡта ике-өс һыйыр, эре малды күберәк тотҡандары ла бар. Йылҡы малының иҫәбе юҡ, тиһәң дә ярай, – тине, ҡәнәғәт йылмайып, Нурнисә Йәһүҙә ҡыҙы.
Ысынлап та, мул, етеш тормошта йәшәй бүреләр. Йәй айҙарында ҡомкүл өҫтөн ҡаҙ-өйрәк ҡаплап ала икән. Бөтөнләй иген сәсмәйбеҙ, тигәндәре генә аптырашта ҡалдыр­ҙы: ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы емһеҙ аҫрау мөмкин түгел бит.
– Уны беҙгә күршеләге Баязит ауылынан фермерҙар килтереп һата, – тигән яуап ишеттек был һорауыбыҙға.
Көтөү-көтөү мал-тыуары рәхәтләнеп иркендә йөрөй, уларҙың юғалыу осрағы булмаған. Урлашыу булмағас, бүреләр хатта өйҙәрен дә бикләмәй йөрөй икән. Эскене бар тип тә белмәй­ҙәр, шул саҡ халыҡ үҙ асылына әйләнеп ҡайтҡандай күренде миңә.
Бүре дөйөм белем биреү мәктәбе районда иң ҙурҙарының береһе һанала. Уҡыусылар һаны 74-кә еткән һәм киләсәктә уларҙың артыуы көтөлә. Ауылда әлеге көндә 430 кеше йәшәй, ғаилә ҡороп, ауылда төпләнеп ҡалыу­сы йәштәр байтаҡ.
Бүре мәктәбе уҡыусылары уҡыуҙа ла алдынғы, спортта ла һыр бирмәй. Бында дзю-до һәм самбо буйынса 9 (!) спорт мастерлығына кандидат бар. Тренерҙары Рәфҡәт Фәрәхетдинов милли һәм билбаулы көрәш буйынса ла күнекмәләр үткәрә. Мәктәп Тимур Хәмиҙуллин, Диана Лоҡманова, Рауил Ғәлиуллин, Тимур Камалов кеүек спортсылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Рәфҡәт Нурлан улының ейәнсәре, 11 йәшлек Владлена – самбо буйынса өлкә чемпионы. Тренер үҙенең тәрбиәләнеүселәре Елена һәм Кристина Глушколарҙы маҡтап бөтә алмай. Бер туған ҡыҙҙар – билбаулы көрәш буйынса халыҡ-ара турнир призерҙары. Яҡташтары Марсель Йосопов мәктәп көрәшселәренә келәм бүләк иткән.
Шуныһы ҡыуаныслы, Бүре уҡыусылары үҙ-ара тик башҡортса аралаша. Башҡорт теле иһә аҙнаһына ике сәғәт уҡытыла, шулай уҡ уның буйынса түңәрәк тә эшләй, крайҙы өйрәнеү дәресендә лә телебеҙгә иғтибар бүленә. Әйткәндәй, башҡорт телен яҡташыбыҙ, ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы Ләйсән Әбдрәхимова уҡыта. Беҙ уҡыусыларға шиғырҙарыбыҙҙы уҡып, китаптарыбыҙҙы бүләк иттек. Сибәғәт Ғибәт улы үҙенең йырҙарын да йырлап алды.
Бүреләр беҙҙең тағы килеүебеҙҙе һорап хушлашты. Ауылдан сығып барғанда Илдар исемле ир машинабыҙҙы туҡтатып, беҙҙе бер боронғо йорт янына алып барҙы.
– Был өй башҡорт ғәскәрҙәренең хәрби советы ағзаһы булған Таҡый Хисмәтуллин тарафынан 1917 йылда төҙөлгән. Үҙе бер тарихи ҡомартҡы, фотоға ғына төшөрөп алығыҙ әле, – тип һораны ул.
Беҙ уның үтенесен бик теләп башҡарҙыҡ. Бүрелә булғанда беҙгә ауыл эргәһендә Маян күле ятҡанын, «ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосының ошо ерҙә тыуыуын һәм күл ярында унда һүрәтләнгән таш барлығын да әйттеләр.
Хоҙай насип итеп, был яҡтарға тағы ла юл төшһә, ул күлде лә күреп китербеҙ, әлбиттә.

ҡолой кантонды күргәндәй булдыҡ

Силәбе тарафтарына бер килгәс, күреп ҡайтайыҡ тип, ары китеп, Арғаяш районына йүнәлдек. Унда беҙгә Бәжекәй ауылы аҡһаҡалы Рафаэль Йомасолтан улы Мөхәмәтйәновҡа һуғылырға кәңәш иткәйнеләр. 40 йылдан ашыу уҡытыу­сы, мәктәп директоры булып эшләгән ағайыбыҙ үҙе бер хазина булып сыҡты. Арғаяш районында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ҡағылышлы бик күп мәғлүмәт бирҙе ул беҙгә. Рафаэль Йомасолтан улы был төбәктә милли мәҙәниәтте үҫтереүгә, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә ифрат күп көс һала.
Арғаяш районына килеүебеҙҙең тағы бер сәбәбе – билдәле шәхес Мөхәмәтҡолай Көсөковтың, йәғни йырҙа йырланған ҡолой кантондың тыуған төйәгендә булып, ҡәберенә барып, уның рухы алдында баш эйеү ине. ҡолой заманында район, һуңғараҡ совхоз үҙәге булған ҙур ғына ауыл булып сыҡты. Билдәле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова белем алған мәктәптә 400-ҙән ашыу бала уҡый. Шуныһы ҡыҙғаныс, ҡолой башҡорт ауылы булып иҫәпләнһә лә, бында башҡорт теле юҡҡа сығыу хәленә еткән. Был – беҙҙәге совхоз үҙәктәре булған башҡорт ауылдарына ла хас күренеш. Улар, ғәҙәттә, күп милләтлегә әйләнеп, башҡорттары үҙ теленән дә яҙа, рухи кимәле лә түбән тәгәрәй. ҡолойҙа ла милләттәштәребеҙ менән, башлыса, урыҫ телендә аралашырға тура килде.
Ауылдағы айырым бинала урын­лаш­ҡан музей ҡомартҡыларға бик бай булып сыҡты. Бында был төбәктең тарихы асыҡ сағылыш тапҡан. Музей директоры Рәйсә Мостафа ҡыҙы Кәримова ундағы экспонаттар менән беҙҙе ентекләп таныштырҙы.
ҡолой кантон үҙе ауылдан ун саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сәғит ауылында ерләнгән икән. Ауыл зыяратына инеп, таш менән уратылған һәм беленер-беленмәҫ кенә яҙыулы ташы булған ҡәбер янында байтаҡ ҡына баҫып торҙоҡ. Шул саҡ 200 йыллыҡ тарихи арауыҡ ҡыҫҡарып, ҡолой кантон заманы күпкә яҡын булып күренде миңә.
Силәбе тарафтарында булғанда ситтә ҡалған милләттәштәребеҙҙең беҙгә сит түгеллеген, беҙҙе һағынып көткәндәрен ныҡлы төшөндөк. Юҡ мөмкинлекте лә бар итеп, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ менән осрашып тороу – беҙҙең изге бурыс ул.

Мөҙәрис БАГАЕВ.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ фотолары.
Читайте нас: