Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар 2012, 15:55

Мөмкинлектәр киңәйә

Хәҙер «Росреестр»ҙың Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына мөрәжәғәт итеү шарттары тағы ла еңеләйҙе. Был халыҡтың ваҡытын һиҙелерлек экономиялаясаҡ. Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5 “а” адресы буйынса урынлашҡан идаралыҡтың 2, 3, 4-се залдарында һәм өсөнсө, дүртенсе ҡаттағы һаҡ посында, шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Энгельс урамы, 9-сы йорттағы идаралыҡтың һаҡ посында урынлашҡан махсус почта ҡумталарына граждандар һәм юридик берәмектәр мөрәжәғәттәрен ҡалдыра ала. Бынан тыш, түбәндәге ғаризаларҙы ла ҡалдырырға мөмкин:– күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ алыу өсөн һәм уның менән өс объекттан күберәк күләмдә килешеү үткәреү өсөн дәүләт теркәүенә документтар ҡабул итеүгә алдан яҙылыуға заявка;

Хәҙер «Росреестр»ҙың Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына мөрәжәғәт итеү шарттары тағы ла еңеләйҙе. Был халыҡтың ваҡытын һиҙелерлек экономиялаясаҡ.
Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5 “а” адресы буйынса урынлашҡан идаралыҡтың 2, 3, 4-се залдарында һәм өсөнсө, дүртенсе ҡаттағы һаҡ посында, шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Энгельс урамы, 9-сы йорттағы идаралыҡтың һаҡ посында урынлашҡан махсус почта ҡумталарына граждандар һәм юридик берәмектәр мөрәжәғәттәрен ҡалдыра ала. Бынан тыш, түбәндәге ғаризаларҙы ла ҡалдырырға мөмкин:
– күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ алыу өсөн һәм уның менән өс объекттан күберәк күләмдә килешеү үткәреү өсөн дәүләт теркәүенә документтар ҡабул итеүгә алдан яҙылыуға заявка;
– ЕГРП-нан мәғлүмәт алыу (ундан ашыу запрос), күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ һәм уның менән ун объекттан күберәк килешеү үткәреүгә дәүләт теркәүе үткәс, документтарҙы биреү хаҡында заявка;
– күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ һәм уның менән килешеүҙәр үткәреүгә дәүләт теркәүе ваҡытын ҡыҫҡартыу тураһында ғариза. Граж­дандар һәм юридик берәмектәр ошо һорау буйынса мөрәжәғәттәрен Өфө ҡалаһының К. Маркс урамындағы 56-сы йорттоң беренсе ҡатындағы почта ҡумтаһында ла ҡалдыра ала.
Мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итеү тәртибе:
– идаралыҡ етәксеһе урынба­ҫар­ҙары П. Клец, Р. Фәхрет­динова, Д. Мәһәҙиева граждан­дар­ҙы һәм юридик берәмектәрҙе ҡабул итеү ваҡытында көтә. Шулай уҡ алдан, ҡабул итеү графигына ярашлы, яҙылырға мөмкин (адресы: Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5 “а”, 409-сы кабинет);
– бүлек начальниктары, начальник урынбаҫарҙары шәхси һорау­ҙар буйынса граждандарҙы һәм юридик берәмектәрҙе һаҡ посынан алдан шылтыратҡандан һуң ҡабул итә (адресы: Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5 “а”, 409-сы кабинет).

«Росреестр»ҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: