Бөтә яңылыҡтар
6 Ғинуар 2012, 15:17

Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң, Үҙ илкәйең ят була...

Сираттағы геройым − бишенсе тиҫтәһен ҡыуып барған ир уҙаманы, хикәйәләүенән йыш-йыш туҡталып, күҙҙәрен һигеҙенсе ҡат тәҙрәһе алдындағы панорамаға йүнәлтеп, ваҡыты менән тынып-тынып ҡала. Ипләп кенә ситтән күҙәтәм: күрәһең, күңеле тулышып китә... Әммә ир кеше бит инде, үҙен бик тиҙ ҡулға ала. Йәнәһе, нәфис зат вәкиле алдында үҙенең «ебеп» киткәнен белдергеһе килмәй

Сираттағы геройым − бишенсе тиҫтәһен ҡыуып барған ир уҙаманы, хикәйәләүенән йыш-йыш туҡталып, күҙҙәрен һигеҙенсе ҡат тәҙрәһе алдындағы панорамаға йүнәлтеп, ваҡыты менән тынып-тынып ҡала. Ипләп кенә ситтән күҙәтәм: күрәһең, күңеле тулышып китә... Әммә ир кеше бит инде, үҙен бик тиҙ ҡулға ала. Йәнәһе, нәфис зат вәкиле алдында үҙенең «ебеп» киткәнен белдергеһе килмәй.
Саҡматаштай ир күңелен «ебетер» нимә бармы икән ни ул был донъяла? Һәм нимә ул? Уйсан ҡарашлы, тәрән хис-тойғоларын киң күңеле төпкөлөндәге, гүйә, ҙур һәм ауыр таш аҫтына йәшерергә тырышҡан әңгәмәсемдең йән һыҙлауын барыбер тотоп алдым: үҙен белгәндән алып сит ерҙәрҙә йөрөп, тыуған тупрағынан ана өҙөләм, бына өҙөләм тип торған сибек кенә тамырҙарының үҙләшеп китә алмауын тойоуҙан ебей икән ул ир күңеле. Тыуған ерҙән торған ер яҡшы, тигәндәрен ишеткәне бар 44 йәшлек был сәйәхәтсе ирҙең, әммә уның хәҡиҡәт икәнлеген ул бер ҙә раҫлай алмай: торған ер күпме генә яҡшы, унда йәшәү күпме генә еңел булмаһын, ҡан, тыуған тупраҡ тарта икән шул ирмен тигән ир-егетте. Теле менән әйтмәһә лә, нәфис зат күңеле һиҙгер бит − күңеле шул турала ҡысҡырып тора уның.
Әңгәмәсем, күңелен сискәндән һуң, ипле генә баҫып бүлмәбеҙҙән сығып китте. Ә мин уның һөйләгәндәрен баштан кисереп байтаҡ ултырҙым. Йәлләргәме был кешене, әрләргәме? Хәйер, йәлләргә ни, ул бит, ни тиһәң дә, ир кеше. Яҙмышын, йәшәү юлын үҙе һайлаған. Әрләргә? Ниндәй хаҡым бар? Хөкөм итмә − шулай дөрөҫөрәк булыр.
Күңел тойғанды тел менән генә аңлатып бирерлек түгел бит ул: әңгәмәсемдең үҙе һөйләп биргән ғүмер юлын ҡабат күҙ алдынан үткәреүҙән әйтеп бөткөһөҙ тәрән һағыш һалынған халыҡ йыры ҡолаҡта сыңлап киткәндәй булды:
... Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң,
Үҙ илкәйең ят була...
Рәмилдең тыумышы уҡ уның киләсәк яҙмышына үҙ һыҙатын, гүйә, алдан һалған. Ул Башҡортостандың Хәйбулла районы сигенән утыҙ саҡрым ғына алыҫлыҡтағы Силәбе өлкәһенә ҡараған ауылда тыуған. Атаһы Басир күрше өлкәлә йәшәгән татар ҡыҙын үҙ иткән, һөҙөмтәлә дүрт сабый донъяға килгән. Һәм ошо дүрт гонаһһыҙ зат ике араны − Хәйбулла районы менән Силәбе өлкәһен тоташтырып торған тере сынйырҙың бүлкәләренә әүерелгән. Хәйер, кескәй Рәмил һәм уның ағалары, апаһы өсөн ике күрше өлкәнең сиге тигән төшөнсә, ғөмүмән, булмаған: был яҡта йәшәгән ҡартатайҙары менән теге яҡта йәшәгән бабайҙарының һөйләүҙәренә ҡарағанда, элек Силәбе өлкәһе ерҙәре лә Башҡортостанға ҡараған... Бына ошо тыумыштан бирелгән икеле яҙмыш Рәмилдең артабанғы тормошона үҙ мөһөрөн һалған булһа кәрәк: үҙеңдекеләр араһында − ят, яттар араһында үҙ кеше итеп тойған шикелле Рәмил үҙен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә.
Һәр ерҙә, тиеүем шунан: 44 йәшендә ҡайҙарҙа ғына булмаған да ул, ниҙәр генә күрмәгән! Әммә нилектәндер, үҙе быны аңлата алманы, һәр саҡ Башҡортостанға ҡайтып төшөр булған. ҡайтып төшмәгән хәлдә лә, шул башҡортлоғонан киләлер инде һаман да, килеп китер булған. Әле лә, һуңғы сәфәренән һуң да, Өфөгә килеп ерегергә уйлаған. Килгән, эшкә урынлашып, бер йыл йәшәгән. Әммә...
Рәмилдең тыуған төбәге Силәбе өлкәһе булһа ла, 3-сө класҡа тиклем ул Хәйбулла районында уҡыған. Әйткәндәй, нәҡ ошо бер йыл эсендә өйрәнгән дә инде ул туған, йәғни атаһының телен. Башҡорт йыр-моңо, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре лә шул саҡтан күңеленә инеп урынлашҡан. Үҙе әйтмешләй, ошо йылдарҙа йөрәгенә, йәненә һеңеп ҡалғандарҙы бысаҡ менән ҡырып ташлаһаң да бөтөрөрлөк түгел − мейеһе һырҙарына түгел, ә күңеле һырҙарына уйылып ҡалған һәр хәл-ваҡиға, күренеш, йыр, һүҙ.
Кем белә, Рәмилдең бөгөнгө яҙмышы бөтөнләй башҡаса ла булыр ине, әгәр ҙә... Шулай шул, атай менән әсәй булған кеше айырылышыр алдынан иң тәүҙә, ысынлап та, балалары тураһында уйларға тейештер ҙә. Бала кешегә атай ҙа, әсәй ҙә берҙәй ғәзиз һәм берҙәй кәрәк. Рәмилдең әсәһе, балаларын алып, Пенза өлкәһенә сығып китә − унда туғандары йәшәгән була. Кинйә бала Рәмил, шунда мәктәпте тамамлап, шунан армия сафына алына. Белоруссияла хеҙмәт иткән саҡта егет күңеле менән Башҡортостанға тартыла. Хеҙмәтен тултырғандан һуң Өфөгә ҡайтып, моторҙар эшләү заводына слесарь булып эшкә урынлаша. Тик йәшәр урын юҡ, хеҙмәт хаҡы бәләкәй, киләсәк билдәһеҙ. Шул саҡ Себергә ебәрергә кешеләр йыялар, тигәнде ишетеп, барып яҙыла. 13 егет менән бергә сығып китә ул оҙон аҡса артынан...
Беҙ юҡ ерҙә генә яҡшы, тигәндәре шулдыр инде. Оло тормошҡа сәйәхәте нәҡ ошонда һәм ошонан башлана ла инде романтика менән һуғарылған йәш егеттең: Алыҫ Көнсығыштағы балыҡ менән сауҙа итеү портында докер-механизатор булып эшләп йөрөгәнендә стропальщик, электр менән йөк тейәгес водителенә уҡып сыға. Был уның артабанғы яҙмышын үҙгәртеү мөмкинлеген бирә: тағы ла алыҫҡараҡ − Находка диңгеҙ-сауҙа портына эшкә барып урынлаша. Ике йыл эшләү дәүерендә асыҡ диңгеҙҙә йөҙөүселәргә ҡарап ҡыҙығыуы уны йөҙөүсе балыҡ заводына илтә − Охот диңгеҙендә алты ай йөҙә. Тиҙҙән тикшеренеү институтына рулевой матрос булып урынлашып, Камчаткаға, Чукоткаға барып етә, команда Врангель утрауында дүрт ай дрейфта тора, Тымыҡ океанға сыға.
Оҙайлы сәйәхәттә йөрөп ҡайтыуҙарына донъялар үҙгәреп китә − 90-сы йылдар уртаһы була ул саҡта. Институттары тарҡалыу арҡаһында Рәмил сауҙа портына эшкә кире ҡайтырға мәжбүр була. Ә 2000 йылда байтаҡ аҡса, «Тойота» машинаһы менән Пензаға, апаһы янына, ҡайтып төшә. Тик эш тигәнең төшкә генә инә. Бер йыл эшһеҙ ары-бире һуғылып йөрөгәндән һуң, машинаһын һатып, юллыҡ аҡса туплап, Германияға юллана.
Сит ерҙә һине көтөп торалармы ни? Бер хәлле генә кешегә эшсе булып урынлаша. Эш хәлдән тайҙырырлыҡ ауыр − эре-эре таштар тейәгән өсөн бай сәғәтенә 6 ғына евро түләй. «Германия, әлбиттә, әкиәт иле. Һәр ерҙә шундай таҙалыҡ, хатта төкөрөргә лә оялдыра, − тип, Рәмил немецтарҙың ҡалаларын, ауылдарын беҙҙең Өфө, уның халҡы менән сағыштырып, халыҡтарҙың мәҙәнилеге араһындағы ер менән күк айырмаһына ишараланы. − Тағы ла Алыҫ Көнсығышҡа юл алдым. Унан инде Японияға виза йүнләп, шунда сығып киттем. Япония, тигәс тә, унда япондарҙан бигерәк сит илдән килеп йәшәүселәр күберәк. Сөнки япон халҡының милләт булараҡ ҡаны боҙолоп юҡҡа сығыу этабында, шуға күрә лә ҡан алмаштырыу, яңыртыу өсөн сит ил вәкилдәрен ихлас ҡабул итәләр һәм ҡатнаш никахҡа инәләр. Әммә балаларын япон тип яҙҙырталар. Был әмәл өсөн пакстандарҙы һайлағандар ҙа инде. Шуға ла япон балалары араһында хәҙер оҙон буйлы, ҡара йөҙлөләр күпселекте тәшкил итә. Шулай уҡ ҡалаларының һәр урамында тип әйтерлек мәсет ултыра. Мосолмандар күпләп баҫып ала башлағас, япондар терһәген тешләрҙәй булған да, тик һуң инде. Хәйер, һәр ерҙә лә мосолмандар күбәйә бит − тормош үҙе күрһәтеүенсә, был ҡотолғоһоҙ процесҡа әйләнеп бара».
Әҙәм балаһының ҡыҙыҡһыныусанлығы сикһеҙ. Рәмил дә йөрөгән бер ерендә һәр хәл-ваҡиғаны, күренеш-фиғелде, кәсеп-шөғөлдө күңеленә һеңдерә барған. Уның һөйләгәндәре тош-тош ерендә хатта әкиәткә тартымыраҡ булып китә. Ирекһеҙҙән, фәстерәлер был, тип тә уйлап ҡуйыуың бар.
«Японияла полицияның ныҡ һәм теүәл эшләүенә иҫ китерлек. Был илгә килеп урынлашып та өлгөрмәнем, мине шундуҡ таптылар ҙа. Паспорт һәм башҡа бөтә мәғлүмәттәр­ҙе яҙып алып киттеләр. Хужам, Пакстан кешеһе, миңә ундағы тәртипте былай тип аңлатты: «Миндә өс ай эшләйһең дә, 11 ноябрҙә самолет һине илеңә табан көтә − аэропортҡа үҙем илтеп ҡуйырмын», − тип, визамдың тамамланыу ваҡытына ишара яһаны. Пакстан кешеһе, баҡһаң, иҫке автомобилдәрҙе ботарлап, эшкинерлек тимер-томорон запас часҡа һүтеп ала, эшкинмәҫен сеймалға тапшыра. Уларҙа йәшәү өсөн яраҡлаштырылған вагонда күрһәтелгән ваҡытҡаса йәшәнем. Улар ни, диңгеҙ ризығына өйрәнеп бөткән. Ә мин үҙем теләгән аҙыҡты, ҡиммәт булһа ла, һатып алып ашаным. Беләһегеҙме, өс айҙа 15 килограмға ябыҡтым. Шуның араһында әҙерәк аҡса ла йыйған булдым».
Кешенең төрлө кешеләргә, шарттарға, мөхиткә яраҡлашыуы үҙе бер феномендыр. Рәмил дә Япониянан самолет менән Хабаровскиға килеп төшкән ыңғайы Владивостокка, турагентлыҡҡа, юл ала. ҡыҙыҡ та инде, япондар уны, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, япон тип ҡабул итеп, үҙҙәренсә һүҙ ҡушып маташһа, кореялылар ҙа уны үҙ итә. Уртаҡ йөҙ һыҙаттары шулай үҙ ролен уйнай­ҙыр инде: ҡыҫығыраҡ күҙҙәр, шыма ҡара сәс, бәләкәй танау... Агентлыҡта эшләгән бер кореялы «үҙ» кешеһенә 500 долларға Кореяға тиҙ арала сығып китеү мөмкинлеген ойоштора. Был юлы Рәмил юлын борамда дауам итә. «Таможняла торғандарға бирергә аҡсаң бармы һуң?» − был һорауға ҡаршы ул алдан 10-ар, 20-шәр, 50-шәр долларға ваҡлатып алған купюраларын сығарып күрһәтә. «Протеже»һының сослоғона ҡыуанған Анатолий (кореялының исеме шулай икән) уны маҡтап ҡуя.
«Кореяға килеп төшһәм... Был илдең матурлығы! Автовокзалға килеп, йомшаҡ ҡына аэробусҡа ултырып, тәғәйен урынға киттем. Кемдәр генә йәшәмәй бында: үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, урыҫ... Ташкенттан килгән бер кореялы миңә эш табып бирҙе: ептәрҙе сығыр­ҙарға ураусы фабрикаһы булған бер кеше менән таныштырҙы. Уға иретеп йәбештереүсе кәрәк икән. 1 миллион вона түләйем, ти. Әҙ, тим. Шунан тағы өҫтәне».
ҡарасәле, ер-һыу гиҙеп йөрөүе бушҡа булмаған икән Рәмилдең, хатта аҡса ҡәҙерен белгән кореялы менән дә уртаҡ тел тапҡан. Теләгән бер эшкә, бигерәк тә көс, сәләмәтлек талап иткән физик эшкә ҡурҡмайынса тотоноуы кореялыны тәүге көндән үк әсир иткән дә ҡуйған. Фабрикаһына тәҙрәһе менән сығып торған бер бүлмәне торлаҡ итеп тәҡдим иткәс, Рәмилдең был тәҙрәне кирбес менән көпләйем, юғиһә сығырҙар тауышына йоҡлау мөмкин түгел, тигән тәҡдименә бер ҙә ҡаршы тормаған. Үҙең көпләй­һеңме, тип аптыраған. Шул рәүешле егетебеҙ торлаҡлы ла була. Кореялы башҡорт егетенең икенсегә механик тейәгес эшләп биреүенә сикһеҙ ҡыуанған. Бына бит, эш белгән ҡулдары арҡаһында ас та, яланғас та булмай әҙәм балаһы.
«Сит илдә гастарбайтер булып сығам бит инде. Шулай булғас, соцпакет та юҡ. Хәйер, мин уға дәғүә лә итмәйем. Килешелгән аҡсамды тулыһынса түләү генә түгел, өҫтәмә хаҡ та биреп барҙы. Сөнки улар гел әсе ашай, уларҙың ашынан баш тарт­ҡайным, бының өсөн хужам аҡсалата түләне», − тип, «гастарбайтер» үҙе менән булған мажараларҙы бәйән итеүен дауам итте.
Рәмил хужаһының улы менән уртаҡ тел таба. Йыш ҡына йәш хужа быға: «Эштән һуң кил, ултырып алырбыҙ», − тип шылтырата. Корея халҡы ла ҡунаҡсыл икән − алҡымыңдан сыҡҡансы һыйлайҙар. Тик алкоголь эсемлектәр менән түгел, милли ризыҡтары менән.
Рәмилде бик күҙәтеүсән, һынсыл кеше тип иҫәпләмәйенсә булмай: һәр халыҡтың көнкүреш-тормошон бик ҡыҙыҡ итеп һүрәтләп бирә.
«Төньяҡ Корея 40 йыл буйы (1904 − 1945 йылдар) япондар яғынан геноцид кисергән. Шунлыҡтан өлкәндәр йәштәренә, балаларына бик һаҡсыл ҡарашта. Ауыр эш эшләтмәйҙәр, йәш быуын офис­тар­ҙа ғына ултыра. Уларҙы уҡытыу яғын ғына ҡарайҙар. Балалары, әлбиттә, бик аҡыллы, 3 − 4 йәшлек кенә сабыйҙарҙың да компьютер­ҙы яҡшы белеүе хайран ҡалдырҙы. Ә парктарындағы аттракциондары! Балаларға ла, өлкәндәргә лә − айырым. Һәр ерҙә, паркта ғына түгел, урамдарында биобәҙрәфтәр, уларҙа шыйыҡ һабын, ҡағыҙ ҡуйыл­ған. Бер кем бер ергә ҡағыҙ киҫәген йәки башҡа берәй сүп-сар ташламай, − тип, егет үҙ тәьҫораттарына ирек ҡуйҙы. − Сит ил кешеләренә мөнәсәбәттәре яҡшы. Бигерәк тә үзбәктәрҙе яраталар. Егәрле булғандары өсөн. Үҙҙәре лә көнөнә 12-шәр сәғәт эшләй. Бәләкәй генә илдә мәҙәнилек шул тиклем юғары! Ә беҙҙә, Рәсәйҙә, илебеҙ ҙур булһа ла, мәҙәнилек кимәле бик түбән бит. Әле бына Өфө урамдарына сығам да, эсем бошоуҙан Кореяға кире сығып киткем килә. Ниңә һуң беҙҙә бысраҡлыҡ, тәртип­һеҙлек, тупаҫлыҡ, хаяһыҙлыҡ! Мин илемде танымайым. Сөнки беҙ үҫкән саҡта ла, йәш саҡта ла ул тиклем үк кимәлгә төшмәгәйнек... Тағы ла кореецтар эсмәй тип әйтә алмайым. Әммә улар культуралы эсә. Тәмәке тартыусылар бик һирәк. Унда дауаханаларҙа наркология бүлектәре, айнытҡыс юҡ. Урамда иҫерегерәк кешене осратҡан хәлдә лә полиция улар­ҙы өйҙәренә илтеп ҡуя...»
Бына һиңә, әйгенә-ә-әм! Ышанғы ла килмәй. Сөнки беҙ, рәсәйҙәр, башҡа донъяға, мөнәсәбәттәргә күнеккәнбеҙ түгел, күнгәнбеҙ. Беҙҙең йәмғиәттә генә кешегә кешеләрсә булмаған ҡараш йәшәй...
Кореецтарҙың эшһөйәр булыуы тураһындағы хәбәрен егет былай тип дауам итте: унда пенсия тигән нәмә юҡ, шунлыҡтан 70 − 75 йәшлек ҡарттар ҙа йәштәр менән бер ҡатар эшләй.
Баланы күп тапмайҙар икән − беҙҙәге кеүек 1 − 2 бала менән генә сикләнәләр. Бәлиғ булғас, балаларын ирекле тормошҡа сығаралар, ти. Көслө зат вәкилдәре һан яғынан нәфис заттарға ҡарағанда күберәк, шуғалырмы, ҡатын-ҡыҙҙарға мөнәсәбәттең үтә лә яҡшы икәнлеге ябай күҙгә лә бәрелә. Егеттәр күп булғас, ҡыҙҙар кейәүгә кемдең торлағы, машинаһы, һәйбәт эше бар, шуларға һайлап ҡына сыға. Торлаҡтары булмаған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы ҡаралған. ҡатын-ҡыҙ етмәгәс, башҡа илдәрҙең ҡыҙҙарына өйләнәләр, тик балаларын әсәһенең иленә сығармайҙар...
Рәмил Кореяла биш йыл эшләп ҡайтҡан. ҡайтмаҫ та ине, визаһының ваҡыты бөткән. Тыуған илендә бер йыл эшләү осоронда төрлө бысраҡлыҡтарҙы, ғәмһеҙлекте, ябай халыҡҡа ҡарата дәүләт яғынан битарафлыҡты күреп ялҡҡан. «Бындағы кире күренештәргә, ғәҙелһеҙлеккә ҡарап, күңелем ҡайтты һәм миңә цивилизация һәм сит ер яҡыныраҡ икәнен аңланым. Совет мәктәбе минән манҡорт яһаны, тик унан сығыу әмәлен таптым. Миңә ырыуым, телем, тыуған ерем, шәжәрәм ғәзиз. Әммә бында ҡала алмайым. Совет йылдарында туған телдән ваз кистереү хатаһы тағы ла ҡабатлана. Үҙ еребеҙгә, халҡыбыҙға, тәүсығанаҡтарыбыҙға һөйөү хисен милләтселек тип ҡабул итәләр. Башҡортостаныбыҙҙы көньяҡҡа һәм төньяҡ-көнбайышҡа бүләләр. Ә беҙ бит тәбиғәтебеҙ, булмышыбыҙ менән бөтәбеҙ ҙә тип-тигеҙ һәм тип-тиң!».
Хәйбулла башҡорто Рәмил Басир улы ҡәйепов менән һөйләшеүҙән, уның һуңғы һүҙҙәренән күңел тулышты, күңелде ауыр уйҙар биләп алды, ирекһеҙҙән күҙҙәргә йәш килде. Үҙ яҙмышын тыуған ерендә таба алмай, сит-ят ерҙәрҙә һәм ят ҡәүемдәр араһында ғәзиз ғүмере үтеп барған ирҙе йәлләүҙән генә түгел, ә илебеҙҙәге хәүеф-хәтәрҙән, кешеләр араһына тәрән үтеп ингән битарафлыҡ һәм ҡаты бәғерлектән һәм башҡа әллә күпме бит йыртырлыҡ күренеш һәм хәлдәрҙән.
«Мин − торғонлоҡ дәүере продукты, мин − яралы йәнлек», − бишенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡанда ла тәғәйен генә йәшәү, эшләү урыны булмаған, үҙ ояһын ҡороп, бәпкәләрен сығарып, уларҙы бәпләү, ҡурсалау мөмкинлегенән яҙған ир уртаһы уҙамандың киләсәк яҙмышы уйға һалды. Сәфәрсе елдәре уға һаман ҡотҡо биреп, ситкә әйҙәй...
Бушап ҡалған дала буйлап ҡоторған көҙгө ел, ҡамғаҡ өйөрөн урынынан ҡуҙғатып, уларҙы берәм-берәм дала буйлап ҡыуып алып китә. Уларҙың береһе киндер ботағына эләгеп туҡтап ҡала.
− Сәләм! − тип һүҙ ҡуша киндер яңы танышына. − Мин һинең кем икәнеңде беләм: һин − һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығып, даланы иңләүселәрҙең береһе. ҡайҙа юл тоттоң?
− Белһәм ине ҡайҙа икәнлеген... Бынау дала еле беҙҙе урыныбыҙҙан ҡуҙғатып ебәргәнсе тыныс ҡына йәшәй бирҙек. Хәҙер беҙ таралышып бөттөк инде, киләһе яҙ балаларыбыҙҙың ҡайҙа төпләнеп, ҡайҙа тамыр ебәрәсәген дә белмәйбеҙ. Сит-ят ерҙә үҫәсәктәре өсөн ҡайғырам... − тип көйәләнеүен йәшерә алмай ҡамғаҡ.
− Ә ниңә ҡайғыраһың? Уның ҡарауы, күпме ер-һыу күрәһегеҙ! Балаларың да уңдырышлыраҡ ерҙә төпләнер әле.
− Һин бик аҡыллы икәнһең дә, киндер! Әгәр күҙемде асмаған булһаң, ул хәҡиҡәт тураһында белмәгән дә булыр инем, − тип, ҡамғаҡ киндергә рәхмәтен белдерә. − Был аҡылды кемдән алдың һуң ул һин?
− Өйрәтеүселәрем һәләк күп минең: һауа, ҡояш, ер, ямғыр, ел...
− Ел?! − ҡамғаҡ асыуланып китә. − Нәҡ ул минең ғаиләмде тарҡатып, тыуған еремдән айырҙы бит беҙҙе...
− Һуң ел балаларыңа яҡшыраҡ, именерәк ер табырға, бөтә даланы айҡап-байҡарға ярҙам итә лә инде, − тип аңлатырға тырыша киндер. − Их, мин дә даланың теге осон күреүҙән баш тартмаҫ инем...
ҡамғаҡ киндерҙең был аҡыллы һүҙҙәренә тағы ла шаҡ ҡата:
− Киндер, ҡайһылай аҡыллы булып сыҡтың һуң әле, һүҙҙәрең хаҡ бит һинең. Һине осратмаған булһам, һаман ҡайғырып йәшәр инем. ҡайҙа, һин дә бер нисә орлоғоңдо миңә бир − юл ыңғайы бөтә далаға һибеп китермен. Улар ҙа, һин минең күҙҙәремде асҡан кеүек, балаларымдың донъяға күҙен асыр, − тигән ҡамғаҡ.
Читайте нас: