Бөтә яңылыҡтар
6 Ғинуар 2012, 15:29

Оҙайлы ял ялҡытманымы?

Былтыр яҙғыһын илебеҙ парламенты депутаттары, Яңы йыл байрамдарының бер өлөшөн май айына күсерергә кәрәк, тигән закон проектын әҙерләгәйне. Әммә ул ҡабул ителмәне. Яңы йыл каникулына ниндәй мөнәсәбәттәһегеҙ? Оҙайлы ял ялҡытмаймы? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Былтыр яҙғыһын илебеҙ парламенты депутаттары, Яңы йыл байрамдарының бер өлөшөн май айына күсерергә кәрәк, тигән закон проектын әҙерләгәйне. Әммә ул ҡабул ителмәне.
Яңы йыл каникулына ниндәй мөнәсәбәттәһегеҙ? Оҙайлы ял ялҡытмаймы? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Земфира ТАҺИРОВА, БДУ-ның Сибай институты хеҙмәткәре:
– Башҡалар нисектер, минең тиҙерәк эшкә сыҡҡым килә. Оҙайлы ял ялҡыта. Хәҙер, киреһенсә, ниндәйҙер һүлпәнлек, төшөнкөлөк һиҙелә. Яңы йыл каникулы иң күбендә дүрт көн булһа, баштан ашҡан. Кешеләр эшһеҙлектән, бер туҡтауһыҙ телевизор ҡарау­ҙан, ваҡытты бушҡа уҙғарыуҙан арый.

Лена ПАНАЕВА, Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы:
– Юҡ, ялҡытманы. Яңы йылға тиклем көсөргәнешле эшләргә тура килде. Батырға ла ял кәрәк, тиҙәрме әле? Рәхәтләнеп йоҡо туйҙырам, ғаиләм менән аралашам. Көн-төн эш тип сабып, ҡыҙыма иғтибар ҙа биреп еткермәй инем. Хәҙер уға күберәк ваҡыт бүләм. ҡунаҡҡа барып килдек, үҙебеҙ ҙә туған-тыумасаны йыйырға торабыҙ – иптәшемдең юбилейын билдәләйәсәкбеҙ.


Динислам ҡАШҡАРОВ, студент:
– Декабрь аҙағында уҡ имтихандарымды тапшырып бөткәс, хәҙер яҡындарым янында рәхәтләнеп ял итәм. Дуҫтар менән һырғалаҡҡа йөрөйбөҙ, саңғы шыуабыҙ. Иртәгә ҡырға сығып, шешлек ҡурырға иҫәп. Алда еңел булмаған осор – практика, дәүләт имтихандары һәм диплом эше тора, билде биштән быуырға тура килер. Шуға мөмкинлек булғанда көс туплайым әле.

Әхәт КИРАМОВ, Баймаҡ ҡалаһы һәм ра­йоны буйынса эске эштәр бүлеге дознавателе:
– Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәргә Яңы йыл каникулы тәтемәй. Беҙҙең өсөн көсөргәнешле эш башлана. Практиканан күренеүенсә, нәҡ ошо ваҡытта төрлө енәйәттәр, янғындар, тәртип боҙоу­ҙар йышая. Халыҡ эшһеҙлектән йонсой, эскелеккә бирелә. Байрамдарҙан һуң күптәр оҙаҡ ҡына элекке хәленә ҡайта алмай яфалана. Минеңсә, ошо ҡышҡы ял көндәрен ҡыҫҡартырға кәрәк.

Рәсимә АЗАМАТОВА, Салауат ҡалаһы:
– Был байрамдар хәҙер түгел, ә яҙғыһын, май айына күсерелһен ине. Көндәр йылы саҡта баҡсала эшләргә була, йәштәр тәбиғәт ҡосағына сығыр ине. Юғиһә ялдар язаға әйләнгән кеүек булып китә.

Зилиә БАЙРАМҒОЛОВА, Өфө ҡалаһы:
– Мосолмандар Яңы йылды байрам итмәй. Хөкүмәт тарафынан ял көндәре бирелә икән, тимәк, уҡыуҙан һәм эштән азат­һың. Был дини яҡтан үҙеңде үҫтереү өсөн һәйбәт, китаптар уҡыйһың, ваҡыт яғы тығыҙ булғанда осраша алмаған дуҫтар менән күрешеп була. Ғөмүмән, ошо мәлде файҙалы эштәргә арнаһаң, ул заяға үтмәҫ.
Читайте нас: