Бөтә яңылыҡтар
10 Декабрь 2011, 19:55

Тормошҡа зарланма, проблемаларҙы хәл итеп була

Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы хеҙмәткәре гәзит уҡыусыларға кәңәштәрен еткерҙе Ирекле тормошта йәшәйбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта ул яҡҡа атлаһаң да, был яҡҡа юлланһаң да – тирә-яҡта тыйыу­ҙар, тыйыуҙар... Быуындан-быуынға тапшырылып килгән әҙәп-әхлаҡ ҡанун-бурыстары менән дәүләт закондары кешене, әйтерһең дә, бығаулап тора. Әлбиттә, улар юҡ ерҙән барлыҡҡа килмәгән. Планеталағы һәр әҙәмде бар йәһәттән дә ирекле итһәң, ай-һай, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрерме икән? Боронғо Рим сәйәсмәне һәм философы Цицерон да: «Закондар ҡоло булған осраҡта ғына ирекле була алабыҙ», − тигән. Ә ниндәй хоҡуҡтарыбыҙ бар, улар ысынбарлыҡта үтәләме икән? Ана шул һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Про­куратураһының граждандарҙың ирке һәм хоҡуҡтары үтәлешен күҙәтеү бүлеге прокуроры Алһыу Мусина яуап бирҙе.

Тормошҡа зарланма, проблемаларҙы хәл итеп була
Тормошҡа зарланма, проблемаларҙы хәл итеп була
Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы хеҙмәткәре гәзит уҡыусыларға кәңәштәрен еткерҙе

Ирекле тормошта йәшәйбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта ул яҡҡа атлаһаң да, был яҡҡа юлланһаң да – тирә-яҡта тыйыу­ҙар, тыйыуҙар... Быуындан-быуынға тапшырылып килгән әҙәп-әхлаҡ ҡанун-бурыстары менән дәүләт закондары кешене, әйтерһең дә, бығаулап тора. Әлбиттә, улар юҡ ерҙән барлыҡҡа килмәгән. Планеталағы һәр әҙәмде бар йәһәттән дә ирекле итһәң, ай-һай, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрерме икән? Боронғо Рим сәйәсмәне һәм философы Цицерон да: «Закондар ҡоло булған осраҡта ғына ирекле була алабыҙ», − тигән. Ә ниндәй хоҡуҡтарыбыҙ бар, улар ысынбарлыҡта үтәләме икән? Ана шул һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Про­куратураһының граждандарҙың ирке һәм хоҡуҡтары үтәлешен күҙәтеү бүлеге прокуроры Алһыу Мусина яуап бирҙе.

– Алһыу Әнзәл ҡыҙы, һәр бер граждандың бихисап бурысы бар. Һалым түлә, хәрби бурысты үтә, тирә-яҡты һаҡла... Ә бына күптәр үҙ хоҡуҡтары хаҡында белеп тә бөтмәй бит.
– Кеше хоҡуҡтары өлкәһендәге белем мәктәптәге дәрес йәиһә көн темаһына ҡарағанда күпкә мөһимерәк. Был кешеләрҙең хәүефһеҙ шарттарҙа абруйлы йәшәү механизмы тураһындағы тәғлимәт ул. 1950 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы кеше хоҡуҡтарын көйләгән декларация ҡабул итә. Был – кеше хоҡуҡтары тураһындағы тәүге документ.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының икенсе өлөшөндә кешеләрҙең һәм граждандарҙың ирке һәм хоҡуҡтары закондар менән нығытылған. Мәҫәлән, шуларҙың иң мөһиме: һәр бер кешенең йәшәүгә, дауаланыуға, хеҙмәткә, лайыҡлы эш хаҡына, торлаҡҡа, ялға, ғаилә тормошона, яҡлауға һ.б. хоҡуғы бар.

– Прокуратура граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ниндәй эштәр алып бара?
– Ошо өлкәлә законһыҙлыҡты киҫәтеү, күҙәтеү, проблемаларҙы хәл итеү – прокуратура эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар, ғәҙәттә, планлы тикшереүҙәр ваҡытында асыҡлана. Кешеләр үҙҙәре лә ғариза менән мөрәжәғәт итә.

– Кеше хоҡуҡтары ҡайһы өлкәлә йышыраҡ үтәлмәй?
– Күберәк эш хаҡы буйынса проблемалар барлыҡҡа килә. Эш биреүсе уны йә ваҡытында түләмәй, йә бөтөнләй бирмәй. Йыш ҡына ике яҡ араһында хеҙмәт килешеүе төҙөлмәй һәм һуңынан эш биреүсе хеҙмәткәргә аҡса түләүҙән баш тарта, ә граждан, рәсми документтары булмағас, үҙенең эшләгәнен дәлилләй алмай. Ауыр эш шарттары өсөн компенсацияға хоҡуҡтарын тергеҙеүҙе һорап, шулай уҡ эштән законһыҙ бушатылғандар ҙа мөрәжәғәт итә.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өлкәһендә байтаҡ һорау тыуа. Бына, мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә яңы тапшырыл­ған күп ҡатлы йорттоң бер яҡ стенаһы туңа, тип хәбәр иттеләр. Һалҡындарҙа шунда йәшәгән кешеләр өшөргә мәжбүр. Беҙ Өфө торлаҡ инспекцияһы белгестәре менән урынға сыҡтыҡ. Асыҡланыуынса, йорттоң шул яҡ стенаһы стандартҡа яуап бирмәгән материалдарҙан эшләнгән. Объект төҙөлөшө өсөн яуаплы ойошма – «БР Торлаҡ төҙөү фондының капиталь төҙөлөш дирекцияһы» ЯСЙ-һы эш барышын күҙәтмәгән, етешһеҙлектәрҙе күҙ уңынан ысҡындырған. Прокуратура төҙөүселәргә стенаны йүнәтергә, ә йәйгеһен еренә еткереп, эште тамамларға күрһәтмә әҙерләне. Әле «БР Торлаҡ төҙөү фондының капиталь төҙөлөш дирекцияһы» ЯСЙ-һының вазифалы кешеләренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.
Торлаҡ менән тәьмин итеүгә бәйле төрлө аңлашылмаусанлыҡтар барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, ветерандарға торлаҡ сертификаты бирелә башлағас, кемдер хәйләле юл менән фатир алырға маташа. Ә ҡайһылар, торлаҡҡа хоҡуғы булһа ла, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында унан мәхрүм. Беҙ был хәлде контролгә алып тикшерәбеҙ, шунан тейешле органдарға күрһәтмә әҙерләйбеҙ.
Ғәриптәрҙең хоҡуғы йыш үтәлмәй. ҡайһылар махсус дауалау препараттарын ала алмай, кемдер социаль яҡлауҙан ситтә ҡала. Яңыраҡ ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк райондарында шундай осраҡтарға тап булдыҡ. Йөрөй алмаған ғәриптәргә ярты йыл буйына тейешле инвалид коляскаһын бирмәгәндәр. Улар үҙ мөрәжәғәтендә, хатта тышҡа һауа һуларға ла сыға алмайбыҙ, тип яҙғайны. Ниңәлер урындағы социаль яҡлау учреждениеһы уларға битараф ҡалған. Беҙ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына әлеге проблеманы хәл итергә күрһәтмә әҙерләнек. Шулай итеп, инвалидтарҙың хоҡуҡтары тергеҙелде.
Тағы ла бер осраҡ. Шәкәр диабеты менән яфаланыусы, миңә дауаханала инсулин бирмәйҙәр, тип ғариза яҙҙы. Был препарат дауалау учреждениеһында булһа ла, ул гражданға бирелмәгән. Ә инсулин диабет менән ауырыу­сының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бик кәрәк. Прокуратура тикшереү үткәргәс, мөрәжәғәт итеүсенең һорауы ыңғай хәл ителде.

– Ришүәтселек хоҡуҡтарыбыҙға кәртә булып тора түгелме?
– Шулай тип әйтергә мөмкин. Был юҫыҡтан да республика прокуратураһы планлы эш алып бара. Ошо күренеште киҫәтеү өсөн коррупцияға ҡаршы хоҡуҡи-норма экспертизаһы булдырылды. Бөтә кимәлдәге һәр закон проекты, ҡарарҙар тикшерелә, уларҙа коррупцион нормалар булыу-булмауы асыҡлана.

– Әгәр ҙә кеше ришүәтселеккә тап булһа, нимә эшләргә тейеш?
– Полицияға хәбәр итергә кәрәк. Улар оператив эш башлаясаҡ. Ришүәт алған һәм биргән өсөн дә енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

– Ә бына күрәләтә тороп хоҡуҡтарыбыҙ үтәлмәһә, нимә эшләргә? Миҫал өсөн, балалар баҡсаһына сабыйын урынлаштырырға килгән атайға, урын булһа ла, баш тарталар икән, ти.
– Иң алда атай кеше балалар баҡсаһы мөдиренә яҙма рәүештә ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Мөдир рәсми яуабында уның һорауын ҡәнәғәтләндерә алмауын күрһәтәсәк. Бәлки, сәбәптәрен дә яҙыр. Һуңынан атай кеше ошо яуапты прокуратураға алып барып, законһыҙ рәүештә балалар баҡсаһында урын бирелмәй, тип ғариза яҙыр­ға тейеш. Артабан хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү башлаясаҡ.
Шуны билдәләп үтке килә, мөрәжәғәттә хоҡуғығыҙ үтәлмәү фактын дәлилләгән документ мотлаҡ булырға тейеш (беҙҙең осраҡта – мөдирҙең рәсми яуабы). Телдән әйтелгән һүҙҙәрҙе тикшереү материалына һалып булмай, етмәһә, хоҡуҡ боҙоу фактын иҫбатлауы ауыр буласаҡ.
Уҡыусыларға кәңәшем – теге йә был хоҡуҡтарығыҙ үтәлмәһә, илап, тормошҡа зарланып ултырмағыҙ. Тейешле документтарҙы туплап, үҙегеҙҙең район прокуратураһына барығыҙ. Шулай уҡ республика прокуратураһына ғариза яҙырға мөмкин (адресы: Өфө ҡалаһы, Крупская урамы, 19-сы йорт).

– ...Шулай уҡ «Йәшлек» гәзитендә даими донъя күреп килгән «Хоҡуғыңды бел!» рубрикаһына яҙырға була. Хаттар прокуратура хеҙмәткәрҙәренә тапшырыласаҡ.
– Эйе. Гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирергә һәр саҡ әҙербеҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
Читайте нас в