Бөтә яңылыҡтар
10 Декабрь 2011, 20:00

Ҡайтып, эш күрһәтегеҙ әле үҙегеҙ!

Яратып уҡыған гәзитебеҙ аша, һуңлаңҡырап булһа ла, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлағым килә. Һәр кемгә сәләмәтлек, мөхәббәт һәм изгелектәр генә теләйем. Ауылда йәшәгән һәр кемдең эш урыны һәм киләсәк бәхетле ҡартлығы булһын ине лә бит. Тик улай ғына килеп сыҡмай шул.Беҙ, ауыл кешеләре, ҡайсаҡ төрлө урындарға етәксе итеп ҡуйған кешеләрҙең кандидатуралары менән риза түгелбеҙ. Ауыл хужалығын, урмансылыҡты етәкләйәсәк кешеләр үҙҙәре ауылдан сыҡҡан, хужалыҡта эшләгән, беҙҙең проблемаларҙы белгән һәм хәл итергә ҡулынан килерҙәй булырға тейеш. Алдаҡсылар, ялҡау­ҙар һәм бурҙар етәксе итеп һайланмаһын ине.

Яратып уҡыған гәзитебеҙ аша, һуңлаңҡырап булһа ла, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлағым килә. Һәр кемгә сәләмәтлек, мөхәббәт һәм изгелектәр генә теләйем. Ауылда йәшәгән һәр кемдең эш урыны һәм киләсәк бәхетле ҡартлығы булһын ине лә бит. Тик улай ғына килеп сыҡмай шул.
Беҙ, ауыл кешеләре, ҡайсаҡ төрлө урындарға етәксе итеп ҡуйған кешеләрҙең кандидатуралары менән риза түгелбеҙ. Ауыл хужалығын, урмансылыҡты етәкләйәсәк кешеләр үҙҙәре ауылдан сыҡҡан, хужалыҡта эшләгән, беҙҙең проблемаларҙы белгән һәм хәл итергә ҡулынан килерҙәй булырға тейеш. Алдаҡсылар, ялҡау­ҙар һәм бурҙар етәксе итеп һайланмаһын ине.
Хәҙер ауылдарҙы төҙөкләндереүгә аҡса күп бүленә, ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Бәлки, беҙҙең ауыл урамдарындағы бағаналарҙа лампочкалар яна башлар? Әле ауылыбыҙға кабель электр сымдарын һуҙҙылар, әммә бағаналарҙа фонарҙар юҡ. Ауылға газ да килеп етте. Газдың бер өлөшө бюджет ставкаһы менән үткәрелә, икенсеһе − коммерция нигеҙендә. Газ ауылға килеп ингән бит инде, өйгә тиклем индереү эштәрен дә бюджет ставкаһы менән үткәреп булмаймы икән?
«Йәшлек»тә «Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй» тигән мәҡәлә уҡығайным, Урал Таймаҫов исемле фермер хаҡында ине ул. Бөтә ерҙә лә улай түгел шул, үҙебеҙҙекеләр халыҡты ауыр хәлгә ҡалдырған осраҡтар ҙа бар. ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡтарҙы үҙебеҙҙекеләр үк бөтөрөп, халыҡты эшһеҙ ҡалдыр­ҙы. Район гәзитендә теге йәки был фермерға дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе хаҡында яҙыла. Йүнләп эшләмәгән, ерҙең ҡәҙерен белмәгән, ергә хужа кеүек ҡарамаған фермерҙарға дәүләт ярҙамы бөтөнләй күрһәтелмәһен ине. Лайыҡлы эшләгән күп фермерҙар иғтибарҙан ситтә ҡала. Бесәнен дә ваҡытында әҙерләп өлгөрмәгән, сереткән теләһә кемгә ниндәй дәүләт ярҙамы булыуы мөмкин?!
Беҙҙең районда йылына ике тапҡыр малдарға ветеринария тикшереүе үткәрелә, прививкалар эшләнә. Тимәк, ветеринарҙарҙы маҡтарға ғына ҡала. Ә бына фермерсылыҡ ойошмаларында һөт етештереү менән шөғөлләнгән кешеләрҙең хатта санитар кенәгәһе лә юҡ. Дәүләт предприятиеһында эшләгән ваҡытта һауынсылар медицина тикшереүе үтә торғайны, хәҙер юҡ. Эпидемия көтәбеҙ. Тағы ла бер мәсьәлә − фермерҙарҙың бөтә техникаһы йәшәгән йорто янында тора, унлаған машина йыйылып китә. Шулай уҡ йөҙ тоннанан ашыу бесән дә йорт-ҡура янына килтерелә. Быйыл яҙ фермерҙарға ярҙам итеп 3 тонна тирәһе яғыулыҡ бирелде, улар ҙа бит йортта һаҡлана. Был бит бик хәүефле. Бына шуға ла техниканы бергә туплаған, бесәнде махсус урындарҙа һаҡлаған, малды ит комбинаттарына тапшырыуҙы ойошторған дәүләт органы кәрәк. Ә бит хәҙер малды ла ҡура эсендә, ауыл уртаһында күпләп һуялар.
Ауыл халҡы алһыҙ-ялһыҙ эшләй, байрам да, отпуск та юҡ. Гәзиттә лә кәңәш биреүселәр күп. Имеш, ауылда эшләргә теләүсегә эш күп. Эйе, эш күп тә ул, тик эштең береһен башлайым тип документтар йыйғансы, икенсе эшең юҡҡа сыға. Берәү ҙә ауылға ҡайтып эшләргә теләмәй, бөтәһе лә ҡалаға ынтыла. Шул ҡалала кәңәш биреп ятыусылар, ауылға ҡайтып, эш күрһәтеп китһен ине ул. Ялдан һуң ауылдан Өфөгә китеп барғанда буш баҫыуҙарҙы, бушай барған ауылдарҙы күреп, уларҙың йөрәктәре әрнемәйме икән ни?! ҡайтһындар, эш бөтәһенә лә етерлек!

Шәкүрә КИРАЗОВА.
Белорет районы,
Боғанаҡ ауылы.
Читайте нас: