Бөтә яңылыҡтар
22 Ноябрь 2011, 18:40

ДОНЪЯ ТИГӘНДӘРЕҢ

йәки ғалим хаҡында бер кәлимә“Донъя тигәндәрең...” – йыш ҡабатлай ине атай был һүҙҙәрҙе. Һағыштан әйтелдеме был һүҙҙәр, шатлыҡтанмы, ғазаптанмы? Хәҙер инде фаразларға ғына ҡала. Был бәләкәй генә серен ул, фанилыҡта бурыстарын үтәп, баҡыйлыҡҡа күскәс, үҙе менән алып китте.

ДОНЪЯ ТИГӘНДӘРЕҢ
ДОНЪЯ ТИГӘНДӘРЕҢ
йәки ғалим хаҡында бер кәлимә

“Донъя тигәндәрең...” – йыш ҡабатлай ине атай был һүҙҙәрҙе. Һағыштан әйтелдеме был һүҙҙәр, шатлыҡтанмы, ғазаптанмы? Хәҙер инде фаразларға ғына ҡала. Был бәләкәй генә серен ул, фанилыҡта бурыстарын үтәп, баҡыйлыҡҡа күскәс, үҙе менән алып китте.
Донъя тигәндәрең... Хәҙер үҙем йыш ҡабатлайым был һүҙҙәрҙе. Бик йыш. Бигерәк тә донъя менән аралар буталғанда, ышаныстар емерелгәндә, билдәһеҙлек хөкөм һөргәндә... Емерелгән ышаныс, хөкөм һөргән билдәһеҙлек тойғоһо бигерәк тә замандаштарҙы юғалт­ҡанда күңелде нығыраҡ биләй. Замандаштар, тиеүем шулар: бар булмышын, аҡылын, инаныуын үҙе йәшәгән дәүергә ышанып тапшыр­ғандар. Ни тиһәң дә, беҙ, ышаныстар вәғәҙә иткән лозунгылар аҫтында тыуып, шул осорҙа мыйыҡ үҫтергән малайҙар, бөгөнгө ир-егеттәрбеҙ. Бөгөн килеп шул дәүер­ҙе һағынып та ҡуям.
“Кеше психологияһы бөтөнләй өйрәнелмәгән ил”, – тип ғәйепләһәләр ҙә, ул осорҙоң иң отошлоһо үҫеп килгән йәш быуынды батыр­ҙар миҫалында тәрбиәләү булды. Беҙ тарих биттәре аша яҡшы менән насарҙы, аҡ һәм ҡараны айырырға өйрәндек. Тарих китабы аша танышҡан тәүге замандаштарымдың береһе Рим Зәйниғәбетдин улы Йәнғужин булды.
Был исемде тарих уҡытыусыһы булған атайымдан башлап ишеттем. Улар йәштәштәр ине. Шулай булһа ла, атайыма уның уҡыусыһы булыу бәхете тейә. Башта Сибай педагогия училищеһын тамамлап, Баймаҡ райкомында партия инструкторы, аҙаҡ Икенсе Этҡол урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләгән атайым 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Атайым студент, Рим Зәйниғәбетдин улы уҡытыусыһы булһа ла, улар үҙ-ара дуҫлыҡтарын һаҡланы. Өфөгә юлы төшкән һайын, уҡытыусы-ағайым тип, Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәровҡа, уҡытыусы-дуҫым тип, Рим Зәйниевичҡа (атаһының исемен ҡыҫҡартып, шулай өндәшәләр ине – И. Ғ.) инеп, хәл һорашыр форсат табыр ине. Атайҙың вафатынан һуң, иҫән сағындағы вәғәҙәһенә ярашлы васыяты итеп, ике быуат элек ҡартәсәһе баҫҡан кейеҙ шәлде Рим Зәйниғәбетдин улы булдырған Башҡорт дәүләт университетының этнография музейына “музейлы дуҫы”нан “музейлы уҡытыусыһы”на иҫтәлек итеп тапшырҙыҡ. Атайым үҙе лә Икенсе Этҡол ауылында музей асып, ғүмеренең ахырынаса ырыу тарихын яҙыу, уны һаҡлау һәм яҡлау өсөн күп көс һалды.
Мәктәп йылдарынан уҡ миңә Рим Зәйниевичтың исеме таныш булһа ла, студент йылдарында бик аралашыу бәхете теймәне – янына барырға ҡыйманым. Сөнки тыуған яҡты өйрәнеү тураһындағы матбуғатта баҫылған мәҡәләләрен уҡып, баҫылған хеҙмәттәрен өйрәнеп, былай ҙа тынғыһыҙ ваҡытын урлауҙан ҡурҡтым. Ә аҙаҡ, йылдар үткәс, үкендем. Хәҙер ҙә үкенәм. Шулай ҙа миңә 2004 йылдың ноябрендә университеттың бер төркөм ғалимы менән (бәхеткә күрә, был төркөмдә Рим Зәйниғәбетдинович та бар ине) Мысырҙа, Шарм-әл-Шәйехта, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы ойошторған конференцияла ҡатнашыу хоҡуғы тейҙе. Докладсылар араһында Рим Йәнғужин үҙ сығышын ҙур дискуссияға ҡороусы ғына булып түгел, ә Мысыр тарихын, был илдең бигерәк тә этник тарихын яҡшы белеүе менән һоҡланыу тыуҙырҙы. Беҙ, Башҡортостан делегацияһы, яҡташыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек.
2005 йылда яҙмыш ҡөҙрәте менән беҙ тағы ла бер халыҡ-ара конференцияла ҡатнаштыҡ. Уны ла Рәсәйҙең Тәбиғи фәндәр академияһы ойошторғайны. Уныһы инде Мәскәү ҡалаһында уҙҙы. Тап ошонда профессор Рим Йәнғужин Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһына мөхбир ағза итеп һайланды. Ул ҡайҙа йөрөһә лә, үҙе менән тарих йөрөттө. Бөгөн килеп мин уны булмышы менән тарихсы тип һанауҙан бигерәк, тарих уның булмышында, тимен. Мәскәүҙә беҙ уның дипломсыһын осраттыҡ. Ғалимдың студенты Зөлфиәне (Зөлфиә Ишбирҙина – И. Ғ.) Рәсәй дәүләт китапханаһында күреп, балалар кеүек ҡыуанғанын һис оноторлоҡ түгел. Ул эҙләнеүҙәргә кереште. Иң аптыратҡаны шул: һәр дипломсыһының дипломдағы бүлектәренә тиклем хәстәрләүе мине хайран итте. Дипломдары өсөн өҫтәмә мәғлүмәт алып ҡайтты.
– Дипломсыларығыҙ ярай­һы күп кенә икән, – тип хәбәр һалдым, китапхананан сыҡ­ҡас.
– Эш иҫәптәме ни, ҡустым. Иң мөһиме – уларға күңелдә урын булһын. Мин, бала юғалтыуҙан ҡурҡҡан кеүек, уҡыусылар юғалтыуҙан да ҡурҡам. Уҡыусылар уҡытыу­сыларынан алда китергә тейеш түгел. Был дөрөҫ булмаясаҡ, – тине.
“Ғилми етәксе, диплом яҙыуҙан бигерәк, тәүсығанаҡтар менән эш итергә өйрәтергә тейеш”, – тигән алтын һүҙҙәрен дә мин ошонда, Рәсәйҙең дәүләт китапханаһында, ишеттем. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүсығанаҡтар менән эш итергә өйрәтеүсе ғалимдарыбыҙҙың һирәк булыуы, йыш ҡына фәнни етәкселәр урынына фәндәге етәкселәр булыуы йәнде әрнетә.
P. S. Донъя тигәндәрең... Хәтһеҙ генә ваҡыт үткәс, университет ҡаршыһында Рим Зәйниғәбетдин улының элекке аспиранты, бөгөнгө фән кандидаты Тимур Ильясовты осраттым. Бер нисә кәлимә менән хәбәрләшкәндән һуң, йәш егет эш урынына, БДУ-ның этнография музейына ашыҡты. Ғалим менән хушлашҡанда тап ошо егет изге хәҙис һүҙҙәре менән: “Ғалимдың үлеме бөтә Ғаләм үлеменә тиң”, – тигәйне. Был һүҙҙәрҙе әйтер өсөн аҡыл менән йөрәк ҡушылыуы кәрәктер. Тағы ла әҙәм күңеленә ошо һүҙҙәрҙе үҙ мәлендә сәскән Остаз кәрәктер.
Замандашым, тип һүҙ башланым, ә бөгөн килеп үҙ уҡыусылары йөҙөндә һәммәбеҙгә замандаштар бүләк иткән оло ғалим рухы менән иҫән буласаҡ.

Ғәйнислам ИБРАҺИМОВ,
БДУ-ның шәрҡиәт кафедраһы мөдире.
Читайте нас: