Бөтә яңылыҡтар
19 Ноябрь 2011, 18:06

Йәшлек ҡайҙа? “Йәшлек” йәштәр янында

Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромының клуб залында үткәрелгән башҡорт дискотекаһы һәр кесе йомала йәштәрҙе йыя. Халыҡ-ара студенттар көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, «Йәшлек» гәзите редакцияһы һәм Учалы районының йәштәр берлеге сираттағы шундай сараны ойошторҙо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур ҡолһарина, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, Учалы йәштәре берлеге рәйесе Айнур Шаһыбалов йәштәрҙе сәләмләп, күңелле ял теләне.

Йәшлек  ҡайҙа? “Йәшлек”  йәштәр янында
Йәшлек ҡайҙа? “Йәшлек” йәштәр янында
Читайте нас: