йәки Һайлауҙарға барайыҡ, кәрәклеһен һайлайыҡ
Һайлауҙар осоро етһә, власҡа ынтылыусы сәйәсмәндәр, улар төҙөгән фиркәләр араһында электорат, йәғни быға тиклем бер кемгә лә кәрәге булмаған ябай халыҡтың тауышы өсөн ҡаты көрәш башланып китә. Фирҡәләр исемлеге буйынса һайлауҙы әүәлге депутаттар «ҡапсыҡтағы бесәйҙе һайлау» ти торғайны. Һайлауҙарҙа ҡатнашыу тупһаһы юҡҡа сығарылғас, әлеге Дәүләт Думаһы депутаттары үҙҙәре генә бер-береһен һайлаһа ла, тупһаһыҙ ишектән кеше артынан эйәргән һауа менән бүлмәгә килеп ингән ҡош мамығы кеүек «елп» итеп кенә үтеп китерҙәр ине.
Быйылғы һайлау алды көрәше бигерәк тә көслө бара. Булырмы икән Башҡортостан халҡы мәнфәғәттәрен заманында батша Думаһында ҡыйыу яҡлаған Сыртланов кеүек депутаттар?!
Хәҙергеләр министрҙыҡынан күберәк «эш» хаҡтарын аҡлар өсөн генә булһа ла Дума ултырыштарында ҡатнашһа икән, исмаһам. Юҡ, закондар ярым буш залда тикшерелә.
Һуңғы ваҡытта Д. Медведев төбәктәргә күберәк вәкәләттәр биреү кәрәклеге тураһында һөйләй. Ләкин беҙҙә бөтә изге ниәттәр һүҙҙә генә ҡала шул…
Социологик тикшеренеүҙәр буйынса, БР халҡының 39 проценттан артығырағын эшһеҙлек проблемаһы борсой икән. Илдәге халыҡтың тын алышын Рен-ТВ, 1-се, Рәсәй – 1 каналдарында барған «Исторический процесс», «Поединок» һ.б. телешоуҙар аша беләһең. Шулай уҡ халыҡтың 90 проценттан ашыуының һуңғы тиҫтә йылдағы үҙгәртеп ҡороуҙарға, реформаларға кире мөнәсәбәттә булыуына ышанаһың. Һайлауҙар һөҙөмтәһендә лә ошо реформалар авторҙарына ҡаршы тауыштар ҙа шул сама булырға тейеш, логика буйынса.
Алда килтерелгән процент халыҡтың капитализмға ла кире мөнәсәбәттә булыуын күрһәтә. Шулай булмай ни, бөтә халыҡ байлығын «прихватизациялап», ҡырағай капитализмға күсеп ҡуйҙылар бит. Нормаль, башланғыс капиталды үҙ көстәре менән йыйған цивилизациялы капитал илдәрендә лә киләсәккә ышаныс юҡ, 3 – 4 йылға һуҙылған донъяуи иҡтисади көрсөк һаман дауам итә. Урта диңгеҙ илдәре Пиренейҙан Балҡанға тиклем бигерәк тә бөлгөнлөккә төшөп, бурыс соҡорона батҡан. Шунлыҡтан буржуазияға ҡаршы һул көстәр әүҙемләшә, урамдарға сыға.
Беҙҙең илдә лә ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуҙа һәм энергетикала эшләүселәр генә ҙур табыш ала. Социаль ҡатламланыу көсәйә, байҙар (буржуйҙар, чиновниктар) менән ярлы ҡатлам араһындағы айырма, упҡын тәрәнәйә бара. Шуға күрә уң, буржуаз фирҡәләргә ҡаршы һул көстәрҙең берләшә алыуы бик мөһим. Бөтә өлкәләрҙә лә конкуренция бара икән, ниңә бер үк маҡсат − илебеҙҙе алдынғылар рәтенә сығарыу, халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн тырышҡан төрлө сәйәси ағымдар, фирҡәләр араһында тиң шарттарҙа намыҫлы ярышыу, көрәш бармаҫҡа тейеш? Алмаштырғыһыҙ кешеләр булмай бит ул. Көслө конкуренттар (оппозиция) булыуы ла ғәмәлдәге власҡа йоҡомһорап китмәҫкә, халыҡ мәнфәғәттәренән ситләшеүҙән тыйылырға ярҙам итәсәк.
Илде талау дауам итә. Бер нисә генә миҫал – мәркәздең элекке мэры Лужков менән уның йәмәғәте Батуринаның ни ҡылғандарын әле булһа асыҡлап бөтөрөп булмай. Буржуйҙар илдән көнөнә миллиард долларҙы сит илгә сығарып тора. Былар өсөн кем яуаплы? Хәҡиҡәт шулай – ҡулға эйәләштерелгәндәр өсөн уларҙың хужалары яуаплы.
Ил башлыҡтарының ниәте фантастик. Улар мультикультура ысынбарлығын бөтөрөп (милли-төбәк компонентын ҡыҫырыҡлау, мосолман дини байрамдарына яҫҡыныу шул иҫәптә), төрлө-төрлө милләттәрҙе бер ҡаҙанда ҡайнатып, моноэтник бер милләтле йәмғиәт төҙөү тураһында хыяллана. Шундай курс өсөн тауыш бирәйекме, милләттәштәр?
Үҙәк ТВ ток-шоуҙарынан («Пусть говорят», «Прямой эфир» тапшырыуҙары) аҡылға һыймаҫлыҡ ғибрәтле яҙмышлы кешеләр тураһында ҡарап, был ниндәй халыҡ, ниндәй йәмғиәт икән, тип бот сабып аптырашта ҡалаһың, киләсәккә бар өмөтөң юҡҡа сыға.
Сәйәсмәндәр бына ошондай ата – ҡыҙын, инә улын айырмаған йәмғиәттән ҡотолоу юлдарын эҙләһә, бөгөнгө Рәсәй өсөн шул булыр ине милли идея.
Зөфәр АЛТЫНСУРА.
Мәләүез районы.