Даланың даланлы уланы
Хәйбулла районында Башҡортостандың халыҡ шағирыҡәҙим Аралбайҙың юбилей кисәләре үттеШағирҙы яҡындан беләм тиһәң, тыуған ерен барып күр, тиҙәр. Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ҡәҙим Аралбай үҙенең етмеш йәшлек юбилей тантаналарын тыуған ерендә – Хәйбулла районында билдәләүен белгәс, беҙ ҙә уның арбаһынан урын алдыҡ. Аттар шәп, арбалағылар тағы ла күркәмерәк – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Азамат Юлдашбаев, күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, филология фәндәре докторы, профессор, күренекле яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм мин, юбиляр менән юлда юлдаш, серҙәш һәм табындаш булырға ихлас ризалашып, юлға сыҡтыҡ.