Бөтә яңылыҡтар
15 Октябрь 2011, 17:04

Күңеленә тотош донъя һыйған

Кеше ғүмере ағын һыу менән тиң. Әле генә кескәй инеш булып үҙ юлын эҙләһә, бер аҙ ваҡыт үткәс, ул көслө йылғаға әүерелә. Йылға юлында таш-ҡаялар осраған кеүек, кеше яҙмышында ла улар хәтһеҙ. Кемдеңдер тормош карабы ҡаяға бәрелеп, селпәрәмә килә, ә кемдер, оҫта капитан булып, карапты һаҡлап ҡала.

Күңеленә  тотош донъя һыйған
Күңеленә тотош донъя һыйған

Кеше ғүмере ағын һыу менән тиң. Әле генә кескәй инеш булып үҙ юлын эҙләһә, бер аҙ ваҡыт үткәс, ул көслө йылғаға әүерелә. Йылға юлында таш-ҡаялар осраған кеүек, кеше яҙмышында ла улар хәтһеҙ. Кемдеңдер тормош карабы ҡаяға бәрелеп, селпәрәмә килә, ә кемдер, оҫта капитан булып, карапты һаҡлап ҡала.
Оло Эйек һыуын һыулаған, данлы шәхестәр биргән Күгәрсен ере һылыуы, боронғо башҡорт ауылы Юлдыбай ҡыҙы, бер туған апайым Миңзәлә Әминева-Йомаева ла – тормош карабын буйһондора алған капитан.
Яҡын кешең тураһында ни өсөндөр һүҙ башлап ебәреүе лә ауыр булып китә, әллә уның күңелен яҡшы белеү, әллә изгелектәрен, шулай булырға тейеш, тип ҡабул итеү, әллә маҡтау һүҙҙәрен әйтергә ҡыймау – моғайын, барыһы ла барҙыр.
Ғаиләлә өс бала үҫтек. Апайым иң олоһо һәм, әлбиттә, ата-әсәгә ярҙамлашыу, ағайым менән мине ҡарашыу, беҙҙең өсөн яуаплылыҡ тойғоһон үҙ иңенә алыу – быларҙың барыһы ла ваҡытлыса ғына күренеш түгел бит. Әле һаман кәңәш һорап, апайыбыҙға мөрәжәғәт итәбеҙ.
Ул – уҡытыусы. БДУ-ның филология факультетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын уҡыу-уҡытыу эшендә дауам итә, Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта. Хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙан­ған уҡытыусы Миңзәлә Искәндәр ҡыҙы – төрлө методик ҡулланмалар авторы ла. 2010 йылда уның «Йөрәк һүҙе» тип исемләнгән дәрестәр йыйынтығы сыҡты һәм уҡытыусылар араһында шунда уҡ таралып та бөттө.
Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың булмышын эшендә алынған баһалар ғына билдәләмәй, ғүмереңде дауам итерҙәй быуын ҡалдырыу ҙа мөһим. Апайым тормош юлдашы Әхмәтғариф Шәүкәт улының ныҡлы «тыл»ы, кәңәшсеһе, һөйөклө ҡатыны, улы Роберт, ҡыҙы Азалия өсөн аҡыллы, ярҙамсыл, балаларының күңеленә изгелек емештәрен һала белгән шәфҡәтле әсәй. ҡаланың ҡап уртаһында урынлашҡан йорттары йылы нурға сорналған, килгән-киткән кешеләр өсөн ишектәре һәр ваҡыт асыҡ, йөҙҙәре яҡты, сәйҙәре ҡайнап сыҡҡан була.
Һүҙемде йомғаҡлап, тағы ла шуны әйтер инем: Миңзәлә Искәндәр ҡыҙында әле һаман йәшлек дәрте дөрләй, шул уҡ ваҡытта донъяға оло йәштәгеләр кеүек баһа бирә торған сағы.
Лилиә ӘМИНЕВА.
Өфө ҡалаһы.

P.S. Әйткәндәй, Миңзәлә Искәндәр ҡыҙы – «Йәшлек» гәзитенең яҡын дуҫы ла. 2012 йылда мәктәбебеҙҙәге һәр уҡытыусы, һәр уҡыусым йәштәр гәзитенә яҙыласаҡ, ти ул.
Читайте нас: