Бөтә яңылыҡтар
15 Октябрь 2011, 17:14

29 580 000 000 һум

РФ Эске эштәр министрлығындағы реформанан һуң хеҙмәткәрҙәрҙе кейендереү ошо суммаға төшәсәк. Әйткәндәй, кейемде ЭЭМ хеҙмәткәрҙәренең өстән бер өлөшө алмаштыра. Был 870 мең самаһы кеше.

Полицейский кейеменең бер комплекты 34 мең һумлыҡ буласаҡ. Был – милиционерҙыҡына ҡарағанда ике тапҡырға ҡиммәтерәк. Эске ғәскәрҙәр элекке йәшел урынына зәңгәр төҫлө униформа аласаҡ. Кейемде Санкт-Петербургтың «Труд» фабрикаһы (хужаһы – Таймураз Боллоев) тегә.
Үрҙәге сумманы ун миллион оло кешенең пенсияһына бер тапҡыр уртаса пенсия күләмендә өҫтәмә итеп түләргә мөмкин булыр ине.

Basik.ru сайты мәғлүмәте
буйынса Айсын АҡБУЛАТОВА
әҙерләне.
Читайте нас: