8 октябрҙә Матбуғат йортона һәм «Республика Башкортостан» гәзите редакцияһына БР Президенты Рөстәм Хәмитов килде. Республика башлығының гәзиткә ҡунаҡҡа килеүенең сәбәбе − иң оло баҫмаларҙың береһе тәүге һандарының сығыуының 105 йыллығын билдәләй.
Матбуғат йортонда республика етәксеһе баҫманы нәшер итеүҙең тулы циклы менән танышты − типографиялағы ҡорамалдарҙы ҡарап, гәзит һәм журнал цехтарында булды. Һуңынан редакцияның ижади коллективы менән осрашты. Бөгөн «Республика Башкортостан» − 20 мең уҡыусыһы булған төбәк кимәлендәге иң ҙур гәзит. Ике меңләп кеше уны интернеттағы сайтынан уҡый.
− «Советская Башкирия» гәзитен 1965 йылдан алып беләм. Ул ваҡытта миңә 10 − 11 йәштәр самаһы, беҙ Красноярскиҙа тора инек. Үҙенең республикаһының патриоты булған атайым уны яҙҙырып уҡыны. Атайға эйәреп, мин дә гәзиткә күҙ һала торғайным. Был гәзиттән тыш, «Кызыл таң», «Совет Башҡортостаны»н да алдырҙыҡ. Ошо өс гәзит мине ғүмерем буйына оҙата барҙы. Мәскәүҙә уҡығанымда киоскынан ала торғайным, − тип хәтирәләре менән бүлеште Рөстәм Зәки улы. − Әлегә үҙемә килгән бөтөн баҫмаларҙы ла уҡырға ваҡытым юҡ. Тәүҙәрәк барыһы менән дә танышып сыға инем, һуңынан эшләйһе эштәргә ваҡыт самалыраҡ ҡалыуын аңланым. Миңә дайджест әҙерләп бирәләр, республика һәм федераль баҫмаларҙан Башҡортостан тураһындағы мәғлүмәттәрҙе интернеттан уҡыйым. Һеҙҙең гәзит дәүләт позицияһын яҡлай, дөрөҫлөктө яҙған, намыҫлы баҫмаларҙың береһе. Гәзитегеҙ йөкмәткеле.
− Беҙ ете йыл инде хужалыҡ иҫәбе шарттарында йәшәйбеҙ. Үҙебеҙгә-үҙебеҙ аҡса табабыҙ. Бар нәмә беҙҙең гәзитте алдырып уҡыусыларҙан тора. Сер түгел, подписканан ғына 50 процент килем алабыҙ, − тип гәзиттең эше менән таныштырҙы баш мөхәррир Татьяна Сырвачева. Табындағы осрашыуҙа журналистар Президентҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, коллектив осрашыу иҫтәлеге итеп ҡунаҡҡа республика тормошо менән редакцияның көндәлек эше сағылдырылған фотоальбом бүләк итте.