29 сентябрҙә Башҡортостан уҡыусылары Звездный ҡаласығында булды. Өфө гимназияһынан ун ике уҡыусы халыҡ-ара балалар конкурсы призерҙары йыһангирҙарҙың орбитаға сығырға әҙерләнеүен ҡараны.
ҡаласыҡ ике өлөшкә бүленгән, береһендә кешеләр йәшәй, икенсеһе – эш урыны. Йыһанға осоу өсөн ныҡлы сәләмәтлек кәрәк. Һәр күнекмә алдынан буласаҡ йыһангирҙар мотлаҡ медицина тикшереүе үтә. Табиптарҙың рөхсәтенән башҡа космонавтар бер аҙым да баҫмай.
Башҡортостан уҡыусыларына йыһангирҙарҙың нисек итеп осошҡа әҙерләнгәнен күрһәттеләр. Тренажер – 320 тоннанан ашыу торған иҫ киткес ҙур центрифуга. Йыһангирҙар шунда күнекмә үтә. Бындай аппарат башҡа бер илдә лә юҡ. Иң тәүге центрифуга 1973 йылда төҙөлгән була, икенсеһе – 1980 йылда. Балалар Ерҙә ауырлыҡты юғалтыуҙы күҙәтте. Бының өсөн Йыһангирҙар әҙерләү үҙәгендә 1980 йылда гидролаборатория төҙөлә. Ул − 12 метр тәрәнлектәге иҫ киткес ҙур бассейн. Һыу аҫтында – Халыҡ-ара йыһан станцияһы модулдәренең макеттары. Бында йыһангирҙар «йыһанға сығып ҡарай», яңы йыһан шарттарында йәшәргә өйрәнә.
Бында уҡыусыларға «Мир» орбита комплексының эше, йыһанда алып барылған тикшеренеүҙәр, йыһанға осоу өсөн экипаждар әҙерләү тураһында һөйләнеләр. ҡыҫҡаһы, балалар серле лә, бер аҙ билдәһеҙ ҙә йыһан киңлеге хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.
С. АМАНТАЕВА.