Бөтә яңылыҡтар
27 Сентябрь 2011, 16:22

МӘМБӘТ ҺЫНСЫ ЮРАУЫНЫҢ ЮШ КИЛГӘНЕ

Яңы коллегам1971 йылдың көҙө. Үҙ ауылымдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡытып ятҡан сағым. Берҙән-бер көндө почтальон “ҡала-ара телефонға саҡырталар” тигән ҡағыҙ тоттороп китте. Һөйләшәйем тип, иң яҡын элемтә бүлеге урынлаш­ҡан Яңы Монасипҡа барып, телефон мөштөгөн ҡулыма алһам, сымдың арғы осонан таныш тауыш:– Сәләм, Әхмәт! Киленгә, әсәйеңә, балаларыңа кафедралағы ағай-эненән суҡ-суҡ сәләм! – тине лә, эшлекле тонға күсте. – Бында бер малай аспирантураға үтә алманы. Давай, һин кил. Урын яна бит.

Яңы коллегам
1971 йылдың көҙө. Үҙ ауылымдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡытып ятҡан сағым. Берҙән-бер көндө почтальон “ҡала-ара телефонға саҡырталар” тигән ҡағыҙ тоттороп китте. Һөйләшәйем тип, иң яҡын элемтә бүлеге урынлаш­ҡан Яңы Монасипҡа барып, телефон мөштөгөн ҡулыма алһам, сымдың арғы осонан таныш тауыш:
– Сәләм, Әхмәт! Киленгә, әсәйеңә, балаларыңа кафедралағы ағай-эненән суҡ-суҡ сәләм! – тине лә, эшлекле тонға күсте. – Бында бер малай аспирантураға үтә алманы. Давай, һин кил. Урын яна бит.
Уйлап та тормай, был остан мин шундай яуап оҙаттым:
– Рәхмәт, Әхнәф Нуриевич! Мин барһам да, яна бит ул урын.
– Нисек инде?
– Мин үҙемдең диссертациямды тамамланым. Хәҙер яңынан ҡарап сығырға, төҙәткеләргә ҡалды. Киләһе йыл уны һеҙҙең хөкөмгә тапшырырға ниәтләнәм. Шуға күрә лә бер йыл өсөн тотош өс йыллыҡ аспирантураны әрәм иткәнсе, унда икенсе берәй кандидатура эҙләһәгеҙ, маҡсатҡа ярашлы булыр ул. Һеҙ унда халыҡ ижадынан махсус курс буйынса “Башҡорт легендалары” тигән уҡыу ҡулланмаһы итеп сығарған диплом эшемде мин Марат ағай Минһажетдинов етәкселегендә яҙғайным. Яңылышмаһам, минән ике йыл элек Миҙхәт Мәмбәтов тигән Хәйбулла егете лә уға яҙып, юғары баһаға яҡлаған булырға тейеш. Быйыл йәй Вәзир Мостафин тигән дуҫы менән икеһен Өфөлә осратҡайным. Үҙҙәре әйтмешләй, улар икеһе лә комсомол өлкә комитетының “өгөт-нәсихәт бүлеге”ндә эшләй ине, – тип ярайһы ғына белешмә биргәндән һуң, телефон сымының арғы осонда бер аҙға тынлыҡ урынлашты һәм ахырҙа шундай яуап ишетелде:
– Яр-рар улайһа. Уйлашырбыҙ.
БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире, профессор Кирәй Мәргән менән шул һөйләшеүҙән һуң, көҙ үтте, көҙ артынан ҡыш үтте, яҙ үтеп, йәй етте. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, эш һүҙҙән айырылмаһын, тип, ауылда ятып, үҙемсә әүәләгән кандидатлыҡ диссертациямды күтәреп, бер­ҙән-бер көндө кафедраға килеп инһәм, Миҙхәт шунда ултыра, мөдир менән гәп һатып.
– Бына беҙҙең яңы аспирантыбыҙ, – тине Әхнәф Нури улы, минең менән күрешкәс.
Йылдар үткәс, күргән, белгән, ишеткәнеңдең деталдәре онотолоп, әллә нимәләр фантазиялап була, әлбиттә. Тик шуны әйткем килә. Телефон аша һөйләшкәндә әйткән һүҙҙәр генә Миҙхәт өсөн яҙмыштың үҙенә әүерелмәгәндер, моғайын. Ни тимә, көллө ғаләмгә шул мәғлүм: берәй урын­ға, шул иҫәптән аспирантураға кандидат эҙләгәндә, бер нисә вариант ҡулланыла. Нисек кенә булмаһын, Миҙхәт менән тап ана шул дәүерҙән хеҙмәттәш булып киттек. Маҡсат берлеге, рухи яҡынлыҡ, бер-бер артлы хөрмәтле остаздарыбыҙҙы юғалтыу кеүек уртаҡ ҡайғыбыҙ ҙа, башҡаһы ла беҙҙе дуҫлаштырҙы.
1972 йылдың көҙөндә ауыл уҡытыусыһы булған мин фәҡирегеҙҙе әҙәбиәт кафедраһына өлкән уҡытыусы сифатында эшкә саҡырыу­ҙары быға тағы ла нығыраҡ булышты.
Мин инде, диплом эше өҫтөндә эшләгәндә үк, материалдың күпселек өлөшөн әҙерләп алғайным, отпуск, каникул мәлдәрендә килгеләп, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының ғилми архивында тапҡандар менән уны тулыландырам. Ни тиһәң дә, бөтәһе лә ил өҫтөндә, Өфөнән ситкә китмәйенсә лә эшләрлек. Миҙхәткә иһә, үҙебеҙҙәге архивтарҙа эҙләнеү менән бер рәттән, материал эҙләп, Мәскәү, Ленинград, башҡа тарафтар архивтарының саңын эсергә тура килде. Сөнки Кирәй Мәргән уның алдына башҡорт фольклористикаһы тарихын тикшереү бурысын йөкмәткәйне. Уға Х быуаттың тәүге сирегендә Тарихи Башҡортостандың көнбайышына һуғылып ҡына үткән Әхмәд ибн-Фаҙлан ибн-Аббас, ибн-Хаммад, XI быуат ғалимы Мәхмүт ҡашғариҙарҙан башлап XIХ быуат баштарына тиклемге дәүерҙә кемдәр башҡорт фольклорына иғтибар иткән, шуларҙы һанап ҡына сығыуы ла әллә ни тиклем урын алған булыр ине. Ә диссертация авторына тикшеренеүселәр башҡорт халыҡ ижадына ҡасан, ни кимәлдә, ниндәй маҡсат менән мөрәжәғәт иткән, уларҙың яҙмаларының ғилми әһәмиәт кимәле һ.б. хаҡында уйланырға, аныҡ фекер йөрөтөп, уларҙың һәр береһенең урынын асыҡларға тура килгән. Был бурысты ул еренә еткереп үтәне. Һәм 1975 йылда фән кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә ирешеп, кафедраның педагогтар коллективына ҡушылды.

“Кирәй гвардеецтары”ның береһе

Миҙхәт аспирант сағында ла кафедра тормошонда әүҙем ҡатнаша килгәйне. Диплом, курс эштәре, фольклор практикаһы менән етәкселек итте. Фән кандидаты булып алғас иһә ҡамыт өҫтөнә ҡамыт кейергә тура килде. Етмәһә, Әмир Чанышев, Бәһиә Мәғәсүмова кеүек үҙебеҙҙең уҡытыусыларыбыҙ, тәжрибәле коллегаларыбыҙ пенсияға киткәс, кафедрабыҙ бушап ҡалғандай булды. Булғаныбыҙ утыҙ эсендәге егеттәр генәбеҙ. Кирәй Мәргәнде иҫәпкә алмағанда, иң өлкәнебеҙ – доцент Роберт Байымов, уға етә мин фәҡирегеҙ, унан доцент Тимерғәле Килмөхәмәтов та уның йәштәше Миҙхәт Мәмбәтов тороп ҡалдыҡ. Барыбыҙ ҙа йүгереп йөрөп эшләйбеҙ. Сыр-сыу, тартышты белмәйбеҙ. Ниндәй ғәмәл ҡылһаҡ та, бер ауыҙҙан, бер һүҙҙәнбеҙ. Әгәр берәйебеҙ берәй тәңгәлдә инициатива күрһәтә икән, мөдиребеҙ, аҡһаҡалдарса: “Бәрәкалла! Бик хуп! Бына шулай гел инициативалы, гел әүҙем булыу кәрәк!” – тип хуплап, йөпләп торор булды. Беҙҙе ул саҡта “Кирәй гвардеецтары” тип кенә атап йөрөттөләр. Роберт докторантураға киткәс, бөтә йөк беҙ өсәүгә төштө. Яңы йылға ҡарата ошо хәлде сағылдырып, фотолар файҙаланып, шарж-плакат эшләп элгәйнем: Кирәй Мәргән санаға китаптар тейәгән дә сыбыртҡыһын болғап тройканы ҡыуа. Ә тройка шул кафедраның ҡалдыҡ-боҫтоғон кәүҙәләндереүсе Тимерғәле дуҫ, йәнә мин фәҡирегеҙ һәм Миҙхәт дуҫ. Ошо плакатты күргәс, мөдиребеҙ йылмайып ҡарап торҙо ла (ул юморҙы яҡшы аңлай торған кеше, үҙе лә юмор оҫтаһы ине), матур итеп йомарлап тотто ла ректорға китте. Юҡ. Ошаҡларға түгел. “Бына беҙ ниндәй хәлдә ҡалдыҡ, Шәйхулла Хәбибулло­вич!” – тип әйтер өсөн. Шуның берәй төрлө йоғонтоһо булдымы, нисектер, тиҙҙән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Суфиян ағай Сафуанов Роберттың дәрестәрен алып бара башланы. Әммә беҙгә бушанырға форсат булманы. Был ағайыбыҙ бер генә йыл уҡытҡайны, елкәһенә тейҙе, буғай, ҡабат килмәне. Шуға күрә Роберттың дәрестәрен, план һәм программаларҙан тыш, йәмәғәт башланғысында өҫтәмә йөк итеп, әлеге өс “гвардеец”ҡа алырға тура килде. Ярай ҙа Тимерғәле менән мин – уҡытыу буйынса бер аҙ тәжрибә туплаған кешеләр. Иң мөһиме, үҙ предметтарыбыҙ буйынса әҙер, һыналған лекцияларыбыҙ бар. Аспирантура­ны тамамлау менән, шундай кө­сөргәнешле шартҡа эләгеүе Миҙ­хәткә еңелдән булманы, әлбиттә. Көн һайын лекция яҙ, көн һайын тиерлек лекция уҡы. Шуның өҫтөнә, заманында мәктәп директоры булып эшләгән кеше булараҡ, студенттарҙың педагогик практикаһын етәклә, факультеттың, университеттың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаш, декан урынбаҫары вазифаһын да атҡар. ҡайҙа, ниндәй эш атҡарһа ла, эреме ул, ваҡмы, яуаплы ҡарай белә Миҙхәт. Бында уның әрме хеҙмәтендә, студент сағында уҡ университеттың комсомол комитетында, әрменән ҡайт­ҡас, комсомолдың өлкә комитетында туплаған тәжрибәһе үҙенекен итер булды, моғайын. Шуға ла үткән йөҙйыллыҡтың 80-се йылдары башындараҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты коллективында үҙ урынын тиҙ тапты. ҡыҫҡа ваҡыт эсендә филология факультетында тәүҙә декан урынбаҫары, унан кафедра мөдире булып эшләй башланы. Респуб­ликабыҙ Министрҙар Советына бүлек мөдире итеп саҡырылыуы ла, хөкүмәт етәксеһенең урынбаҫары һәм Өфө ҡалаһы мэры урынбаҫары булып китеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Былар хаҡында Һибәтулла ағай яҙғайны инде. Уны ҡабатлап тормаҫтан, шуға ғына иғтибар иттерге килә. Миҙхәт Мәмбәтовтың был дәүер­ҙәге эшмәкәрлеге республика, тотош илдең сәйәси тормошонда тыуған ҡатмарлы осорға тура килде. Бындай шарттарҙа дөрөҫ ориентирың булмаһа, дүрт аяғыңдың да һөрөнөүен көт тә тор. Ойоштороу тәжрибәһе, белеме, сәйәси әҙерлеге уны уңға-һулға сайҡалыу хәүефтәренән һаҡланы. Уның был һәләте Бөтә донъя башҡорттарының Беренсе ҡоролтайын әҙерләү дәүерендә айырыу­са баҙыҡ асылды. Хөкүмәт башлығының урынбаҫары булараҡ, ойоштороу эштәре буйынса уға бик күп һәм ҡатмарлы мәсьә­ләләр­ҙе хәл итергә тура килде. Донъяның ҡайһы мөйөшөндә күпме башҡорт барын асыҡлау мәсьәләһен генә алып ҡарайыҡ. ҡоролтай үтәһе 1995 йылға тиклем ундай милләттәштәребеҙ бармы ул, юҡмы, ете ятып, был хаҡта берәүҙең дә, шул иҫәптән республика етәкселәренең дә, йәмәғәт ойошмаларының да төшөнә кермәне. Теге йәки был һорау йә мәсьәлә менән Хөкүмәт йортона килгән һайын, Миҙхәттең кабинетына инә йөрөйөм. Өҫтәл тулы исемлектәр. Ингән һайын, улар арта тора. Уның һайын, һөйөнсө һорағандай, ул, ҡыуана-ҡыуана, йә: “Украиналағы милләттәштәребеҙҙе барлап бөтә яҙҙыҡ”, йә: “Австралияла, Канадала ла туғандар бар, имеш…” – тип ҡаршы алыр булды.
ҡоролтай тантаналы шарттарҙа гөрләп үтте. Был уңышта Миҙхәт Мәмбәтовтың баһалап бөткөһөҙ ҙур эш атҡарыуы ла сағылыш тапты.
Дуҫымдың хеҙмәт юлы хаҡында уйланғанда, күренекле ғалим һәм яҙыусыбыҙ, ә Миҙхәт менән минең өсөн фольклорға һөйөү тәрбиәләүсе уртаҡ остазыбыҙ Әнүр Вахитов халыҡ романы тип атаған “Мәмбәт ырыуы шәжәрәһе”нең инешендә әйтелгән бик тә фәһемле һүҙҙәр хәтергә килә. Тотош ырыуға нигеҙ һалған һәм исеме шул ырыуҙың атамаһы (фәнни телдә әйткәндә, этнонимы) булып киткән Мәмбәт бик тә һынсыл булған. Уның һынсыллығына, мәҫәлән, шулар ҙа миҫал (яҙылыу стиле шәжәрәләгесә). Ырымбур губернаторынан үҙенә оҡшаған урындан ер һайларға рөхсәт алғас, Мәмбәт, сәйәхәт ҡылып, төрлө урындан ер ҡарай. Ләкин бер ер ҙә күңеленә ятмай бының. Туҡ менән Соран буйҙарына барып, ҡарап-ҡарап тора ла, шул ер бик оҡшаһа ла: “Өс йылға байып, бер көндә ярлы була торған ер икәнһең”, – тип ары китә. Эйек буйына килеп: ”Ай, Эйек, һыуың да һыу икән, алабың (яланың) да алаб икән, – тип һоҡланыуын белдерә лә, – ләкин, шулай булһа ла, һыуың ҙур – урыҫ тиҙ алыр”, – ти. Шәжәрәсе быға шундай аңлатма биргән: “Беҙҙең ҡарттар әйтә торғандар ине: “Беҙҙең был яҡҡа ҡарағанда (йәғни хәҙерге Хәйбулла, Йылайыр яҡтары менән сағыштыр­ғанда. – Ә. С.), Эйек буйын урыҫ ҡырҡ йыл элек алды”, – тип. Шунан һуң Мәмбәт Ирәндеккә бара: “Ай, Ирәндек, ерең яҡшы браҡ (тупраҡ), аҫтың тулы алтын икән. Бер заман арҡаңды сорҡалай тишерҙәр”, – тигән. Уның был юрауына шәжәрәсе: “Күҙеңде асып ҡара: Ирәндектең тишелмәгән тауы бармы? Юҡ бит”, – тип аңлатма биргән.
Беҙҙе уның айырыуса, Бөрйән ырыуы Йомаш ауылы Йомаш мулла ҡыҙы Һағындыҡты кәләш итеп алғас, уның ҡулын тотоп ҡарап әйткәне ҡыҙыҡһындыра. Ана ул ни тигән: “Ай, ҡатыным Һағындыҡ, бармағың йыуан, ҡыҫҡа икән. …балаларың, балаларыңдың балалары ла бай булыр­ҙар. Шул байлыҡтары менән ауылдың башы булып, алдын бирмәҫтәр”. Әгәр ҙә шәжәрәне артабан битләһәң, Мәмбәттең юрағанының ни тиклем ҙур теүәллек менән юш килеүенә инанаһың. Һағындыҡ менән уның затынан тыуған уландары араһында мулла, имам, хорунжий, есаул, майор, старшиналар күп, батырҙар ҙа, хажиҙар ҙа, сәсәндәр ҙә, хатта кантон башлығы ла күрһәтелгән. Әгәр ҙә быуын-быуын төйнәлеп, быуын-быуын һуҙылып килгән шәжәрә ебен бөгөнгө көнгә килтереп ялғаһаң, Мәмбәт ҡарттың ни тиклем дөрөҫ юрай алыусы күрәҙәсе һәм һынсыл булыуына төшөнөүҙән башҡа сараң юҡ (Түлле Мәмбәт// Башҡорт халыҡ ижады: VII том: Яҙма ҡисса һәм дастандар. – 277 – 278-се, 276-сы б.). Шуға күрә лә беҙгә бары: “Шулай булған. Киләсәктә лә шулай булһын: Мәмбәт бабағыҙҙың юрауы һәр ваҡыт юш килеп торһон! Амин!” – тип, Миҙхәт Әхмәтхан улы, һиңә, һинең йөҙөңдә үҙ вариҫтарыңа ла, тотош алғанда, шул мәшһүр һынсыл бабаңдың барлыҡ вариҫтарына ла фатиха бирергә генә ҡала.
Ун етелә лә ебектәр була, ә һин етмешеңдә лә егетһең. ҡотло булһын юбилейың, Миҙхәт дуҫ! Был теләгемә минең ише, һинең ғәмәли ярҙамсыллығыңды үҙ яҙмышында кисергән, һинең усыңдың йылыһы аша күңел йылыңды ла ҡабул иткән күптәр ҡушылыр, тип беләм. Һинең һымаҡ, сабый сағы һуғыш дәүеренә тап килеп, күптәре атайҙың ни икәнен дә белмәй үҫкән иҫәпһеҙ тиңдәштәреңә лә изге теләктәр!

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.
Читайте нас в