Күҙәткәнегеҙ бармы? Һин кемгәлер берәй нәмә хаҡында һөйләй башлауың була, ул, һине бүлдереп, шуға оҡшаш икенсе нәмәне һөйләй башлай. Йә киреһенсә була. Кемдер һиңә ниҙер һөйләй, ни яғы менәндер шуға оҡшашыраҡ икенсе нәмәләр хәтереңде тырнай башлағандай тойола. Әңгәмәсеңдең һүҙен бүлә килеп, шуны һөйләргә телең ҡысып ҡына тора. Шул тырнау, шул ҡысыуға түҙмәй, ауыҙыңды астыңмы – бөттө, китте, барҙы... Ни хаҡындалыр уҡып ултырғанда ла шулай була. Өр-яңы миҫал. “Башҡортостан” гәзитенең быйыл 20 сентябрҙә сыҡҡан 187-се һанында “Һоҡланырлыҡ ҡустым бар” тигән мәҡәлә баҫылғайны. Әле уҡырға ла тотонмағанмын, әммә уның башында уҡ урын алған күҙлекле уҙамандың портретына, авторының исем-шәрифтәренә күҙ һалыу менән үк башланды был кисереш.
Мәҡәләнең авторы Һибәтулла Юламанов ине. Ошо исем, фамилияны күреү менән, күҙ асып күҙ йомған арала тыуған яҡтарыма ҡайта һалып урағандай булдым. Шулай итмәй һуң, яҡташтарым әйтеүенсә, мин әрмелә хеҙмәт иткән дәүерҙә һәм БДУ-ла уҡыған саҡта ошо кеше беҙҙең Бөрйәндә прокурор булып эшләп киткән. Үҙен күреп белмәһәм дә, уның Хәйбулла районы кешеһе икәне лә мәғлүм ине миңә. Ни өсөн тигәндә, 1966 йылда каникул мәлендә кәләшем менән ҡунаҡҡа ҡайтып төшөп, уның исем-аты Юламанова Флүрә, үҙе Хәйбулла ҡыҙы икәне ағай-эне, апай-еңгәйҙәргә мәғлүм булғас та, ауылда шундай һүҙҙәр таралған:
– Беҙҙең Әхмәт прокурор Юламановтың ҡәрҙәшен алып ҡайтҡан, ти, кәләш итеп.
– Булыр, булыр…
– Шулайтмай һуң! Университет һынлы университетта уҡып, беҙҙең һымаҡ колхозник ҡыҙын алмаҫ инде!
Портретҡа күҙ һалыу менән уяна башлаған хәтирәләрҙе иһә бер-ике һүҙ менән генә биреп булырлыҡ түгел. Ни өсөн тигәндә, унда һынландырылған етди ҡарашлы уҙаман – минең иң яҡын дуҫтарымдың береһе, һабаҡташым, фольклор ғилеме буйынса һөнәрҙәшем, кафедралашым, 1979 йылдан алып күршем Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов үҙе ине.
Сәмләшеү
Инде лә мәҡәләнең үҙен уҡый башлап, ундағы һәр мәғлүмәт менән таныша килә, күңелдән генә: “Эйе, ы-ы”, – тип әйтеп ултырыуҙан тыш, Һибәтулла ағайҙы әңгәмәләшемдәй күреп, уның әйткәненә ниҙелер өҫтәге, асыҡлыҡ индерге, әйтмәй үткәнен хәтирә рәүешендә ҡыҫтырып ебәрге килә башланы.
Миҙхәттең ике туған ғына ағаһы булараҡ, Һибәтулла ағай (минең дуҫтың әсәһе Вазифа апай менән уның атаһы бер туған булған) әсенеп хәтерләргә ҡалған уның атайһыҙ үткән бала сағы хаҡында яҙғанын уҡығанда, ирекһеҙҙән үҙемдең бала саҡ хәтерҙән үтә һалып китте. Хәйер, беҙҙең быуындың күпселеге атайһыҙлыҡтың ни икәнен ана шул саҡтан уҡ кисереп үҫте бит. Берәй ҡыйырһытыу йә бүтән төрлө уңышһыҙлыҡҡа осраһа, БДУ буйынса беҙҙең коллегабыҙ доцент Вәли ағай Псәнчин: “Атай булһа, улай булмаҫ ине. Атай булмағас ни!” – тигән булыр ине уйынлы-ысынлы. Беҙҙән байтаҡҡа өлкән кеше шулай тиһен әле. Һуғыш арҡаһында атайһыҙ ҡалып, балалығы һуғыш дәүеренә тура килгәндәргә ни һан!
ҡустыһын ишетмеш буйынса түгел, сабый сағынан бөгөнгө көнгә тиклем гел-гел аралашып, яҡындан белгәнгә күрә Һибәтулла ағай уның ғүмер юлы, эшмәкәрлеге менән гәзит уҡыусыларҙы бөтә тулылығында таныштырырға тырышҡан. Шулай ҙа, мәҡәләне уҡығанда, шәхсән үҙ хәтирәләремә лә урын табыла торҙо. Бына шуларҙың береһе. 1961 йылдың 1 сентябрен БДУ-ла беҙ өлкән курстарһыҙ ғына башлап ебәрҙек. Сөнки ул саҡтағы тәртип буйынса, улар уңыш йыйыуҙа колхоз-совхоздарға ярҙамға оҙатылған булып сыҡты. Бишенселәр генә уҡыуҙы мәлендә башланы, буғай. Һәр хәлдә, унда Рауил Бикбаев, Кәрим Ильясов тигән шағирҙар, Әнәс Зәйнуллин тигән прозаик барлығы беҙгә тәүге көндәрҙә үк мәғлүм булды. Сөнки беҙҙең төркөмдә Сафуан Әлибаев, Ирек Кинйәбулатов, Вафа Әхмәҙиев, Миндияр Дилмөхәмәтов, Юныс Латипов, Файыл Мөхәммәтов, Фирғәт Зәйнуллин, Флүрә Юламанова һәм Фәрҙиә Әмирханова ише ҡәләм тибрәтеүселәр улар менән танышып өлгөргәйне инде. Ах-вах, килеп, шуларҙың һөйләүенән ҡайһыныһы кем икәнен беҙ ҙә белеп өлгөрҙөк.
Ул “бишенселәр”ҙең – үҙ хәстәре. Бөгөн-иртән йә уҡытыусы, йә журналист, йә аспирант булып китәһе ағай-апайҙар, олпатлыҡтарын юғалтырға теләмәгәндәй, беҙгә өҫтән аҫҡа ҡарағандай итеп кенә йөрөйҙәр. Һе, беҙҙең үҙ хәстәребеҙ. Башҡорт-рус, татар-рус, саф рус төркөмдәрендә уҡыусы курсташтар үҙ-ара таныша килә, өлкәндәргә бик иҫебеҙ ҙә китмәй башланы. Тик бер мәл беҙҙең танау төшә яҙҙы. Октябрь баштарына шикелле, колхоз-совхоз ярҙамсылары ҡайт та төш. Кисә генә, үҙебеҙ – баш, үҙебеҙ – түш, тигән кеүек, иркен коридорҙарҙы бер итеп йөрөп ятһаҡ, бөгөн килеп стеналарға һырығырға тура килде. Урталыҡты өлкәндәр баҫып алды. Өлкәндәр, тигән булам. Быйыл йәй башында ғына беренсене тамамлап, хәҙер инде икенсе курста уҡыусылар ҙа беҙгә бик үк юл биреп бармағандай тойола башланы. Өс йыллыҡ әрме тәжрибәһе буйынса яҡшы беләм. Әле генә тәүге йылын тултырған һалдат, “новобранец” алдында үҙен әллә кемгә иҫәпләп, һауалы йөрөргә яратыусан. Шул дәүер эсендә яурынында бер йә ике арҡыры һыҙыҡлы погон йөрөтөү бәхетенә ирешһә, ана тора инде: бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп. Бында ла шул тәртип тамыр йәйҙеме икән ни? Юҡ. Бирешке килмәй. Сәм тигән нәмә бар бит. Иғлан итмәйенсә генә улар менән ярыш асҡандай булдыҡ. Былай социаль составтары буйынса ике курстың да иҫәбе – бергә-бер. Береһе лә уларҙың әллә ҡайҙан түгел, әллә ҡайҙа китмәгән, беҙҙең ише ауыл балалары ине. Йөрөй биргәс, шуны белдек: уларҙа ла ҡәләм тибрәтеүселәр бар, имеш. Рәшит Шәкүров, Ишйегет Хәсәнов, Рәшиҙә Әбдрәшитова, Марсель ҡотлоғәлләмовтарҙы, улар беҙҙең шағирҙарыбыҙ, тигәндәре хәтерҙә. Сәсмәүер өлкәһендә көс һынаусылары ла бар, имеш. Мәрйәм Биктимерова (аҙаҡ Бураҡаева), Һәҙиә ҡаһарманова тип йөрөтәләр икән уларын. Беҙҙең курс менән сағыштырғанда, уларҙа яҙышыусылар әҙерәк, әлбиттә. Уның ҡарауы, улар республика матбуғатына сыға башлаған. Әйткәндәй, икенселәр ҡайтҡас, әҙәбиәт кафедраһы янындағы әҙәби-ижад берекмәһе (хәҙер ул “Шоңҡар” тип атала) тәүге ултырыш үткәрҙе. Шуныһын да әйтәйем. Ул берекмәлә шундай тәртип урынлашҡан ине: һәр ултырышта берекмә ағзаларының йә бер-ике кешенең әҫәре тикшерелә. Тикшереүгә сығарыла торған әҫәрҙәр машинкала баҫылып, әҙәбиәт кабинетына тапшырыла. Уларҙы теләгән бер студент уҡый һәм, ултырышҡа килеп, үҙ фекерен әйтә ала. Ултырышта спорт кейемендәге һомғол егет үҙенең бер курсташының ижадына күҙәтеү яһаны. Ул сығыш буйынса авторҙың шиғырҙары камил булырға тейеш ине. Шул саҡ бер-бер артлы тороп беренселәрҙең шағирҙары тетеп ташламаһынмы тегенең әҫәрҙәрен! Түҙ генә! Аҙаҡ теге егеттең: “Беренселәрҙең эттәре талап сығарҙы!” – тигәне мәғлүм булды. Был иһә иғлан ителмәгән бәйгелә алған тәүге мәрәйебеҙ ине беҙҙең.
Салауат районы егете Сафуан Әлибаев менән быйыл ғына Республика мәктәп-интернатын тамамлаған Күгәрсен егете Шөғәйеп Ишкилдин йөҙөндә беҙҙә бер түгел, ике баянсы бар ине (шуны өҫтәп үтәйем. Юҡһа беҙҙең мәғариф тарихын яҡшы белгәндәр: “Һеҙ университетҡа ингәндә мәктәптәр ун бер йыллыҡҡа күсерелгәйне лә инде!” – тип дәғүә белдереүҙәре ихтимал. Эйе, шулай булғайны. Был иһә Хрущев үткәргән реорганизациялауҙың бер күренеше ине. Оптималләштереү тип аталамы ул, модернизациялау типме, шул бер үк тырмаға әле яңынан абынып ятабыҙ. Ә теге мәлдә республикабыҙ етәкселегенең тырышлығы менән Шөғәйеп уҡыған мәктәп-интернат ун класты тамамлаусыларға өлгөргәнлек аттестаты тоттороуға өлгәште). “Беҙҙә ике баянсы! Һеҙҙә нисәү?” – тип һорашмаһаҡ та, икенселәрҙә бындай затлы һөнәр эйәһе берәү генә икәнен белгәс, маҡтанырға уйлағайныҡ та, килеп сыҡманы. Берәү булһа ла, уларҙыҡы берәгәй булып сыҡты. Ул Йомағужа районы егете Тимербай Исхаҡов ине (хәҙерге быуынға билдәһеҙ Йомағужа районын телгә алғас, тағы ла өҫтәп китмәй булмай. Шәһит Хоҙайбирҙин, Мортаза Рәхимов ише дәүләт эшмәкәрҙәрен, Александр Филиппов кеүек халыҡ шағирын, Венер Сәхәүетдинов кеүек алтын ҡуллы хирург-профессорҙы биргән ул район Н. Хрущев райондарҙы эреләткән саҡта юҡҡа сыҡҡайны. “Перестройка” заманын урындағы патриоттар йоҡлап үткәреү һөҙөмтәһендә уны өр-яңынан тергеҙеү форсаты ҡулдан ысҡынды. Уның ҡарауы, хәҙер ике район Йомағужа даны иҫәбенә данлыҡлы булыуға өлгәште). Беҙ – беҙ икән, беҙ – кем икән, тиһәк тә, саманы онотмай инек. Тимербайҙың композитор һәләтенә лә эйә булыуын белгәс, һис һүҙһеҙ, уға өҫтөнлөк бирҙек. Уның ҡарауы, икенселәрҙе сәмләндермәле тағы бер резервыбыҙ бар ине. Беҙҙең курста улай-былай артистарыңа биргеһеҙ бына тигән өс йырсы уҡый ине. Сафуан Әлибаев, Рәжәп Шәрипов, Фәрҙиә Әмирхановаларҙы беҙ генә түгел, аҙаҡ тотош факультетыбыҙ һандуғастар тип таныны. Ундай баһаға ирешкәнгә тиклем БДУ кимәлендә студенттарҙың художестволы үҙешмәкәрлек коллективтарының смотры башланды. Бына бер саҡ сәхнәгә өс егет сығып баҫмаһынмы! Конферансье иһә: “Тарих-филология факультеты башҡорт-рус бүлегенең икенсе курс студенттары Миҙхәт Мәмбәтов, Вәли Байморатов, Заһир Дәүләтбаев йырлай. Ибраһим Абдуллиндың “Бажалар” пьесаһынан “Өс бажа йыры”, – тигәс, туҡта, тыңлап ҡарайыҡ әле, тип шымтайып ҡалдыҡ. Йыр тамам булды – зал, осоп китерҙәй булып, алҡышҡа күмелде. Беҙ: “Ы-һы”, – тип әйтергә лә өлгөрмәнек, конферансье яңғыҙ бейеү иғлан итте һәм сәхнә уртаһына йүгереп түгел, осҡондай була осоп ҡына баяғы егеттәрҙең береһе, Мәмбәтов тигәне, килеп сыҡты ла, ҡулдары осондағы ҡулъяулыҡтарын һелтәй-һелтәй, оса-төшә бейей ҙә башланы. Татар халҡының шаян бейеүен теләһә ҡайһы татарыңдан да арттырып бейей. Сәхнәлә Хәйбулла егете йөрөй тип уйламаҫһың да. Тағы дәррәү алҡыш. Беҙ иҫ-аҡылыбыҙға килеп өлгөрмәнек, сәхнәне университетыбыҙҙың бейеү ансамбле биләне. ҡараһаҡ, тағы ни күрәбеҙ, баяғы Миҙхәт Мәмбәтов та бейеп йөрөй…
– Дә-ә, – тип ҡуйҙы беҙҙекеләрҙән берәү.
Был ауазда үҙебеҙҙең курста бейеүсе булмауына үкенеү ҙә, ошо егет арҡаһында икенселәрҙең көсөн танырға мәжбүр булыу тойғоһо ла сағылды, буғай. Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, шул арала артҡы рәттән берәүҙең:
– Әт нисек була ул! – тигәне ишетелде.
Үҙебеҙ өлкән курстар иҫәбенә инә башлағас ҡына белдем. Был “ҡанатлы һүҙ”ҙе профессорыбыҙ Жәлил Ғиниәт улы ҡулланырға ярата икән. Әгәр ул уны буталсыҡ мәсьәләгә оҡшаш тел проблемаһын сискәндә ҡулланһа, әле ул тантаналы рәүештә һәм беҙҙең танауға сирткәндәй итеп әйтелде. Былай итеп бары икенселәр генә әйтеүе мөмкин. Шуға күрә артҡа боролоп ҡарап та торманы беренселәр.
Бер ата балалары кеүек
1964 йылдың йәйе бик тә ямғырлы булды. ҡара һыу сыҡты. Өфө – Белорет трактындағы өр-яңы күперҙәр ҡул менән һыпырғандай булып, свайҙары төптән һынып, ағып китте. Шундай мәлдә ҡыйыулыҡтары етепме, әллә йәшлек дыуамаллығы, ҡайнап торған дәрттәре арҡаһындамы, әллә шулар бөтәһе лә берҙәм сәбәп итеүҙәре һөҙөмтәһендәме, БДУ-ның концерт бригадаһы Бөрйән районына гастролгә килде. Хәҙергенән айырмалы рәүештә, ул саҡта Өфө – Бөрйән юлы асфальт түгел ине. Был хаҡта хыял итеүсе лә булмағандыр. Өфө – Белорет тимер юлы хаҡында әйтеп тораһы түгел. Баш ҡаланан Бөрйәнгә барам тиһәң, бейек урынындағы һалҡындан һалҡыныраҡ шишмәһе булған, шунда кескенә түбәлек эшләп: “Ресторан АЛАТАУ. Медведь – хозяин”, – тип яҙылған артылыш аша мең бәлә менән үтергә тура килә ине. Бына шундай юлдан, етмәһә, яуын аҫтында Бөрйәнгә БДУ артистарының юлланыуын матурлыҡ хаҡына атҡарылған батырлыҡ тип кенә атарға булыр ине.
Мин ул йылды академик ял алып, Иҫке Монасип ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә урынлашып, уның файҙаһына бесән эшләшеп йөрөй инем. Бер көндө сабынлыҡтан төнләтеп кенә ҡайтһаҡ, Зөлкәбирә еңгәйем (бер туған Мөхәмәтзәки ағайым шул мәктәп директоры булғанлыҡтан, уның ғаиләһе ошо ауылда көн итә ине, ә мин уларҙа торам):
– Һеҙҙең университет әртистәре бөгөн Нәбиҙә концерт ҡуя икән, – тип һөйөнсөләне.
– Ахти-и…
Университетташтарымдың концертын күрә алмай ҡалам икән былай булғас, тигәйнем, еңгәйем:
– ҡайғырма, ҡәйнеш, иртәгә бында киләләр, ти. Уларҙың бер нисәүһе фатирға ҡәйнәмә төшкән, – тине.
Мин ни йәнә “ахти”нан һалдыр. Был юлы ул: “Белергә ине, кемдәр минең әсәйҙә туҡталды икән?” – тигәнде аңлата ине.
Иртәгеһенә эштән иртәрәк ҡайттыҡ. Ямғыр һибәләүҙән туҡтамай. Шулай ҙа Иҫке Монасип ауыл клубы энә төрткөһөҙ булып тулғайны. БДУ әртистәре янына үттем. Бәй, күпселеге беҙҙең бүлектекеләр ҙә баһа! Курсташым Венера Әбүталипова, академик ялдан ҡайтыуыма курсташ буласаҡ Риф Мифтахов. Шул арала:
– Әхмәт, әсәйеңдән ҡайнар һәм һағынышлы сәләм! – тигәнгә боролоп ҡараһам, киң йылмайып Миҙхәт Мәмбәтов тора. Эргәһендә Вәли, Тимербай тора. Бөтәһе менән дә ҡосаҡлашып күрешеп сыҡтым.
Концерттың һәр номеры алҡыш менән бүләкләнде. Күптәргә, шул иҫәптән яңғыҙ бейеүе менән Миҙхәткә лә сәхнәгә ҡабат-ҡабат сығырға тура килде. Әйткәндәй, өлкән быуын кешеләре:
– Бигерәк ихлас сығыш яһанылар. Ундай концертты бүтәнсә күргән дә булманы ул, – тип онотолмаҫ хәтирәләй күреп, бөгөн дә йылы тойғо менән иҫкә ала.
– Ана теге яңғыҙ бейеүсене әйт әле! Миҙхәт, тинеләрме, торғаны терегөмөш бит. Бының һөйәге бармы икән ул, тип ултырҙыҡ хатта, – тип, университет әртистәренән һалдырып маҡтай башлаһалар, ғорурланыу тойғоһонан кәмендә бер-ике илегә үҫеп киткәндәй булына, күкрәк алғараҡ сыға биреп ҡуя. Әйтерһең, мине маҡтайҙар.
Мосафир сифатында минең тыуған йортомда туҡталып, әсәйемдә ҡунаҡ булғандары бирле бығаса таныш булһаҡ та, беренсе курстағыса ятһыныу тойғоһо менән генә аралашып йөрөгән Миҙхәт менән беҙҙең ара шөйлә яҡыная барҙы. Был яҡынайыу, оҙаҡ та үтмәй, ысын мәғәнәһендәге (тимәк, хыянатһыҙ) дуҫлыҡҡа әүерелде. Быға икебеҙҙең дә уртаҡ остаздарыбыҙ, доцент Марат Хәләф улы Минһажетдинов менән башҡорт фольклор ғилеме өлкәһендә тәүге докторыбыҙ, профессор Әхнәф Нури улы Кирәев (Кирәй Мәргән) сәбәпсе булды. Беренсеһендә икебеҙ ҙә диплом эше яҙһаҡ, икенсеһе етәкселегендә фольклор ғилеме һөнәре буйынса филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҙыу бәхете тәтене. Шуға беҙ, атай наҙы күрмәй үҫкән быуын малайҙары, уның янында үҙебеҙҙе бер ата балалары кеүек тоя инек.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.
(Дауамы бар).
ѕ