Бөтә яңылыҡтар
24 Сентябрь 2011, 17:56

Көҙ йылы торасаҡ

Башҡортостан халҡы өсөн һөйөнөслө яңылыҡ: тиҙҙән әбейҙәр сыуағы башлана! Синоптиктар әйтеүенсә, октябрь башы йылы көндәре менән ҡыуандырасаҡ.Шулай ҙа әлегә ямғырҙар туҡтамаясаҡ, һыуыҡ һәм болотло көндәр торасаҡ. Ғөмүмән, көҙгө айҙар ҡояшлы көндәре менән шатландырасаҡ. «Башгидромет» үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, октябрь һәм ноябрь элекке йылдарға ҡарағанда йылыраҡ буласаҡ. Декабрь менән февраль айҙарында көн торошо норма сиктәрендә булһа, ғинуарҙа көслө һалҡындар көтөлә. Дөйөм алғанда, быйыл «классик» ҡыш килә, ти синоптиктар.

Башҡортостан халҡы өсөн һөйөнөслө яңылыҡ: тиҙҙән әбейҙәр сыуағы башлана! Синоптиктар әйтеүенсә, октябрь башы йылы көндәре менән ҡыуандырасаҡ.
Шулай ҙа әлегә ямғырҙар туҡтамаясаҡ, һыуыҡ һәм болотло көндәр торасаҡ. Ғөмүмән, көҙгө айҙар ҡояшлы көндәре менән шатландырасаҡ. «Башгидромет» үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, октябрь һәм ноябрь элекке йылдарға ҡарағанда йылыраҡ буласаҡ. Декабрь менән февраль айҙарында көн торошо норма сиктәрендә булһа, ғинуарҙа көслө һалҡындар көтөлә. Дөйөм алғанда, быйыл «классик» ҡыш килә, ти синоптиктар.
Читайте нас: