Торатау янында концерт-акция үтте
Артабан һүҙҙе Юрматы ырыуы башлығы, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов алды.
– Беҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Торатауыбыҙҙың юҡҡа сығыуын теләмәйбеҙ, – тине ул. – Әлбиттә, ҡайһы бер предприятиеларға сеймал кәрәклеген дә яҡшы аңлайбыҙ. Ләкин сеймал өсөн Торатауҙан башҡа ла сығанаҡтар юҡ түгел бит.
Быйылғы сарала республикала виртуоз ҡурайсы, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Роберт Юлдашев, киң танылыу алған артистар Сәғиҙулла Байегет, Нәзир Яппаровтар менән бергә профессиональ сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһаған “ҡурайсы”, “Арғымаҡ”, ”Самолет” төркөмдәре лә ҡатнашты.
Ике тәгәрмәсле ҡорос аттарында килгән байкерҙар ҙа Торатауҙы яҡлау өсөн бар көстәрен һаласаҡтарын белдерҙе.
Тимер ҒӘЛИЕВ.
Ишембай районы.
Гөлназ Ишембаева фотолары.