Бөтә яңылыҡтар
17 Сентябрь 2011, 18:19

СТӘРЛЕЛӘР – ИКЕНСЕ

Уҙған аҙнала Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендә республикабыҙҙың һигеҙ юғары уҡыу йорто студенттары Беренсе республика асыҡ туристар фестиваленә йыйылды. Инйәр йылғаһының иҫ киткес матур тәбиғәтле ярында үткәрелгән сараны БР Мәғариф министрлығы менән БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы берлектә ойоштор­ғайны.Өс көн буйы барған фестивалдә студенттар төрлө конкурстарҙа, спорт бәйгеләрендә көс һынашты. Һөҙөмтәлә Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы беренсе урын яуланы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы командаһы икенсе баҫҡысҡа күтәрелде, өсөнсө урынға Өфө дәүләт авиация техник университеты туристары сыҡты.

СТӘРЛЕЛӘР – ИКЕНСЕ
СТӘРЛЕЛӘР – ИКЕНСЕ

Уҙған аҙнала Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендә республикабыҙҙың һигеҙ юғары уҡыу йорто студенттары Беренсе республика асыҡ туристар фестиваленә йыйылды. Инйәр йылғаһының иҫ киткес матур тәбиғәтле ярында үткәрелгән сараны БР Мәғариф министрлығы менән БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы берлектә ойоштор­ғайны.
Өс көн буйы барған фестивалдә студенттар төрлө конкурстарҙа, спорт бәйгеләрендә көс һынашты. Һөҙөмтәлә Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы беренсе урын яуланы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы командаһы икенсе баҫҡысҡа күтәрелде, өсөнсө урынға Өфө дәүләт авиация техник университеты туристары сыҡты.
− Һәр бер номинация буйынса ла беҙҙҙең команда уңышлы сығыш яһаны, − ти стәрлеләрҙең етәксеһе, педагог-ойоштороусы Наилә Иҫәнгил­дина. – Ләкин бейеклектәр көслөләргә генә баш эйә, беҙҙең көстәр саҡ ҡына самалыраҡ булды. Алдағы йылда, Алла бойорһа, иң юғары урын өсөн көрәшәсәкбеҙ.

Тимер ҒӘЛИЕВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Наилә ИҪӘНГИЛДИНА фотолары.
Читайте нас: