Бөтә яңылыҡтар
13 Сентябрь 2011, 20:15

Ҡоролтай ҙур ҡор йыйҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты республиканың район-ҡалаларында һәм Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән ҡоролтай рәйестәре, ағзалары менән бергә йыйылып, көн үҙәгендә торған мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Осрашыу ваҡыты ике көнгә иҫәпләнеп, тәүгеһе Өфө районының «Авангард» профилакторийы базаһында үтте һәм, башлыса, милли мәғариф, мәҙәниәт темаларын үҙ эсенә алды. Шулай уҡ ҡоролтай бүлексәләре араһындағы бәйләнеште нығытыу ҙа маҡсат итеп ҡуйылғайны.

Ҡоролтай ҙур ҡор йыйҙы
Ҡоролтай ҙур ҡор йыйҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты республиканың район-ҡалаларында һәм Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән ҡоролтай рәйестәре, ағзалары менән бергә йыйылып, көн үҙәгендә торған мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Осрашыу ваҡыты ике көнгә иҫәпләнеп, тәүгеһе Өфө районының «Авангард» профилакторийы базаһында үтте һәм, башлыса, милли мәғариф, мәҙәниәт темаларын үҙ эсенә алды. Шулай уҡ ҡоролтай бүлексәләре араһындағы бәйләнеште нығытыу ҙа маҡсат итеп ҡуйылғайны.

Милли мәғариф – һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәлә

Төрлө төбәктәрҙән әүҙем милләттәштәребеҙ йыйылған сараны семинар тип атаһалар ҙа, ул «түңәрәк өҫтәл» рәүешенә инеп, эшлекле, аңлайышлы һөйләшеүгә ҡайтып ҡалды.
Бында БР мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың килеп сығыш яһауын, һорауҙарға төплө яуап биреүен ҡоролтай ағзалары хупланы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев белдереүенсә, ҡоролтайҙың БР хөкүмәте, ведомстволар һәм министрлыҡтар менән хеҙмәттәшлеген нығытыу маҡсатында махсус эшсе орган төҙөләсәк. Әлеге сараға ла Президент хакимиәтенән ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов саҡырылғайны.
Милли мәғариф темаһына килгәндә, иң тәүҙә шуны билдәләргә кәрәк: яңы уҡыу йылынан башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү тәртибе үҙгәрҙе. Хәҙер уны 1-се, 10-сы һәм 11-се кластарҙа уҡытмаясаҡтар. Шул уҡ ваҡытта ошо кластарҙа уҡыусы башҡорт балалары туған тел булараҡ мотлаҡ өйрәнәсәк. Ә 10-сы һәм 11-се кластарҙа башҡорт теле, берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнергә кәрәк, тигән һылтау менән ҡыҫҡартылған.
Мәғариф министры Әлфис Ғаязов, республикала белем биреү буйынса алып барылған эштәргә байҡау яһап, ҡулайлаштырыу (оптималләштереү) проблемаларына ла ентекле туҡталды. Был йәһәттән халыҡты, йәмәғәтселекте башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙең ябылыуы борсой. ҡағиҙә булараҡ, башҡорт ауылдары ҙур түгел, шуға ла ундағы белем биреү учреждениелары ҡулайлаштырыу «тырнағы»на эләгә. Ҙур мәктәпле күрше ауылға балаларҙы автобус йөрөтә, тигән аҡланыу булһа ла, бының уҡыусы өсөн уңайлымы-юҡмы икәнен күптәр иҫәпкә алмай. Унан килеп, ябылған мәктәптән балалар­ҙы ташыусы автобусты тотоу ҡиммәтерәккә төшөүе лә бар бит әле. Сығымдарҙы кем һанаған? ҡоролтай активистарын ошо мәсьәлә лә ҡыҙыҡһындыра.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға яңынан әйләнеп ҡайтҡанда, унан республикала бер нисә кеше генә проблема тыуҙыра. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылы аҙағында Өфөнөң бер мәктәбендә башҡорт теле дәресенә йөрөмәгән Владислав Мартинсты киләһе класҡа күсереү-күсермәү мәсьәләһе килеп сыҡҡайны. Был ғаилә, балабыҙҙың хоҡуғы боҙолған, тип яр һалды, әммә БР законын үҙҙәре лә боҙоуы хаҡында уйлап та ҡараманы. Шулар кеүек, тағы бер нисә маргинал, законды инҡар итеп, булмаған проблеманы булдырырға маташа.
«Әлбиттә, башҡорт телен уҡытыуға иғтибар бер ҡасан да һүрелергә тейеш түгел. Дәүләт теле итеп уҡытыуға килгәндә, дәреслектәрҙең иҫке булыуы ғына бер ни тиклем проблема тыуҙыра. Улар рус балаһы өсөн ауыр. Ошо юҫыҡта яңы китапҡа конкурс иғлан иттек, уҡытыу методикаһы яңынан эшләнә», − тине Әлфис Ғаязов.
Министрға һорауҙар күп булды. Улар араһында башҡорт телен БДИ системаһына индереү, башҡорт балалар баҡсаһын асыу, башҡорт телен уҡытыуҙы объектив баһалауға ҡағылышлылары ла яңғыраны.
«Бына ошо һорауҙарҙы хәл итеүҙә беҙҙең, йәғни йәмәғәт эшмәкәрҙәренең генә булышлығы аҙ, дәүләт кимәлендә эш алып барырға кәрәк. Был проблемалар бөтә милли республикаларға ла хас бит. Ә Рәсәй төбәктәрендә, үҙебеҙҙең аҫаба ерҙә йәшәгән башҡорттар нимә эшләр? Әйҙәгеҙ, шул мәсьәләне дәүләткә еткерәйек», − тип борсолоу ҡатыш өмөт менән һүҙгә ҡушылды күрше төбәктәрҙән килеүсе ҡоролтай вәкилдәре.

Мәҙәниәт әле ул йыр-моң ғына түгел...

Мәҙәниәт өлкәһендәге милли саралар тураһында һүҙ алып барғанда йыш ҡына шундай хәбәрҙәр ишетелә: «Беҙҙә барыһы ла һәйбәт, йырлап-бейеп кенә йәшәйбеҙ». Әммә мәҙәниәт йыр-бейеүгә генә ҡайтып ҡалмай, шул уҡ ваҡытта йыр-моң аша ла туған телгә, тарихҡа ихтирам, һөйөү һәм иғтибарҙы сағылдырырға мөмкин. Мәҫәлән, нисек инде «Шәжәрә байрамы»ның әһәмиәтен йә Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең башҡорт моңона һыуһауын аңламаҫҡа? «Салауат йыйыны» шулай, быйылғы кеүек, район кимәленә төшөп ҡалырмы? Ә ил төбәктәрендә көн күреүсе башҡорттарҙы йәлеп иткән Башҡорт мәҙәниәте көндәре һуң? Ошондай һәр мәсьәлә мөһим. «Был сараларҙа иң тәү сиратта ҡоролтай ағзалары уртала йөрөргә тейеш», − тип иҫәпләй БР Мәҙәниәт министрлығының әйҙәүсе белгесе Алһыу Сирғәлина.
Шундай проблемаға ла иғтибар итергә кәрәк: Башҡортостандың ял йорттарында башҡорт мәҙәниәте нисегерәк танытыла? Китапхана­ларҙа башҡорт китаптары, матбуғаты күпме? Мәҙәниәттә лә ҡулайлаштырыу эше бара. Ул башҡорт мәҙәни учреждениеларына ниндәй йоғонто яһай?
ҡоролтай етәкселеге фекеренсә, һәр районда башҡорт мәҙәни үҙәге асылырға тейеш. Министрлыҡ вәкиле, һәммә һорауҙарҙы теркәп, артабан ҡараясаҡтарын белдерҙе.

Төньяҡ-көнсығыш төбәк үҫешәсәк!

Йома иртә менән ҡоролтайсылар Салауат районының Малаяҙ ауылына юлға сыҡты. Бында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары үҫеше мәсьәләләре ҡаралырға тейеш ине.
ҡунаҡтарҙы Салауат ере тантаналы ҡаршыланы. Киңәйтелгән ултырышҡа БР Хөкүмәтенән, Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтайҙан, министрлыҡтан вәкилдәр, ошо төбәктәрҙә тыуып үҫеп, хәҙер етәкселектә, эшҡыуарлыҡта эшләүселәр, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары саҡырылғайны.
Төньяҡ-көнсығыш төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереүгә бәйле дәүләт программаһы әҙерләнә. Әйткәндәй, быға һигеҙ район индерелгән − Балаҡатай, ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Салауат, Нуриман, ҡариҙел һәм Асҡын. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әлеге райондарҙың иҡтисади потенциалын өйрәнеүгә, яңы предприятиелар асыуға булышлыҡ итеүҙе кәрәк тип тапҡан һәм ошондай киңәйтелгән ултырышты шул темаға арнау ҙа бер ҙә юҡҡа түгел.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов, Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов, БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сәләмләне.
Әйткәндәй, Марсель Йосопов, тамырҙары ошо төбәктә булғанлыҡтан, төньяҡ-көнсығыштағы хәл-торошҡа битараф ҡала алмауын белдерҙе, шәхсән үҙе бер нисә предприятие асыуға булышлыҡ итәсәген әйтте.
Бөгөн төньяҡ-көнсығышты үҫтереүгә йүнәлтелгән өмөтлө проекттар ярайһы уҡ күп кенә. Шуларҙан Мөрсәлим ауылында урынлашасаҡ төҙөлөш материалдары етештереү (башлыса, цемент) комплексын атап үтергә мөмкин. Тимер юлына яҡын был тораҡ пункт әлеге проект өсөн уңайлы тип табылған. Төбәктә ағас эшкәртеүҙе яйға һалыу ҙа ҡарала. Төп предприятиенан тыш, урындарҙа ағас әҙерләү, ташыуҙы ойошторғанда ла байтаҡ ҡына эш урыны булдырыласаҡ. Был тармаҡта күҙалланған проекттар Асҡын, Дыуанда ла бойомға ашырыласаҡ. ҡариҙел менән Асҡын райондары биләмәһендә Өфө (ҡариҙел) йылғаһында гидроузел төҙөү тураһында ла проект бар. Һәм тағы ла берәүһе туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән − авиатуризм­ға ҡағыла. Ул Нуриманда тормошҡа ашырылыр, тип ниәтләгәндәр.
Үрҙә һанап үтелгәндәр тураһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Энгельс ҡолмөхәмәтов менән БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Игорь Карепанов бәйән итте.
«Россельхозбанк»тың Башҡортостан филиалы етәксеһе Ирек Мөхәмәтдинов халыҡҡа кредит бүлеү хаҡында һөйләһә, «Башбакалея» йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Ғарифуллин, «Үҙебеҙҙекен һайла, йәнтөйәктекен һатып ал» акцияһының мөһимлеген билдәләп, республикала төрлө етештереү предприятиелары асырға мөмкинлек булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Иң мөһиме, − тине ул, − барлыҡ башланғыстарға ла йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә кәрәк». Ысынлап та, йәш белгестәр, ғөмүмән алғанда, йәш егет һәм ҡыҙҙар эш менән тәьмин ителһә, уларҙың ситкә китеүе лә, йә насар юлға баҫыу проблемаһы ла юҡҡа сыға.
Һәр ауылда ферма төҙөргә тейештәр, тигән фекерҙә күптәр. Ауылдарҙа эш булһа, ир-егеттәр Себер тарафтарына ла йөрөмәҫ. Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төньяҡ-көнсығыш райондарҙа яңы асыласаҡ предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индермәксе − башҡарма комитет ошо ике көн дауамында барған сарала эш эҙләп ситкә киткән яҡташтарҙы ҡайтарыу маҡсатында агитация эшмәкәрлеген башлап ебәрергә ҡарар итте.
БДБҡ алда торған әһәмиәтле сәйәси сараға − 4 декабрҙә үтәсәк РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға әҙерләнеүҙән дә ситтә ҡалмай. ҡоролтай Бөтә Рәсәй халыҡ фронтына ингәйне инде, ойошманан күрһәтелгән кандидаттар ҙа праймеризда ҡатнашты. Хәҙер «Берҙәм Рәсәй» партияһын яҡлап эштәр алып барыу күҙаллана.

Әйткәндәй

Салауат еренә килеп, бөйөк батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған музейға инмәй ҡайтып киткән милләттәшебеҙ һирәктер. Был юлы ла ҡоролтай эшендә ҡатнашыусылар унда булды. Тарих һаҡлаған экспонаттарға ҡарап уйланды, фекер тупланы.
Барыһы ла үтә, әммә ил, халыҡ, ер өсөн башҡарған эштәр хәтерҙә ҡала.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Өфө − Малаяҙ.
Читайте нас: