тип, «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы оҫталары «Һөтлө ил» фестивалендә ҡатнашып, ошондай уҡ исемле кейеҙ балаҫ һуҡты
«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы оҫталары Бөтә Рәсәй «Һөтлө ил» фестиваленә башҡорт халыҡ традицияларында башҡарылған әйберҙәрен – ағас сувенирҙар, һауыт-һаба, балалар өсөн ағас ат, сәңгелдәк, тегелгән, сигелгән өй кәрәк-яраҡтарын, милли кейем һәм башҡа бик күп эштәрен алып килгәйне. Улар ҡорған палаткалар тамаша яратҡан халыҡ өсөн бөтөн бер экспозицияға әйләнде. Ә бына предприятие хеҙмәткәрҙәренең Өфө халҡы күҙе алдында сағыу кейеҙ балаҫты һуғып күрһәтеүе күптәрҙе үҙе тирәләй йыйҙы. Бер нисә сәғәт эсендә күмәк көс менән һуғылған «Һөтлө ил – 2011» шедевры барлыҡҡа килеп, күҙҙең яуын алды. Шуныһы ҡыҙыҡ: балаҫ һуғыуҙа теләгән һәр кеше, бала-сағанан алып өлкәндәргә тиклем, ҡатнаша алды. Балаҫта Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәтенең контуры һәм «Һөтлө ил» фестиваленең логотибы төшөрөлдө. Танылған оҫталар теләүселәрҙең бөтәһен дә был боронғо һөнәр серҙәренә төшөндөрҙө.
Т. АМАНОВ.