Башҡортостандың «Йәш гвардия»сылары өсөн «Мин – граждан» лозунгыһы аҫтында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе һәм республикабыҙҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә профилле лагерҙа уҡыуҙар ойошторолдо.
Унда йәш һайлаусылар штабы технологтары, муниципаль һайлауҙарға йәш кандидаттарҙы әҙерләү, интернет-өҫтөнлөк, «Урам» йүнәлеше буйынса эш, киң мәғлүмәт саралары менән эш, йәштәр парламентаризмы буйынса дәрестәр уҙғарылды.
«Төбәк штабы үҙ алдына ҡуйған бурыс – яңы йәш лидерҙарҙы асыҡлау, йәштәр араһында сәйәси белемде күтәреү, уҡыуҙа ҡатнашыусыларҙың үҙ-үҙен ойоштороу һәм сәләмәт йәшәү рәүеше күнекмәләрен булдырыу», – тип билдәләне лагерь эше йомғаҡтарын «Йәш гвардия» төбәк штабы начальнигы Константин Канунников.
«Форум мэрын һайлау төп сараларҙың береһе булып торҙо. Һайлау алды кампанияһына әҙерлек, агитациялау, пропагандалау һәм контрпропагандалау барышында егет-ҡыҙҙар алда торған һайлауҙарға тулыһынса әҙерлек алды», – ти БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһы рәйесе, былтырғы кеүек үк, быйыл да лагерь директоры итеп һайланған Николай Самойленко.