Үҙең әҙерләгән бәшмәк менән йыл әйләнәһенә һыйланыу өсөн иң шәп ысул – иткә тиң был аҙыҡты дөрөҫ итеп маринадлау. Тоҙлау бәшмәкте һаҡлау өсөн әллә ни уңайлы ысул түгел. Маринадланған бәшмәктәр башҡаларға ҡарағанда һәйбәтерәк һаҡлана. Ваҡ бәшмәктәрҙе шул килеш, эреләрен 2 – 4 өлөшкә бүлеп маринадлайҙар. Уҫаҡ бәшмәгенең эшләпәһе менән аяҡсаларын айырым һаҡларға кәңәш ителә. Ә инде майлы бәшмәктәрҙең тышын алалар.
Маринадлау
Бәшмәктәрҙе стерилләп тә, стерилләмәгән көйө лә маринадларға мөмкин. Бының өсөн таҙа һауытҡа етерлек тоҙ, 12 литрлыҡ кәстрүлгә 2 литр күләмендә һыу һалып ҡайнатырға кәрәк. Һыу ҡайнап сыҡҡас, унда бәшмәктәр һалына, бешкән ваҡытта бүленгән күбек йыйыла. Бәшмәкте төрөнә ҡарап бешерәләр. Аҡ бәшмәк, майлы бәшмәк, уҫаҡ, ҡайын, көләпә бәшмәктәре кәмендә 20 минут бешерелә. Баллы бәшмәккә әҙер булыу өсөн 25 минут талап ителә. Һары бәшмәктәрҙе маринадлау алдынан 1 процент тоҙло һыуҙа бешереп, һыуын түгеп, ҡайтанан 3 – 4 процент тоҙло һыуҙа ҡайнаталар.
Бешергә 3 – 5 минут ҡалғас, тәмләткестәр өҫтәйҙәр, ә инде бешкәс, алдан әҙерләнгән аш һеркәһе өҫтәлә. Бәшмәктәр тулыһынса кәстрүлдең аҫтына төшөп бөтөп, тоҙло һыуҙың күбеге күренмәй башлағас, әҙер тип һанала.
Ябай рецепт
1 кг бәшмәк, ярты стакан аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 3 лавр япрағы, 6 бөртөк ҡара борос, 2 бөртөк ҡәнәфер.
Йыуылған, таҙартылған бәшмәктәрҙе ҡайнар маринадҡа һалып, 15 – 30 минут ҡайнатырға. Бүленгән күбекте алып ташлап торорға.
Бәшмәк һалынған банкалар 15 – 20 минут стерилләнә. Банкаларҙы герметик рәүештә ҡапламай ғына һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. Бының өсөн бәшмәктәр өҫтөнә мул ғына итеп үҫемлек майы ҡойоп, полиэтилен ҡапҡастар менән ябыу ҙа етә.
Икенсе ысул
Әҙерләнгән бәшмәктәрҙе 50 г тоҙ, 2 г лимон кислотаһы, 1 литр һыуҙан эшләнгән шыйыҡсала бешерергә. Бынан һуң бәшмәктәрҙең һыуын түгеп, банканың өстән бер өлөшөн тултырғансы һалып сығырға.
Маринад шулай эшләнә: ярты литр һыу, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 6 бөртөк хуш еҫле борос, ҡәнәфер, дәрсен (корица), 3 г лимон кислотаһын ҡайнатып, уға тағы ла 5 ҡалаҡ 5 процентлы һеркә өҫтәп, ҡабат утҡа ҡуйырға. Ошо маринад бәшмәкле банкаларға ҡойола һәм стерилләнә. Ярты литрлы банкалар – 20, 1 литрлылар – 25 минут, 3 литрлылар ярты сәғәт стерилләнә.
Тоҙлау
Маринадлау һәйбәтерәк булһа ла, бәшмәкте тоҙларға яратыусылар ҙа байтаҡ. Уны төрлө ысул менән тоҙларға мөмкин: һыуытып, бешереп йәки ҡоро килеш. Иң шәбе – бешереп, эҫе килеш тоҙлау, сөнки бәшмәктәр һәйбәтерәк һаҡланасаҡ.
Тоҙлау өсөн таҙартылған, эреләре туралған бәшмәктәрҙе саҡ ҡына тоҙ һалынған һыуҙа бешерергә. Әгәр бәшмәк күп һәм бер тапҡырҙа ғына бешереп бөтөп булмай икән, һәр ваҡыт һыуҙы алмаштырып тороғоҙ. Юҡһа бәшмәк әскелтем буласаҡ.
Ярты сәғәт самаһы бешерелгән бәшмәкте һалҡын һыуҙа сайҡатырға һәм һауытҡа һалырға. Һауытҡа тоҙ ҙа һалына. 1 кг бәшмәккә 40 – 50 г тоҙ кәрәк. Тәмләткестәр итеп һарымһаҡ, укроп, борос, һуған ҡулланыла. Һауыт өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк. Был бәшмәкте һалҡын килеш ҡулланалар. Ул аҙна самаһы үткәс әҙер була һәм һалҡын килеш ашала.
Бәшмәктән аш-һыу
ҡатлы бәшмәк
Уртаса ҙурлыҡтағы таш ҡабаҡтың (кабачок) тышын әрсергә һәм дүңгәләкләп ҡырҡырға. Үҫемлек майында ике яғын да ҡыҙҙырырға. 2 – 3 баш һуғанды балдаҡлап турарға, ҙур бер кишер һәм бәшмәктәрҙе оҙонсалап ваҡларға (көләпәләр һәйбәтерәк буласаҡ). Һәр бер ингредиентты айырым ҡыҙҙырырға. Былау (ҡаҙ, өйрәк) бешерә торған махсус ҡалын һауытҡа саҡ ҡына һыу ҡойоп, бөтә аҙыҡты ла ҡатлап теҙергә. ҡаттар ошондай тәртиптә була: ҡабаҡ, һуған, кишер һәм бәшмәк. Иң өҫкә помидор һалырға ла була. Аҙыҡ өҫтөнә ҡаймаҡ, майонез, тоҙ, борос, һарымһаҡтан эшләнгән соус ҡойорға. Һауытты һәйбәтләп ҡаплап, аҙыҡты мейестә ярты сәғәт бешерергә.
Өҫтәлгә йәшел тәмләткестәр һибеп бирелә.
Ассорти
1 кг бәшмәк, 50 г аҡ май, 2 баш һуған, 350 г ҡаймаҡ, тоҙ, борос, петрушка.
Төрлө бәшмәктәрҙе ҡушып йыуырға һәм нәҙек кенә итеп турарға. Үҫемлек майында һуған ҡыҙҙырып, уға бәшмәкте ҡушырға. ҡаймаҡ, тоҙ, ҡыҙыл борос һәм петрушка өҫтәп, талғын утта быҡтырырға. Һыуы аҙая төшкәс, он өҫтәргә һәм яңынан ҡайнау хәленә еткерергә. Өҫтәлгә ҡыҙҙырылған йомортҡа менән бирелә.
Бәшмәк бәлеше
1 кг ҡабартылған сөсө ҡамыр, 1 кг бәшмәк, 2 баш һуған, үҫемлек майы, йәшел тәмләткестәр, тоҙ, борос.
Һуғанды алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға һәм уға туралған бәшмәк, тоҙ, борос ҡушырға. ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә кәрәк. Береһен дүртмөйөш итеп йәйергә лә (киңлеге 1,5 сантиметр булһын), йылы табаға ҡуйып, әҙерәк ҡабартып алырға.
Йәймәнең икенсеһе лә йәйелә, уныһын таҡта өҫтөндә генә ҡабарталар. Табалағы ҡамыр өҫтөнә әҙер бәшмәкте һалып, икенсе йәймә менән ҡапларға һәм ситтәрен семтеп йәбештереп сығырға кәрәк.
Бәлештең өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер нисә урындан сәнске менән тишергә. Бәлеш ярты сәғәт самаһы бешерелә.
«Һәр ваҡыт бергә!»
Был рецептың исеме ҡыҙыҡ ҡына. Моғайын, «һәр ваҡыт бергә» тигән осраҡта бәшмәк менән картуф тураһында һүҙ баралыр. Сөнки ҡыҙҙырылған картуф менән бәшмәк бик тәмле һәм популяр.
1 кг картуф, 500 г бәшмәк, 1 йомортҡа, 2 баш һуған, петрушка, үҫемлек майы, тоҙ алына.
Бәшмәк менән һуғанды ваҡлап турарға һәм айырым ҡыҙҙырырға. Бешкән картуфты иҙеп, бәшмәк, һуған, йомортҡа ҡушырға, тоҙларға. Йәшел тәмләткестәр ҙә өҫтәп, яҡшылап бутарға. Ошо массанан кәтлиттәр эшләп ҡыҙҙырырға.
Бәшмәктән ҡоймаҡ
150 г бешкән бәшмәк, 2 стакан он, 1,5 стакан һөт, 2 йомортҡа, ҡаймаҡ.
Бешерелгән бәшмәкте ваҡ ҡына итеп турарға. Он менән һөттән ҡамыр эшләргә. Майы ҡайнап торған табаға саҡ ҡына ҡамыр ҡойоп бешерергә лә, өҫтөнә ҡалаҡ менән бәшмәк, тағы ла ҡамыр өҫтәп бешерергә. Ике яҡлап та ҡыҙҙырырға. Табынға ҡаймаҡ менән бирелә.