Бөтә яңылыҡтар
20 Август 2011, 14:48

Вәғәҙә – иман

Көрәшсе Марсель Йосопов, һүҙендә тороп, Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә күңелле лә, файҙалы ла ял ойошторҙоБеренсе июндә Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен байрам менән ҡотлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке рәйесе Илгиз Солтанморатов, «Учалы гәзите»нең баш мөхәррире Фәнисә Таһирова, «Латифа» башҡорт балалар студияһы педагогы Гөлнара Сәхибгәрәева, шағирә Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, көрәш буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы Марсель Йосопов килеп ҡайтҡайны. Балаларҙы төрлө-төрлө бүләктәр генә түгел, һүрәт төшөрөү буйынса мастер-класс та, ҡунаҡтарҙан автографтар алыу ҙа, бергә фото төшөү ҙә, Европа чемпионының миҙалын кейеп ҡарау ҙа һөйөндөргәйне.

Вәғәҙә – иман
Вәғәҙә – иман
Читайте нас: