– Шуға артып ҡалмай ул, – тип һүҙен дауам итә рәйес. – Беҙҙең төп килем һөттән һәм иттән бит. Район үҙәгендәге, Туймазы, Октябрьский ҡалаларындағы заводтар менән эшләйбеҙ. Шуға күрә бик күп ҡорамалды яңыртырға тура килә. Үҙебеҙсә шулай эшләргә, йәшәргә тырышабыҙ.
Шулай инде, минең күрше әйтмешләй, ауыл кешеһенең бәхете ҡара ерҙә лә һыйыр телендә.
Берәй шәп кенә комбайнсығыҙҙы фотоға төшөрәйек, тигәс, етәксе, беҙҙә барыһы ла егәрле, тип ҡуйҙы. Шул саҡ баҫыу уртаһында йәшел «Дон», бункеры тулыуын белдереп, туҡтап ҡалды. ҡул болғаусы ла табылды. «КамАЗ» ҡуҙғалып китте. Көтөп ултырған, тимәк. Уның артынан етәксе «Нива»һында беҙ саптыҡ. Ялан батыры машина арбаһына иген ҡойолғанын бер аҙ диҡҡәт менән ҡарап торҙо ла ергә төштө. Күҙҙәрен йылтыратып, йылмайып, тәүҙә етәксе менән күреште. Һуңынан киң устарын миңә һуҙҙы. Таныштыҡ. Раян Булатов икән. Дүртенсе йыл штурвал артында. Өс бала атаһы. Әле ярҙамсы итеп улы Данисты алған.
– Кәйефтәр нисек?
– Шәп! – тип йылмая комбайнсы. Иген таҫмаһынан бер нисә башаҡ һолоно услап алды ла, еҫкәп ҡуйҙы. – ҡара, уңыш нисек, ус менән генә ыуып йыйырлыҡ бит. Күптән бындай байлыҡты күргән юҡ. Иң мөһиме, йыйып алырға көнө булһын, – иген бушатылып бөткәс, ашыға-ашыға, комбайнына үрмәләне. Мин тиҙ генә бер нисә кадр төшөрөп өлгөрөп ҡалам. – Уңышты йыйып бөткәс, рәхәтләнеп һөйләшербеҙ, – тип йылмая Раян ағай, ашығыуына уңайһыҙланғандай.
Оло трактор, саң-туҙан борҡотоп, алға ынтылды. Роман менән икәү саң-ҡылсыҡ буранында көлөп тороп ҡалдыҡ.
– Бәйгегә сыҡҡан саптарҙармы ни, ҡалай ашығалар, – тим.
– Ер, ҡояш ҡәҙерен белгән крәҫтиәнде был көндә ваҡыт үҙе ҡыуып етә алмай, – тип ҡуйҙы хужалыҡ етәксеһе. Саң эленгән керпеге аҫтынан күҙҙәре ҡалай шат йылмая үҙенең. Уңышҡа барыһының да күңеле һөйөнә шул.
Таҫма һалыуға көйләнгән тәгәрмәсле трактор янында мәж килгән ағайҙар янына барабыҙ. «Рулевой»ға ниҙер булған, дүртәүләшеп нимәлер килештерергә тырышалар.
– Техника иҫкерәк бит. Боҙолоп та китә, шунһыҙ булмай, – тип ҡуйҙы хужалыҡтың баш инженеры Заһир Зәбир улы Расаев.
– Хәҙер запчасть табыуы ауыр түгел дә. Элек кенә ул бер ҡайыш өсөн генә инженерҙар ҡаланан ҡалаға эҙләнеп йөрөй торғайны. Тап итһә, алтын тапҡандай һөйөнә. ҡыуанып ҡайтыуына икенсе бер механизм сафтан сыға. Инженер тағы юлға сыға, – тип элекке совет осорон иҫкә төшөрәм.
– Эйе, элек шулай ине. Хәҙер, аҡсаң булһа, теләгәнеңде табып була. Тик... сифаты бик түбән запчастарҙың. Элек уларҙы еренә еткереп эшләйҙәр ине.
Бер нисә минуттан трактор әҙер ине. ҡайтыр саҡта түбәтәй кейгән, сал сәсле Мәүлетбай ағай Минийәровтан һорай ҡуйҙым:
– Урындағы хужалыҡ тарҡалмағас, һәйбәттер һеҙгә? Башҡа ерҙә эшһеҙ интегә бит ауыл кешеһе.
– Һе, – тип ҡуйҙы ағай. – Елкә булһа, ҡамыт табыла ул. Ауылда эш булмай буламы һуң? Әлбиттә, ойошҡан эш дәррәү бара, уныһы бәхәсһеҙ! Беҙгә был йәһәттән зарланаһы түгел.
Мөнир ҡУНАФИН.
Миәкә районы.
Автор фотолары.