Һуңғы арала илебеҙҙә йәмғиәтебеҙ өсөн ят булған ваҡиға – РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн алдан тауыш биреү, йәғни праймериз бара. Республикала планлаштырылған 17 праймериздың 15-е үтте лә инде. «Берҙәм Рәсәй»ҙең «уң ҡулы» булған Халыҡ фронты буласаҡ депутаттарға нәҡ халыҡтың уй-фекерен еткереүсе булып тора. Халыҡ фекеренә таянып, «Халыҡ программаһы» төҙөлә. «Халыҡ программаһы»на ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек респонденттарға.
Андрей, 26 йәш, китап таратыусы:
– Мин атай-әсәйемдең йәш саҡтарын һөйләгәнен ауыҙ асып тыңлайым. Баҡһаң, беҙҙең Өфөнөң, Башҡортостандың ныҡ үҫешкән үҙ предприятиелары булған икән. Кейем-һалым тегеү, бәйләү, аяҡ кейеме етештереү өлкәһендә, ағас эшкәртеү һәм төрлө йыһаздар етештереү, төҙөлөш юҫығында, техника эшләү йәһәтенән дә һәм башҡа завод-фабрикаларыбыҙ ҙа гөрләп эшләгән. Улар, ҡайҙа булып бөткән һуң? Бына шулар ҡабат тергеҙелһә, минең йәштәге егеттәр ошолайтып, китап таратып, аҡса эшләп йөрөмәҫ ине. Егет кешене бындай шөғөл түбәнһетә, әлбиттә, тик ҡайҙа бараһың – тормош мәжбүр итә.
Сәмәрә ХОҘАЙБӘНДИНА, 52 йәш, баҙарҙа һатыусы:
– Һуңғы йылдарҙа һайлауҙарға йөрөгәнем юҡ. Сөнки минең тауыш биреүҙән бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк, тип уйлай торғайным. Әле барған праймериздарына ҡарап, һайлауҙар ғәҙел үтер, тип ышанам. Халыҡ программаһына иһә мин үҙемдең шундай тәҡдимде индерер инем: йәштәрҙе торлаҡ, эш менән тәьмин итеү үҙәктә торорға тейеш. Сөнки балаларыбыҙҙың эш таба алмауы, һөҙөмтәлә тормошта аҙашып ҡалыуы бик аяныс. Иң ҡыйыны – был хәлдең беҙгә, ата-әсәләргә, шауҡымы бигерәк ҙур. Утыҙға еткән ул-ҡыҙҙарыбыҙға эш эҙләшәбеҙ, торлаҡ төҙөшәбеҙ.
Илгиз АҡЪЕГЕТОВ, Салауат ҡалаһынан шәхси эшҡыуар:
– Праймериз һөҙөмтәләре ҡыҙыҡһындыра: беҙҙең ҡаланан да кандидаттар бар бит – Васильев, Кәримов. Тик улар үтерме һуң, тигән көҙөк йөрөй күңелдә. Күптән бит инде ябай халыҡ вәкилдәрен депутат итеп үткәрмәйҙәр, әле хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә өмөтләнәм. Сөнки мин иң тәүҙә Президентыбыҙ (ул да депутатлыҡҡа кандидаттар исемлегендә бар бит) Рөстәм Хәмитовҡа ышанам. Ысынлап та, йәмғиәтебеҙ ғәҙел закондарға, ҡағиҙәләргә, принциптарға, халыҡ тип янған етәкселәргә таянып йәшәһә, тормошобоҙ алға китәсәк. Халыҡ программаһына тәҡдимем: эшләйем тигән кешенең ҡулына һуҡмаһындар. Әйҙә, йәштәр үҙ эштәрен асһын, үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла эш урындары менән тәьмин итһен. Халҡы бай йәшәгән ил көслө була бит. Тик бына һалым йөкләмәләре менән йөҙәтмәһендәр ине. Юғиһә уңышлы ғына эш башлап ебәргән ваҡ эшҡыуарҙар эштәрен туҡтатырға мәжбүр буласаҡ.
Хәлим АЙҘАРБӘКОВ, пенсионер, Өфө ҡалаһы:
– Беҙгә ни, пенсионерҙарға, лайыҡлы пенсия түләһендәр ине. Буласаҡ депутаттарға мин иң тәүҙә илебеҙҙең тыныслығын һаҡлап алып ҡалған, иҡтисадын аяҡҡа баҫтырған һәм алға ебәргән өлкән быуын кешеләренең йәшәү кимәлен яҡшыртыу яғын ҡараһындар, тигән наказымды еткерәм. Юғиһә 4500 – 6000 һум пенсияға нисек йәшәмәк кәрәк? Магазиндағы хаҡтарҙы ғына ҡарағыҙ әле! Хәҙерге заманда ярым ас йәшәү оят та инде.
Айгизә СЫРЛЫБАЕВА, 41 йәш, дәүләт хеҙмәткәре:
– Праймериз тигән һүҙҙең русса алмашын табып булмай инеме икән ни? Исеме ят булғас, есеме лә ят кеүек тойола. Шулай ҙа был яңы күренеш үҙен аҡлар тип ышанабыҙ. Сөнки Халыҡ фронтының эшмәкәрлеге үҙ һөҙөмтәһен бирер тип уйлайым. Халыҡ программаһына килгәндә, тәҡдимдәрем күп, әлбиттә. Шуларҙың иң мөһиме – һәр кемгә лайыҡлы эш хаҡы, лайыҡлы тормош кимәлен булдырыу.
Әле бына Президентыбыҙҙың йәштәргә торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкаларын бүлеү тураһындағы башланғысын бик хуплап ҡаршы алдым. Ысынлап та, был алым – торлаҡҡа ҡытлыҡ проблемаһын хәл итеүҙең иң дөрөҫ юлы. Тик бына ошо маҡсатта банкыларҙан бирелгән кредиттарҙың ставкаларын кәметеүгә өлгәшһәләр, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Сөнки бигерәк тә ауыл халҡының, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кредит түләү, бер үк ваҡытта ғаилә аҫрау, балаларҙы уҡытыу мөмкинлеге бирмәй бит.
Тағы ла, ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла балалар баҡсаһы, спорт мәктәптәре төҙөһөндәр ине. Ә булған спорт мәктәптәре, клубтарының хеҙмәттәре балалар өсөн бушлай булырға тейеш түгелме икән?